Экватор
Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Экватор (лат. тигеҙләүсе — Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ[1].
Экватор

Экватор — градус селтәрҙәре араһында иң ҙур параллель. Экваторҙың барлыҡ нөктәләре лә Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптан бер үк алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 40 075 696 метрға тиң. Экватор буйлар Ер өҫтө Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарға бүленә.
Экваторҙан башҡа, глобуста тропиктар һәм поляр түңәрәктәр билдәләнә. Уларҙы пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтәләр.
Remove ads
Ҡыҙыҡлы факттар
- Вольф вулканы экваторҙың ике яҙында ла урынлашҡан.
- Бразилиялағы Макапа ҡалаһы бер үк ваҡытта Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан. Ҡалалағы «Zerão» стадионын экватор һыҙығы уртаға бүлеп үтә. Яҡында ғына экваторға Марко Зеро «һәйкәле» ҡуйылған.
- Африкалағы Конго йылғаһы экваторҙы ике мәртәбә киҫеп үтә.
- Экваторҙа боҙлоҡ та бар. Ул Эквадорҙа Каямбе вулканында. Вулкандың көньяҡ итәге экваторҙың иң бейек нөктәһе (4690 м.)[2][3].
- Экваторҙа Ерҙең әйләнеү тиҙлеге — 465 м/c, был тауыш тиҙлегенән артығыраҡ (331 м/c)[2].
- Экватор хөрмәтенә Эквадор, Экватор Гвинеяһы, Экватор Африкаһы аталған.
Remove ads
География
Гринвич меридианынан көнсығышҡа хәрәкәт иткәндә, экватор киҫеп үтә:
Экватор киңлегендә урынлашҡан ҡалалар — Кенияла Мбандака (ДРК), Мбарара (Уганда), Кисуму һәм Накуру, шулай уҡ Индонезияла Понтианак һәм Бразилияла Макапа.
Бынан тыш экватор 33 утрауҙы киҫеп үтә. Шуларҙың 17-һе Индонезия утрауҙары, 9-ҙа Көньяҡ Американың Амазонка тамағында урынлашҡан, 5-һе Африкала Виктория күлендә[2].
Remove ads
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads