Ауырғазы районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia

Ауырғазы районыmap
Remove ads

Ауырғазы районы — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге татарҙар, сыуаштар, башҡорттар. Район үҙәге — Талбаҙы ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Атамаһы ...

Remove ads

Географияһы

Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ карсланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша Өршәк һәм Ауырғазы йылғалары аға. Имән, ҡайын ҡатыш имән, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.

Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.

Иҡтисады

Районда нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), гипс, эзбизташ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик рудалар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан.

Нефть ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; ауыл хужалығы техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.

Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.

Remove ads

Социаль–мәҙәни өлкә

Районда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, Талбаҙы ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.

Транспорт

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Remove ads

Билдәле шәхестәре


Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads