Захаров Вадим Петрович

ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia

Захаров Вадим Петрович
Remove ads

Захаров Вадим Петрович (19 апрель 1975 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2022 йылдың 8 апреленән Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2014), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премия (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2005)[4], Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы (2007) лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Вадим Петрович Захаров Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Күгәрсен районы Семен-Петровский ауылында 1975 йылдың 19 апрелендә тыуған[5].

1992 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға[6] тамамлай һәм ул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә, уны 1997 йылда ҡыҙыл диплом[6] менән тамамалай.

Артабан, аспирантураға уҡырға ингәнсе, өс ай хеҙмәт килешеүе буйынса ғилми тикшеренеү лабораторияһында инженер булып эшләй.

19972000 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө аспирантураһында уҡый.

20002001 йылдарҙа — ғилми тикшеренеү лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмтәкәр вазифаһында эшләй

20012004 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө докторантураһында белем ала.

20042006 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының юғары молекуляр ҡушымталар һәм дөйөм химия технологияһы кафедраһы профессоры.

20062010 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лаборатория мөдире[6].

20102012 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы[6].

20122018 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры вазифаһында эшләй.

20182020 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры.

20192020 йылдарҙа «Сколково» Мәскәү идара мәктәбенең «Ғилми-технологик үҫеш лидерҙары» ғилми һәм юғары белем биреү мәғариф ойошмалары етәкселәре өсөн уҡыу программаһын тамамлай.

2020 йылдың июле — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

2021 йылдың апреле — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе итеп тәғәйенләнә[7].

2022 йылдың 8 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде[8].

Remove ads

Ғилми эшмәкәрлеге

Ғилми эҙләнеүҙәре шыйыҡ фазала тиҙ үтеүсе процестарҙың макрокинетикаһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың физик‑химик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы К. С. Минскер етәкселегендә 2000 йылда кандидатлыҡ[9], 2004 йылда докторлыҡ[10] диссертарцияларын яҡлаған. Ғәмәли өлкәлә бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге турбулент аппараттар нигеҙендә энергия һәм ресурс һаҡлаусы галобутилкаучуктар, этиленпропилен каучуктар, алкилсульфаттар алыу технологияларын булдырыуҙа һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡан. В. П. Захаров – 8 монография, өсәүһе сит илдә донъя күргән (Бөйөк Британия, Нидерланд, АҠШ)[11], 280 ғилми мәҡәлә (яртыһынан күбеһе Web of Science һәм Scopus халыҡ-ара мәғлүмәт базаһына инә), 25 патент (10 патент реаль иҡтисад секторы предприятиеларында уңышлы ҡулланыла; шуның етәүһе – Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларында) авторы. 7 фән кандидаты һәм 1 фән докторы әҙерләгән[6]. «Фән» специализацияһы буйынса «Рәсәй лидерҙары 2020» конкурсы финалисы.

Ғилми хеҙмәттәре
  • Minsker K.S., Berlin Al.Al., Zakharov V.P., Zaikov G.E. Fast liquid-phase processes in turbulent flows. Brill Academic Publishers. V.S.P. Intl. Science Netherlands. 2004.180 p.
  • Захаров В. П., Берлин А. А., Монаков Ю. Б., Дебердеев Р. Я. Физико-химические основы протекания быстрых жидкофазных процессов. М.: Наука. 2008. 348 с.
  • Захаров В. П., Исмагилов Т. А., Телин А. Г., Силин М. А. Нефтепромысловая химия. Регулирование фильтрационных потоков водоизолирующими технологиями при разработке нефтяных месторождений: Учебное пособие. М.: РГУ нефти и газа имени И. М. Губкина, 2011. 261 с.
  • Deberdeev R.Ya., Berlin A.A., Dyakonov G.S., Zakharov V.P., Monakov Yu.B. Fast chemical reaction in turbulent flows: theory and practice. Shawbury, Shrewsbury, Shropshire (Unnited Kingdom): Smithers Rapra, 2013. 316 p.
  • Morozkin N.D., Zakharov V.P., Zaikov G.E. Key Technologies in Polymer Chemistry. Apple Academic Press (USA, Canada), ISBN 78-1-4822-5185-2, 2015. 294 р.
Ғилми хеҙмәттәренең тулы исемлеге
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2005)[4].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[12].
  • Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премия лауреаты (2007)[13].
  • Йәш ғалимдар өсөн премияһы менән бергә бирелгән Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы[14].
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2002)[15].
  • Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы, рус. «За большой вклад в развитие науки и в связи с Днем российской науки» (2005)
  • «Soros Graduate Student» дипломы — «Сорос аспиранттары» исемле халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе (2002).
  • Ватан фәненә ярҙам итеү Фондының «РФА-ның иң яҡшы фән кандидаттары» дипломы (рус. Диплом Фонда содействия отечественной науки «Лучшие кандидаты наук РАН», 2004, 2005).
  • Ғилми тикшеренеү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты дипломы (2002, 2003).


Ғаиләһе

Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[6].

Фотогалерия

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads