2022 йыл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
2022 (ике мең егерме икенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 2022 йылы, 3 мең йыллыҡтың 22 йылы, XXI быуаттың 22 йылы, XXI быуаттың 3 ун йыллығының 2 йылы, 2020 йылдарҙың 3 йылы.
Григориан стилендә | 2022 MMXXII |
Юлиан стилендә | 2021—2022 (14 ғинуардан) |
Рим нигеҙләнгән көндән | 2774—2775 (4 майҙан) |
Константинополь эраһы | 7530—7531 (14 сентябрҙән) |
Йәһүд календары |
5782—5783 ה'תשפ"ב — ה'תשפ"ג |
Мосолман календары | 1443—1444 (с 30 июля) |
Боронғо әрмән календары | 1471 ԹՎ ՌՆՀԱ |
Ҡытай календары | 4718—4719 (с 1 февраля) 辛丑—壬寅 белая корова — чёрный тигр |
Эфиопа календары | 2014—2015 |
Боронғо һинд календары | |
- Викрам самват | 2078—2079 |
- Шака самват | 1944—1945 |
- Кали-юга | 5123—5124 |
Иран календары | 1400—1401 |
Remove ads
Ваҡиғалар
БМО ҡарары буйынса, 2022 йыл Халыҡ-ара һөнәрселек балыҡсылығы һәм аквамәҙәниәт йылы тип иғлан ителде[1].
Рәсәйҙә халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы йылы
Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы
Белоруссияла тарихи хәтер йылы
Әзербайжанда Шуша ҡалаһы йылы
Үзбәкстанда халыҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеү йылы
Ҡаҙағстанда Балалар йылы
Ғинуар
- 1 ғинуар
- Рәсәйҙә эшкәртелмәгән түңәрәк урманды экспортҡа сығарыуҙы тыйыу үҙ көсөнә инде һәм сеймал әйләнешен күҙәтеп барыусы һанлы мәғлүмәт системаһы эшләй башланы[2].
- Ҡытайҙа урындағы автомобиль сәнәғәтенә сит ил капиталы инвестицияларына сикләүҙәр тулыһынса бөтөрөлдө[3].
- Иньяцио Кассис Швейцария президенты вазифаһын башҡара башланы.
- Рәсәй Федерацияһында йәшәү минимумы 12654 һумға тиклем арттырылды.
- Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 13 890 һумға тиклем артты.[4]
- Швеция Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың (ОБСЕ) рәйесе итеп һайланды.
- 2 ғинуар
- Рязань өлкәһендә салонында 49 кеше булған автобус аварияға осраған. 5 кеше һәләк булған, 22-һе йәрәхәтләнгән.[5]
- Ҡаҙағстанда тәбиғи газға хаҡтар артыуға ҡаршы митингтар башлана[6][7].
- 3 ғинуар
- Рәсәй Федерацияһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм Франция лидерҙары ядро һуғышына ҡаршы белдереү ҡабул итте[8]
- Хайсам әл-Гайс ОПЕК-тың киләһе секретары итеп һайланды. 2022 йылдың 1 авгусында ул 2016 йылдан ошо вазифаны биләгән Мөхәммәт Баркиндоны алмаштыра[9][10].
- 4 ғинуар — BlackBerry компанияһы үҙенең продукттарына ярҙам күрһәтеүҙе туҡтатты.
- 5 ғинуар
- Халыҡтың ризаһыҙлығы артыу сәбәпле Ҡаҙағстан хөкүмәте отставкаға китте[11].
- Ҡаҙағстандың Мангистау һәм Алматы өлкәләрендә, шулай уҡ Алматы һәм Нур-Солтан ҡалаларында ғәҙәттән тыш хәл индерелде[12][13][14].
- Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстан Республикаһы Именлек советы рәйесе вазифаһынан бушатылды[15]
Февраль
- 4 — 20 февраль — XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары (Пекин, Ҡытай)[17].
- 6 февраль — королева Елизавета II, Британия монархтарынан беренселәрҙән булып, Платина юбилейын билдәләй.
Март
Апрель
Май
- 13—29 май — Хельсинки һәм Тампере (Финляндия) ҡалаларында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты үтә[18].
- 10—14 май — Туринда (Италия) 66-сы «Евровидение» йыр бәйгеһе уҙа.
Сентябрь
- 11 сентябрь — Рәсәй Федерацияһында Берҙәм тауыш биреү көнө.
Октябрь
- 2 октябрь—30 октябрь — Бразиялияла дөйөм һайлауҙар.
- 25 октябрь — ҡояш тотолоуы.
Ноябрь
Remove ads
Вафат булғандар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
2022 год категорияһы табылманы
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads