Ишниязова Дияна Рафаэль ҡыҙы

йырсы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ишниязова Дияна Рафаэль ҡыҙы (22.12.1975) — йырсы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Дияна Ишниязова 1975 йылдың 22 декабрендә Рәсәйҙең Калининград ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡыуы менән бергә фортепиано класы буйынса музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Мәктәптә уҡыған йылдарында Мәктәп үҙешмәкәр сәнғәт солисы була. Сығыштарын тыуған ҡалаһы тамашасыһына тәҡдим итәләр. Литва, Польша, Германия буйлап концерттар күрһәтәләр. 9-сы кластан һуң Калининград музыка училищеһына уҡырға инә.

1993 йылда Ишниязовтар ғаиләһе тыуған яғына — Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһына күсеп ҡайта.

19931995 йылдарҙа Учалы музыка училищеһында,

19952000 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый.

Remove ads

Хеҙмәт юлы

1997 йылдан башлап «Аманат-шоу», «Йәшлек-шоу», «Урал-моңо» фестивалдәрендә ҡатнаша.

20002003 йылдарҙа төҙөлөш колледжы үҙешмәкәрлегенең художество етәксеһе булып эшләй.

20042006 йылдарҙа — Республика лицей-интернатында вокал уҡытыусыһы була.

Ишниязова Дияна 2006 йылдан — ҡала мәҙәниәт идаралығы ҡарамағындағы ҡала мәҙәниәт һарайында йырсы-солист. «Мираҫ» ансамбле составында сығыш яһай.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы.

Remove ads

Репертуары

Дияна Ишниязова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара:

Рәшитова Гөлнара һүҙҙәренә көйҙәрҙе үҙе ижад иткән:

  • Аҡҡошло күл
  • Башҡортостан
  • Китмә
  • Маладис, бирешмә
  • Тәүге мөхәббәт

Күп йырҙарының һүҙҙәрен дә, музыкаһын да үҙе ижад итә:

  • Үҙемә
  • Һинең күҙҙәр
  • Һинең менән
  • Әсәйгә йыр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads