Ишмырҙа

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ишмырҙа (рус. Ишмурзино) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 912 кеше булған[4]. Почта индексы — 453655, ОКАТО коды — 80206822001.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...

Икенсе атамаһы — Йүкәләр.

Remove ads

Исеменең килеп сығышы

Ауыл йорт старшинаһы Ишмырҙа Бүлтерәков исемен йөрөтә[5].

Географик урыны

Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Көҙән йылғаһы янында урынлашҡан[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 63 км

Тарихы

Ауыл Советы үҙәге. 1795 йылда рәсми документтарҙа күрһәтелгән. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Әптекәй ауылынан күсеп килеүселәр 1852 йылда Ишмырҙа ауылына нигеҙ һалған. Беренсе булып төпләнгән Ишмырҙа Бүлтерәковҡа 1859 йылда 81 йәш тула. Уның атаһы Бүлтерәк Сафаров 1741 йылғы, 1816 йылда үткәрелгән перепистә күрһәтелгән. Ишмырҙа йорт старшинаһының ярҙамсыһы вазифаһын үтәй, артабан йорт башлығы итеп һайлана. Уның улдары — Әбделмәлик, Әбделлатиф, Юлдашбай (уның улы — Абдулла). Ишмырҙа ауылына шулай уҡ Ишмырҙаның олаталары Туҡай Сафаров (1755 йылғы), Әбил Сафаров (1748 йылғы) һәм Байым Сафаров (1760 йылғы) күсеп киләләр[6]. Туҡай Сафаровтың улдары — Үҙәнбай, Мырҙабай, Ишморат; Әбил Сафаровтың улдары — Буранғол, Субханғол; Байым Сафаровтың улдары — Арыҫланбай, Туғыҙбай, Аралбай, Мөхәмәтша[6]. 1859 йылда 48 йортта 126 ир-егет һәм 139 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

Совет осоро

1920 йылда 84 йортта барыһы 432 кеше йәшәгән[6].

Бөгөнгөһө

«Р.Ғ.Рәсүлев» КФХ-һы (етәксеһе радик Расулев) райондың ауыл хужалығы предприятиелары араһында лайыҡлы урынды биләй, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса малсылыҡ өлкәһендә фермер хужалығы бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, районда 3-сө урынды яуланы[7]. Ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе Г. И. Тотманова) боронғо йолаларҙы тергеҙеү буйынса йәнле эш алып бара, мәҫәлән, буҙа ҡойоу[8], баш итенә саҡырыу[9], «Ҡот ҡойоу», «Тел-теш ҡырҡыу», «Ноҡот һалыу»[10] йолалары һәм башҡа бик күп файҙалы саралар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь911
2010 йыл 14 октябрь80640240449,950,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (100%) йәшәй[11].

Remove ads

Ишмырҙа ауылының ер-һыу атамалары

Йылға исемдәре: Таналыҡ, Аҫыл, Ыуара, Ҡарағайлы күл, Теләғол һаҙы (ҡоҙоҡ), Ҡыһыҡ таш

Ҡоҙок исемдәре: Оло ҡойо, Арсланбай, Мәхийән, Суртангүл, Фәтхулла, Йәҙгәр, Сөләймән

Тау исемдәре: Шәйнәк (I, И, III), Баҡыр тау, Оло тау, Таш тау,Теләк әйткән,Төлкөлө,Ҡарағас, Байсура, Балтатау

Шахта (рудник) исемдәре: Семен, Йолалы, Түбә ҡайын, Баҡыр тау, Бәләкәй Шәйнәк, Байҡара, Таулы Байҡара, Балтатау, Сәнкем

Һаҙ исемдәре: Оло ҡойо һаҙы, Сурманай, Әбей һаҙ, Түбәнге һаҙ Мәмбәт осҡан[12]

Remove ads

Урамдары

  • Аҡмулла урамы (рус. Акмулла (улица))
  • Арыҫланбай урамы (рус.  Арсланбая улица)
  • Баҡыр тау урамы (рус.  Бакыр тау улица)
  • З. Вәлиди урамы (рус.  З. Валиди улица)
  • Крәҫтиән урамы (рус.  Крестьянская улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • М. Мортазин урамы (рус.  М. Муртазина улица)
  • Мәсет урамы (рус.  Мечети улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • С. Игишев урамы (рус.  С. Игишева улица)

[13]

Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Игишев Сөләймән Мөхәмәтйән улы (25.10.1893—1970), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1931—1960 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхозы рәйесе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры[14].
  • Ирназарова Р. В. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишмырҙа урта мәктәбе директоры;
  • Йәнбәков Ғ. С. — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Башзолото системаһында етәкселек вазифаларында була;
  • Әсғәт Йәнбәков — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрҙары артисы[15].
  • Әфләтүнов Сәлихйән Ғиниәт улы (20.02.1949), театр актёры, режиссёр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)[16].
Remove ads

Видеояҙмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads