Юзиев Илдар Ғәфүр улы
Татар шағиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Юзиев Илдар Ғәфүр улы (3 ғинуар 1933 йыл — 21 декабрь 2004 йыл) — шағир һәм драматург. Татарстандың халыҡ шағиры. Популяр йырҙар авторы.
Remove ads
Биографияһы
Илдар Ғәфүр улы Юзиев Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Ямаҙы ауылында 1933 йылдың 3 ғинуарында тыуа. Ата-әсәһе ауыл уҡытыусылары була.
Ямаҙы урта мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡазан педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Артабанғы тормошон, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген Ҡазан ҡалаһы менән бәйләй.
Ижад юлын журналистика һөнәренән башлай. 1954—1966 йылдарҙа «Ялкын» балалар журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй; 1966—1967 йылдарҙа — «Чаян» журналы әҙәби хеҙмәткәре, 1967—1971 йылдарҙа — Татарстан Яҙыусылар берлегенең әҙәби консультанты.
1973 йылда Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай, шунан һуң өс йыл «Казан утлары» журналының шиғриәт бүлегенә етәкселек итә. Артабан ул Татарстан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары була һәм йәш яҙыусылар менән эшләй.
Remove ads
Ижады
Илдар Юзиев мәктәптә 10-сы класта уҡыған сағында уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға, уның шиғырҙары Өфөлә республика матбуғатында баҫыла башлай.
Илдар Юзиевтың ижады:
- 30 поэма, шул иҫәптән «Тормош еңә» (1953 й.), «Таныш моңдар» (1955 й.), «Миләүшә» (1968 г.), «Һуңғы һынау» (1969 й.), «Ҡылдар» (1978 й.), «Әсәй», «Ҡарурман», «Миләүшә», «Иҙел-Даугава»
- 40-тан ашыу шиғри йыйынтыҡ, шул иҫәптән «Мәңгелек менән осрашыу», «Йәш ҡарағайҙар», «Таныш моңдар», «Шиғырҙарым, йырҙарым», «Мөхәббәт китабы»
- «Умырзая» (1959 й.), «Асыу һаҡламайынса» (1974 й.), «Ҡыр ҡаҙҙары артынан» (1976 й.), «Командировка» (1977 й.) пьесалары.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (22.08.1986)
- «Миләүшә» (1968 йыл) поэмалар һәм балладалар китабы өсөн Муса Йәлил исемендәге республика премияһы.
- «Таш диуарҙар ауазы» һәм "Ҡылдар" (1980 йыл) поэмалары өсөн Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads