Ишморатова Светлана Ирек ҡыҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ишморатова Светлана Ирек ҡыҙы (20 апрель 1972 йыл) — биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй Биатлонсылар союзының идара ағзаһы.
2016 йылдың 5 февраленән Мәскәүҙең ЦСКА футбол клубы етәксеһе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.
Remove ads
Биографияһы
Светлана Ирек ҡыҙы Ишморатова үҙе әйткәнсә, атаһы — татар, әсәһе — башҡорт, тик үҙен татар тип тә, башҡорт тип тә әйтмәй, мосолман ҡатыны тип кенә билгеләй[1]. Ата-әсәһе — Зинәйҙә һәм Ирек Ишморатовтар — сығышы менән Башҡортостандан. Атаһы Ирек Мөсәлим улы Салауат районы Һарғамыш ауылынан, әсәһе Зинаида Фәтхетдин ҡыҙы Архангел районының Үрге Ләмәҙ ауылынан.
2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса яңғыҙ уҙышта һәм эстафетала ике алтын миҙал яулай. Солт-Лейк-Ситиҙа үткәрелгән 2002-се йылғы Ҡышҡы олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ була.

Биш тапҡыр донъя чемпионкаһы — (2001, 2003 һәм 2005) эстафетала, ҡатнаш эстафетала (2005) һәм команда уҙышында (1998).Ике көмөш миҙал эйәһе (масс-старт, 2003, эстафета, 2004), бер бронза миҙалы бар (ҡыуышыу уҙышы, 2003). Йәйге биатлонда ике тапҡыр донъя чемпионкаһы (1999).
Биатлон буйынса Донъя кубогында иң яҡшы һөҙөмтә — 2000 һәм 2006 йылдарҙа 6-сы урын.
1996 йылда бер тапҡыр саңғы буйынса Донъя кубогы өсөн ярышта ҡатнаша.
2007 йылдың 2 декабрендә РФ бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана. Запастағы подполковник. 2016 йылдың февралендә Рәсәй Оборона министры Сергей Шойгу ҡарары менән ЦСКА футбол клубы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Remove ads
Донъя Кубогындағы сығыштар статистикаһы
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены (Рәсәй) (2007) — Физик культураның һәм спорттың үҫешенә индергән ҙур өлөш, спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн[2]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2003) — Физик культураның һәм спорттың үҫешенә индергән ҙур өлөш, 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпия уйындарында спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн .[3]
Уның тураһында
- Упорство и любовь: биография биатлонистки Светланы Ишмуратовой. «Sportobzor.ru» сайты, 2015, 3 февраль[4].
- Абдуллина Л. Елдәй генә етеҙлегең. — «Йәшлек» гәзите, 2006, 7 март
Светлана Ишморатова ата-әсәһе йортонда.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads