Куала-Лумпур

Малайзияның баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Куала-Лумпурmap
Remove ads

Куа́ла-Лу́мпур[1] (мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur, тәржемәһе: «бысраҡ тамаҡ»; джавиكوالا لومڤور) — Малайзияның баш ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Штат ...

2009 йылға ҡарата халҡы 1 809 699 кеше тәшкил итә.

Remove ads

География

Куала-Лумпур ҡалаһы Малакка ярымутрауының көньяҡ-көнбайышында Кланг һәм Гомбак йылғалары араһындағы түбән таулы үҙәндә урынлашҡан.

Климат

Куала-Лумпур экваториаль климат бүлкәтендә ята. Күп миҡдарҙа яуым-төшөм (йылына уртаса 2627 мм) күҙәтелә. Йыл әйләнәһенә эҫе һәм дымлы була. Ҡойма ямғырҙар тигеҙ дәүмәлдә йыл дауамында тиерлек яуа, июнь-август айҙарында уның күләме аҙыраҡ кәмей.

Ҡалала температура бер ваҡытта ла 38,5 °C-тан юғары күтәрелмәй һәм 17,8 °C-тан төшмәй. Уртаса тәүлек максимумдары 30—33 °C кимәлендә, минимумдары — 23—25 °C.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Тарих

Куала-Лумпурға 1857 йылда нигеҙ һалына. 1880 йылдан алып 1978 йылға тиклем — Селангор провинцияһы (штаты) үҙәге. 1946—1957 йылдарҙа шул уҡ ваҡытта британия колонияһы үҙәге, 1957—1963 бойондороҡһоҙ Малайя Федерацияһының баш ҡалаһы[2].

Һуңғы модернизм һәм постмодернизм

  • Петронас башнялары (452 метр, 88 ҡат — донъялағы иң бейек ҡоролмаларҙың береһе)

Башҡа иҫтәлекле урындары

  • 5 ҙур парктар (иң әһәмиәтлеһе — «Үҙәк күлле парк» (мал. Taman Tasik Perdana): орхидеялар паркы, күбәләктәр паркы, ҡоштар паркы, Милли мәсет, Ислам сәнғәте музейы, Милли монумент, кәмә станциялары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, асыҡ эстрада менән) һәм бихисап скверҙар.
  • ҡала янында «Zoo Negara» гигант зоопаркы.
  • ҡайһы бер битләүҙәрҙә кеше аяғы баҫмаған һаҡланған урман участкалары (Bukit Nanas).
  • ҡытай кварталы.
  • музей менән һөнәрселек комплексы (Kompleks Kraf).
  • Royal Selangor фабрикаһының туристик үҙәге.
  • ҡала үҙәгендә Kampung Bahru малай ауылы.
  • П. Рамли мемориаль музейы.
Куала-Лумпурҙың төнгө панорамаһы
Куала-Лумпурҙың төнгө панорамаһы

Туғандаш-ҡалалар

Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүләт, Ҡала ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads