Социология
ижтимағи фән From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Социоло́гия (от лат. societas — йәмғиәт + бор. юнан. λόγος — фән) — йәмғиәт тураһындағы, уны булдырған системалар, йәшәү һәм үҫеү законлылыҡтары, ижтимағи (социаль) институттар, мөнәсәбәттәр һәм берләшмәләр тураһындағы фән. Социология йәмғиәттең эске төҙөлөш механизмдарын, уның структураһының үҫешен (структура элементары: ижтимағи берләшмәләр, институттар, ойошмалар һәм төркөмдәр); ижтимағи хәрәкәт һәм күмәк кешеләрҙең тәртибе, шулай уҡ шәхес һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен өйрәнә[1].
- Социологические исследования бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Социологические исследования (мәғәнәләр).
Фундаменталь фән булараҡ социология ижтимағи күренештәрҙе аңлата, материалды йыя һәм улар тураһында мәғлүмәтте эшкәртә. Ғәмәли фән булараҡ, социология ижтимағи күренештәрҙе алдан күрергә һәм улар менән идара итергә ярҙам итә .
Социология менән психология, политология, культурология, антропология кеүек гуманитар фәндәр тығыҙ бәйләнгән.



Remove ads
Социология тарихынан
Социология менән бәйле ғилем бик борондан тыуған тип иҫәпләнә[2]. Социологияға башланғыс һалыусыларҙың береһе тип ғәрәп аҡыл эйәһе Ибн Хальдунды атайҙар (1332—1406), ул йәмғиәтте өйрәнеп, ижтимағи күренештәрҙең сәбәптәрен асыҡларға тырыша, төрлө цивилизацияларҙы бер-береһе менән сағыштыра[3]. Социологияны күптәр Көнбайышта барлыҡҡа килгән яңы фән, хәҙерге заман әхлаҡ проблемалары тураһындағы ғилем өлкәһе итеп ҡарай[4]. Социаль теория сәйәси теориянан XVIII быуатта айырыла башлай, был граждандар йәмғиәте формалаша башлауы, ижтимағи ысынбарлыҡ айырым бер ысынбарлыҡ булараҡ, дәүләттән, йәки шәхси сферанан айырым өлкә булып формалаша башлауына бәйле. Социологияның килеп сығыуы, шулай итеп, уның өйрәнеү объекты формалашыуына бәйле[4]. Тәүге булып «социология» һүҙен билдәле француз сәйәсмәне, Бөйөк француз революцияһы һәм Беренсе империя осоро эшмәкәре, публицист, аббат Э.-Ж. Сийес 1780 йылда ҡуллана[5]. Был һүҙҙе фәнни ҡулланышҡа Огюст Конт индерә (латин һүҙе socius -«дөйөм, ижтимағи» һәм грек һүҙе λόγος -«һүҙ, телмәр») [6][7]. 1839 йылдың 27 апрелендә Огюст Конт был яңы һүҙҙе ҡуллана, ошо көндө социологияның «рәсми» тыуған көнө тип иҫәпләргә була[8].
Социология өс этап үтә: институциональ осорға тиклем (XX быуат башына тиклем), институционализация һәм фән булараҡ айырылып сығыу осоро һәм хәҙерге фән булараҡ формалашҡандан һуңғы осор[9]. Социологияның XIX—XX быуаттарҙа үҫешенә тәү сиратта сәйәси процестар һәм ваҡиғалар — революциялар (Конт, Дюркгейм, Парсонс), индустриаль үҫеш һәм капитализмдың үҫеше (Маркс, Вебер, Дюркгейм, Зиммель), сәйәси хоҡуҡ, демократик һәм социалистик идеялар (Маркс, Вебер), феминизм хәрәкәте, урбанизация (Вебер, Зиммель, Чикаго мәктәбе), диндәге үҙгәрештәр (Маркс, Дюркгейм, Вебер, Парсонс), биология, физика һәм химия (Конт, Дюркгейм, Спенсер, Мид, Шюц) үҫеше тәьҫир итә[10][11]. Иртә социологияға, тәү сиратта Францияла, Мәғрифәтселек философияһы тәьҫир итә (кешеләр донъяны өйрәнә ала, донъя менән аҡыл һәм эмпирик тикшеренеүҙәр аша идара итә ала тигән фекер алға һөрөлә); мәғрифәтсе Монтескьё һәм Руссоға XVII быуат философияһы һәм фәне йоғонтоһо көслө була (Декарт, Гоббс, Локк һәм Ньютон)[12]. Руссо һәм Монтескьё, айырыуса Францияла, күп кенә социология теорияларының тәүге нигеҙҙәрен һала[13]. Парсонс фекеренсә, Гоббс һәм Локк социологияның төп мәьсәләһен — ижтимағи тәртип мәсьәләһен алға ҡуя[14]. Социологияның ижтимағи тормошто өйрәнеп була тигән фәлсәфәүи ҡарашы, беренсенән, Огюст Конт менән Джон Стюарт Миллгә (позитивистар) һәм, икенсенән, Кант хеҙмәттәренә бәйле[15]. Конт менән Милль ижтимағи (социаль) фән тәбиғи фәндәр кеүек үк закондар һәм сәбәп- эҙемтә бәйләнештәренә нигеҙләнә тип иҫәпләһә, Канттың эшен дауам итеүселәр субъектив интерпретация яҡлы була[16].
Конт социология тәбиғи фәндәр кеүек үк теүәл фән булырға тейеш тип иҫәпләй [17][18]
Маркс, Вебер һәм Дюркгеймды социологияның төп классиктары тип атайҙар, уларҙың эштәре хәҙерге социологик тикшеренеүҙәргә туранан-тура тәьҫир итмәһәләр ҙә, хәҙерге ысынбарлыҡты аңлатыуҙа мөһим сығанаҡ һәм социология тарихының мөһим бер осоро булып торалар. Шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк- социология тәғлимәттәре (ҡанундары) үҙгәрешһеҙ ҡала алмай. Вебер менән Дюркгейм Парсонс тырышлығы менән 1930-сы йылдарҙа ҡанунлаштырылһа, Гидденс Спенсер урынына Карл Марксты 1970-се йылдарҙа, тағы ун йылдан һуң — Зиммелде ҡанунлаштырыуға өлгәшә. Һуңыраҡ хәҙерге осор классиктары рәтенә Бурдьё, Бауман, Луман, Хабермас, Фуко һәм Элиас индерелә[4].
Remove ads
Социологияның структураһы һәм өлкәләре
- Теоретик социология — теоретик белем туплау өсөн йәмғиәтте объектив фәнни тикшереүгә йүнәлтелгән социология[19]. Социаль (ижтимағи) күренештәрҙең һәм кешеләрҙең тәртибенең мәғәнәһен дөрөҫ аңлатып биреү (адекват интерпретациялау) өсөн кәрәк өлкә.
- Эмпирик социология — беренсел социологик мәғлүмәтте методик һәм техник ысулдар менән йыйыу, эшкәртеү һәм анализлауға (һүрәтләүгә) нигеҙләнгән тикшеренеүҙәр. Эмпирик социологияны йыш ҡына социография (был фәнгә һүрәтләү хас булғанға), йәки доксография тип атайҙар, сөнки уның төп функцияһы — йәмғиәттең ҡараштарын, айырым социаль төркөмдәр һәм берекмәләрҙең ҡараштарын һәм социаль кәйефен, халыҡтың (коллектив) аң һәм тәртибен өйрәнеү.
- Ғәмәли социология — парктикаға иң яҡын фән өлкәһе; алынған социологик белемде йәмғиәт тормошо өсөн мөһим булған практик мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыуға йүнәлтелгән өлкә .
Социология структураһы өс кимәлдән тора:
- юғары кимәл — дөйөм социологик белемдәр һәм теориялар кимәле;
- социологияның урта кимәле — фәндең айырым өлкәһе теориялары (мәҙәниәт социологияһы, сәйәсәт социологияһы, хоҡуҡ социологияһы, иҡтисад социологияһы) һәм айырым социология теориялары (шәхес, йәштәр, ғаилә һәм башҡа);
- социология фәненең түбәнге кимәле — конкрет социологик тикшеренеүҙәр.
Социологияны макросоциология һәм микросоциологияға бүлеп тә йөрөтәләр, был йәмғиәтте макро кимәлдә ,йәки микро кимәлдә өйрәнеүгә бәйле. Макросоциология йәмғиәттең социаль структураһын, социаль институттарҙы, ҙур социаль төркөмдәрҙе, социаль берлектәрҙе һәм ҡатламдарҙы, шулай уҡ уларҙа барған процестарҙы,ә микросоциология — ҙур булмаған социаль тәьҫир итешеүҙәрҙе һәм төркөмдәрҙе, социаль селтәрҙәрҙе һәм айырым кешеләр араһында тыуған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә.
Социология әлегә бик йәш фән тип һанала. Социологияның өлкәләре бик күп, уларҙың һаны арта бара.
- Аграрная социология[20]
- Военная социология
- Гендерная социология
- Индустриальная социология[21]
- Историческая социология
- Социология алкоголизма
- Социология армии
- Социология архитектуры
- Социология безопасности
- Социология безработицы
- Социология бизнеса
- Социология брака
- Социология бренда
- Социология будущего
- Социология бюрократии
- Социология власти
- Социология войны
- Социология города
- Социология девиантного поведения
- Социология денег
- Социология детства
- Социология досуга
- Социология духовной жизни
- Социология еды
- Социология животных
- Социология жизненного пути
- Социология жизни
- Социология журналистики
- Социология законодательства
- Социология запаха
- Социология здоровья
- Социология здравоохранения
- Социология знания
- Социология Интернета
- Социология искусства
- Социология кино
- Социология книги
- Социология коммуникаций
- Социология конфликта
- Социология культуры
- Социология литературы
- Социология личности
- Социология любви
- Социология медицины
- Социология моды
- Социология молодёжи
- Социология музыки
- Социология науки
- Социология научного знания
- Социология образования
- Социология организаций
- Социология печати
- Социология политики
- Социология права
- Социология предпринимательства
- Социология преступности
- Социология пространства
- Социология профессии
- Социология психиатрии
- Социология публичной сферы
- Социология революции
- Социология рекламы
- Социология сексуальной ориентации
- Социология религии
- Социология семьи
- Социология старения
- Социология театра
- Социология труда
- Социология туризма
- Социология управления
- Социология эмоций
- Социология этноса
- Социология юриспруденции
- Социология языка
- Фискальная социология
- Экономическая социология
- Экосоциология
- Этносоциология
Remove ads
Ҡарағыҙ
- Коллективный интеллект
- История социологии
- День социолога
- Социальная работа
- Школы и направления в западной макросоциологии
- Социология революции
- Связанные дисциплины
- Социальная антропология
- Социальная философия
- Социальная психология
- Политология
- Обществознание
- Демография
- Социометрия
- Статистика
- Биосоциология
- Децессионизм
- Центральные понятия
- Социализация
- Общество
- Человечество
- Цивилизация
- Власть
- Стратификация
- Индивид
- Личность
- Социальное действие
- Социальная мобильность
- В литературе
- Социальная фантастика
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads