Ишле (Ауырғазы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ишле (рус. Ишлы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 43 км

Тарихы

Ишле ауылында типтәрҙәр Меркет-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса 1747 йылда төпләнә. Яһаҡлы татарҙар дүртенсе ревизиянан һуң билдәле була (19 кеше). Киләһе ревизиянан һуң бында хеҙмәтле татарҙар ҙа йәшәүе асыҡланған. 113 кеше Түбәнге Новгород наместниклығының Сергач өйәҙе Яндовищи һәм Ключищи ауылдарынан күсеп килгән. X ревизия 75 йортта 496 керҙәште асыҡлай. 1773—1775 йылғы Крәҫтиән һуғышында Ишле ауылынан 65 кеше ҡатнаша[2].

1865 йылда Ишле исеме менән 2 ауыл теркәлгән: береһендә 93 йортта 767 кеше йәшәгән, икенсеһендә 48 йортта — 608 кеше, ике ауыл халҡы ла игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр (беренсеһендә мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған, икенсеһендә мәсет, училище, почта станцияһы булған). 19 быуат аҙағында был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 йылда 2 мәсет, земство дауаханаһы, сауҙа рәттәре, 4 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1920 йылда Ишле (1‑се һәм 2‑се Ишле) булараҡ теркәлгән. 50‑се йылдарҙа ауыл 20 быуаттың 30‑сы йылдарында нигеҙ һалынған Ишле дауаханаһы һәм Ишле МТС‑ы ҡасабалары менән ҡушыла[3].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь88440148345,454,6
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (89 %) йәшәй[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Ревизия материалдары

1850 йылда[5] һәм 1834 йылда Ишле ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары

  • Ғафури урамы (рус.  улица Гафури)
  • Ибраһимов урамы (рус.  улица Ибрагимова)
  • Ленин урамы (рус.  улица Ленина)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • Болон урамы (рус.  Луговая улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Күпер урамы (рус.  Мостовая улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская улица)
  • Баҫыу урамы (рус.  Полевая улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская улица)
  • Ҡояш урамы (рус.  Солнечная улица)
  • Төҙөлөш урамы (рус.  Строительная улица
  • Фрунзе урамы (рус.  улица Фрунзе)[6].
Remove ads

Билдәле кешеләре

  • Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.
  • Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы (20 май 1920 йыл — 15 июнь 2012 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың Ауырғазы районы «Үҙән» колхозының комплекслы бригадаһының элекке тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads