Информатика

From Wikipedia, the free encyclopedia

Информатика
Remove ads

Информа́тика (франц. Informatique; ингл. Computer science) — ҡарар ҡабул итеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек биреүсе компьютер технологияларын ҡулланып, мәғлүмәт йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу, анализ һәм баһалау ысулдары һәм процестары тураһында фән[1].

Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡайҙа өйрәнелә ...

Информатика эсенә хисаплаусы машиналарҙа һәм хисаплаусы селтәрҙә эшкәртеүгә ҡараған: абстракт, алгоритмдарҙы анализлау, йәки конкрет, мәҫәлән, программалау телен эшләү һәм мәғлүмәтте тапшырыу протоколы кеүек фәндәр инә.

Информатикала тикшеренеүҙәр темаларына ҡараған мәсьәләләр:

  • компьютер программаларында һәм мәғлүмәттәр базаһында (база данных) нәмәне булдырып була, ә нәмәне булдырып булмай (теория вычислимости һәм искусственный интеллект),
  • нисек итеп максималь эффект менән айырым хисаплауға һәм информацияға бәйле мәсьәләләрҙе (теория сложности вычислений) сисеп була,
  • айырым төр информацияны ниндәй ысул менән һаҡлап һәм кире алып була(структуры һәм базы данных),
  • кеше һәм программалар нисек бер— береһе менән тәьҫир итешергә тейеш (пользовательский интерфейс һәм программалау телдәре һәм представление знаний) һәм башҡалар.
Thumb Thumb
Thumb Thumb
Thumb
Charles Babbage sometimes referred as "father of computing".[2]
Thumb
Ada Lovelace is credited with writing the first algorithm intended for processing on a computer.[3]
Remove ads

Терминдың этимологияһы

Информатика (нем. Informatik) терминын иң беренсе булып, немец белгесе Карл Штейнбух Informatik мәҡәләһендә ҡуллана: Automatische Informationsverarbeitung (Информатика: Автоматическая обработка информации) 1957 года[4].

Француз термины «informatique» 1962 йылда Филипп Дрейфус тарафынан тәҡдим ителә, ул терминдың башҡа Европа халыҡтары телдәренә тәржемәләрен дә эшләй.

«Информология» һәм «информатика» терминдарын 1962 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Александр Харкевич да тәҡдим итә. Фән булараҡ информатика нигеҙҙәре «Основы научной информации» (1965) китабында яҙылған, был китап 1968 йылда «Основы информатики» исемендә яңынан нәшер ителә[5].

Remove ads

Төп терминдар

  • Информация ресурсы — Кадрҙар әҙерләүҙә, фәнни тикшеренеүҙәрҙә һәм матди производствола ҡулланылған, ваҡыт арауығында үҙгәреүсән йәмғиәттең ысын торошон сағылдырған факттарҙы, документтарҙы, мәғлүмәт (данные) һәм белемде концентрациялау (йыйыу)[6].
  • Информация мөхите — уны компьютерҙа һаҡланған, ләкин информация системаһы итеп теркәлмәгән, ниндәй ҙә булһа материаль ысынбарлыҡтағы өлкәгә ҡараған һәм бер, йәки бер нисә ҡулланыусы тарафынан ҡулланылған белем, факттар һәм мәғлүмәттәр барыһы бергә тәшкил итә[7].
  • Информация технологияһы — кешеләр мәғлүмәтте йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм таратыу өсөн ҡулланған ысулдар, ҡоролмалар һәм производство процестары барыһы бергә[7].
Remove ads

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads