Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы (1 сентябрь 1952 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, агроном. Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө:, Тыуған урыны: ...
Remove ads

Биографияһы

Иҙрис Ноғманов (Ноғманов Ринат Мөҙәрис улы) 1952 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының Әхмәт ауылында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡырҙас, Ишҡол, Урал мәктәптәрендә уҡый. Урта белем тураһындағы аттестаты Асҡар мәктәбендә ала.

Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ҡырҙас мәктәбендә эш юлын башлай. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Ҡырҙас мал һимертеү комплексына баш агроном итеп тәғәйенләнә.

Иҙрис кесе йәштән ижадҡа тартыла, нәҫерҙәр, уймаҡ хикмәттәр, хикәйәләр яҙа, һуңынан повестарға, романдарға тотона, әҫәрҙәре абруйлы баҫмаларҙа донъя күрә. «Ауыл хикәйәләре» (2007), «Әсәйгә бүләк» (2008), «Ғүмерлек һағыш» (2009) кеүек китаптары баҫыла. «Һаҡмарбаш» исемле тарихи романы айырыуса ныҡ танылды[1]. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Иҙрис Ноғмановтың әҫәрҙәре «Аманат», «Һәнәк», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» һәм район гәзиттәрендә баҫылды, автор үҙе «Аманат» журналы, «Йәшлек» гәзите редакцияларының лауреаты булды.

Remove ads

Китаптары

  • Әсәйгә бүләк: Бала саҡ хаҡында хикәйәләр. Өфө: Китап, 2008.
  • Һаҡмарбаш: Роман, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2013.
  • Ике ут араһында[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Әбйәлил районының И.Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты[2].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads