Икенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театры

From Wikipedia, the free encyclopedia

Икенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театры
Remove ads

Икенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театры (ингл. Pacific War: Тымыҡ океан һуғышы) (1941—1945) — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Алыҫ Көнсығышта, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла һәм Тымыҡ океанда барған хәрби хәрәкәттәр. Был төбәктә урындағы хәрби ғәмәлдәр 1931 йылдан, Япония Маньчжурияны баҫып алғандан һуң алып барыла.

Ҡыҫҡа факттар Дата, Урыны ...
Remove ads

Ҡытайҙа япон экспансияһы (1931—1939)

Ғәмәлдә, Тымыҡ океан төбәгендә хәрби хәрәкәттәр 1931 йылдың 18 сентябрендә, Япония Корея биләмәһенән Маньчжурияға баҫып ингәс башлана. 1932 йылдың 7 ғинуарына япон ғәскәрҙәре Бөйөк Ҡытай диуарына барып етә. Оккупацияланған территорияла Маньчжоу-го марионетка дәүләте ойошторола.

1937 йылдың йәйендә экспансия яңынан көсәйә, уға Лугоуцяолағы инцидент сәбәпсе була. Тарҡаулыҡ һәм эске ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында Ҡытай һөҙөмтәле ҡаршылыҡ ойошторора алмай. 1937 йылдың 28 июлендә Пекин бирелә. Йәй аҙағына япон ғәскәрҙәре урындағы коллаборационистар ярҙамы менән Эске Монголияны (Мэнгцзян) баҫып ала. Ноябрҙә, ныҡышмалы алыштан һуң, Шанхай, ә декабрҙә Ҡытайҙың баш ҡалаһы Нанкин бирелә. Халыҡ күпләп йәшәгән территорияны буйһондороп тотоу өсөн япондар марионеткалар хөкүмәтен: Оло юл Хөкүмәте (Шанхай) һәм Ваҡытлы хөкүмәт (Пекин) булдырыуҙы дауам итә. Даими армияның ҡыйратылыуы партизандар хәрәкәте үҫешенә булышлыҡ итә, был хәрәкәттә төп ролде коммунистар уйнай. Ҡытай территорияһын тулыһынса контролдә тотоу мөмкин булмауын аңлап, япондар стратегик пункттарҙы баҫып алыуға һәм тотоп тороуға иғтибар бирә. 1938 йыл аҙағында улар Фучжоуҙы баҫып ала. 1939 йылдың февралендә япон десант көстәре Хайнань утрауына төшә.

1938—1939 йылдарҙа япон Квантун армияһы бер нисә тапҡыр совет Алыҫ көнсығышына һәм Монголияға баҫып инергә маташа. Баҫып ингән ғәскәрҙәр совет армияһы тарафынан тәүҙә Хасан күле буйында, һуңыраҡ монгол ғәскәрҙәре менән берлектә Халхин-Гол йылғаһы буйында сигендерелә. Япония һәм СССР араһындағы килешеү 1945 йылдың авгусына тиклем дауам итә.

Remove ads

Һинд-Ҡытайҙа япон экспансияһы (1940—1941)

Икенсе донъя һуғышы башында Француз Һинд-Ҡытайы Францияның колонияһы була. Әммә Францияның 1940 йылдағы кампанияла еңелеүе сәйәси бушлыҡ барлыҡҡа килтерә, һәм, шуны файҙаланып, Япония 1940 йылдың сентябрендә Һинд-Ҡытайҙы баҫып ала. Төбәктә Таиланд уның союздашы була, ул япон ғәскәрҙәрен үҙ территорияһында урынлаштырырға рөхсәт бирә. Уның урынына Лаосты һәм Камбоджа территорияһының бер өлөшөн ала, ә 1942 йылда Бөйөк Британия һәм АҠШ-ҡа һуғыш иғлан итә.

Remove ads

1941 йылдың декабрендәге япон блицкригы

Thumb
Һинд һалдаттары (Британия армияһы составында) Малайя операцияһы барышында

Япония-Ҡытай һуғышы Япония һәм АҠШ араһындағы көсөргәнешлекте һиҙелерлек көсәйтә. Япон ғәскәрҙәрен Француз Һинд-Ҡытайына керетеүенә яуап итеп АҠШ киң күләмле иҡтисади санкциялар, шул иҫәптән нефть экспортлауға эмбарго индерә. Нефть эмбаргоһынан һуң оҙайлы дипломатик һөйләшеүҙәр яҡтарҙың позицияларын яҡынайтмай, һәм император Хирохито 1941 йылдың 1 декабрендә АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш башлау тураһындағы ҡарарҙы хуплай.

1941 йылдың 7 — 8 декабрендә Япония Азиялағы Британия (Гонконг) һәм Тымыҡ океандағы Америка базаларына (Перл-Харбор) һөжүм итә. Был һөжүмдәр ваҡытында Американың «Аризона» линкоры юҡ ителә, 1000-дән ашыу матрос һәләк була. 1941 йылдың 10 декабрендә япон авиацияһы, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә Британия флотына һөжүм итеп, «Принц Уэльс» линкорын һәм «Рипалс» линия крейсерын батыра.

Инглиз-американ ғәскәрҙәренең еңелеүе япондарға Британия Малайзияһын, Бирманы һәм Филиппинды баҫып алыу буйынса операция башларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта Гуам һәм Уэйк утрауҙарында америка базалары ҡыйратыла. 1942 йылдың 2 ғинуарында япондар Маниланы баҫып ала, ә 11 ғинуарҙа британ ғәскәрҙәре Куала-Лумпурҙан сигенә.

Юғалтыуҙар

Тымыҡ океандағы һуғышта Ҡушма Штаттарҙың 200 мең самаһы хәрби хеҙмәткәре һәләк була[12]. Япон әсирлегендә 27 465 хәрби әсирҙән 11 107-е һәләк була[13]. Бынан тыш, 60-ҡа яҡын америкалы тапманан вафат була[14].

Совет ғәскәрҙәренең дөйөм юғалтыуҙары (үлтерелгәндәрҙе, яралыларҙы һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙы иҫәпкә алып) 36 мең кеше тәшкил итә[15].

Яңы Зеландияның ҡораллы көстәре Тымыҡ океан кампанияһы барышында 578 кешеһен юғалта. Бынан тыш, ҡайһы бер яңы зеландиялылар башҡа илдәрҙең армияларында хәрби хеҙмәт үтәгәндә һәләк була[16].

Япония менән һуғышта Ҡытайҙың 1,5 миллион кешеһе һуғышта һәләк була, 750,000 кешеһе хәбәрһеҙ юғала һәм 1,5 миллион кешеһе ауырыуҙарҙан вафат була[17].

Был һуғышта 2,1 миллиондан ашыу япон хәрби хеҙмәткәрҙәре[18] һәм 800 000 самаһы граждан һәләк була[19]. 1,1 млн кеше АҠШ һуғышта, ә Ҡытай менән һуғышта 500 мең кешеһен юғалта[20].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Беренсе донъя һуғышының тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театры
  • Икенсе донъя һуғышының көньяҡ-Көнсығыш Азия хәрби хәрәкәттәр театры
  • Икенсе донъя һуғышы кампаниялары, алыштары Һәм алыштары
  • Икенсе донъя һуғышында Японияның император флоты
  • Японияның хәрби енәйәттәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads