Золя Эмиль

From Wikipedia, the free encyclopedia

Золя Эмиль
Remove ads

Эмиль Золя (франц. Émile Zola; 2 апрель 1840 йыл — 29 сентябрь 1902) — француз яҙыусыһы, публицист һәм сәйәси эшмәкәр.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

XIX быуаттың икенсе яртыһында реализмдың иң әһәмиәтле ҙур вәкилдәренең береһе — әҙәбиәттә натуралистик хәрәкәттең юлбашсыһы һәм теоретигы. Тәү сиратта Икенсе империя осорондағы француз йәмғиәтенең барлыҡ ҡатламдарын да тасуирлаған 20 томлыҡ «Ругон-Маккара» циклы менән билдәле. Уның әҫәрҙәре күп тапҡырҙар кино һәм телевидение экрандарына сығарыла.

Шау-шыулы "Дрейфус эштәре"ндә мөһим роль уйнай, шул арҡаһында Англияға күсергә мәжбүр була.

Remove ads

Биографияһы

Прованстағы бала сағы һәм үҫмер йылдары

Thumb
Эмиль Золя (1870 йылдар тирәһе)
Thumb
Эмиль Золя ата-әсәһе менән
Thumb
Эмиль Золя



Мане эшләгән портрет. 1868. Париж, Орсе музейы
Thumb
Эмиль Золя. Уның локомотивта Париждан үҙенең «Кеше-хайуан» романы өсөн «тормош раҫлауы» эҙләп Мантҡа сәйәхәте ваҡыьтында эшләнгән. «L ' Illustration», 1890 йылдың 8 марты

Эмиль Золя 1840 йылдың 2 апрелендә Парижда, итальян сығышлы Франция гражданлығын ҡабул иткән инженер Франсуа Золя (итальянса Дзоля кеүегерәк уҡыла) һәм уның француз сығышлы ҡатыны ғаиләһендә тыуа[19]. 1843 йылда Эмилдең атаһы Экс-ан-Прованс каналын төҙөүгә контракт һәм ғаиләһен шунда күсерә. Финанс партнерҙары менән бергә ул уйланған прроекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Прованста компания төҙөй. 1847 йылда ҡаланы һыу менән тәьмин итеү өсөн канал һәм быуа ҡоролмаһы төҙөү башлана, әммә шул уҡ йылда Франсуа Золя үпкә шешенән вафат була.

Thumb
Эмиль Золя үҙенең эш кабинетында. Фото. Фото 1902 йылдың 4 октябрендә немец журналында яҙыусының бер нисә көн элек вафат булыуы айҡанлы баҫыла

Ире үлгәндән һуң Эмилдең әсәһе әҙ генә пенсияға бик фәҡир йәшәй. 1851 йылда ул мәрхүм Франсуа Золяның компанияһына ҡаршы кредитоорҙар башлаған суд процесын күҙәтеү өсөн улы менән Парижға ҡайта. 1852 йылда компанияны банкрот тип иғлан итәләр, ә киләһе йылда канал хужаһын алмаштыра.

Эмиль ул ваҡыт өсөн бик һуң — ете йәшендә генә — белем ала башлай. Әсәһе уны Экс-ан-Прованта Бурбон колледжы ҡарамағындағы пансионға урынлаштыра, унда ул биш йыл белем ала. Прованста дине белемгә эйә була.

Экс-ан-Прованста Эмиль Золяның яҡын дуҫтарының береһе рәссам Прованс Поль Сезанн була, был дуҫлыҡ 1880 йылдар уртаһына тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Золя Альфред де Мюссе, дер Альфред де Виньи һәм Виктор Гюго әҫәрҙәре менән мауыға. Шиғырҙар ҙа яҙып ҡарай, әммә улар хәҙерге ваҡытта юғалған. Экс-ан-Прованс һәм тотош төбәк уның буласаҡ «Ругон-Маккара» циклындағы романдары өсөн сығанаҡ була. Ҡала китапҡа уйлап сығарылған Плассан атамаһы менән ингән.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads