Әбйәлил районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia

Әбйәлил районыmap
Remove ads

Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Географияһы

Район ерҙәренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайыш — таулы-урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек һәм Ҡырҡтытау түбәләрендә, юғары битләүҙәрендә урыны-урыны менән ҡайынлыҡтар һәм ҡарағай, ҡарағаслыҡтар осрай. Битләүҙәр — ҡатҡан йоҡа ҡара тупраҡлы, ә тигеҙлектәр — һелтеһеҙ уңдырышлы ҡара тупраҡлы. Уралтау һыртында ҡайын ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш ҡарағас урманы үҫә, ерҙең өҫкө ҡатламы һоро урман һәм көлһыу тупраҡ менән ҡапланған. Райондың көнсығыш өлөшөндә эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған, Яйыҡ йылғаһы үҙәне яғына иңкеүләнгән тигеҙлек ятауылы Был яҡтағы бейеклек 350—400 м тирәһе. Тирә-яғы төрлө үлән ҡатыш ҡылған үҫкән уңдырышлы һәм ғәҙәттәге ҡара тупраҡлы далалалар.

Thumb
Һаҡмар йылғаһы башы, Әбйәлил районы.

Район территорияһына Азия ҡитғаһынан килгән континенталь һауа ағымы тәьҫир итә.

Ҡыш көнө баҫыу өҫтөндәге ҡарҙы осороп алып китә торған һепертмә бурандар йыш була, ә йәй көндәрендә көньяҡтан йыш ҡына эҫе ҡоро елдәр иҫә. Таулы-урманлы урындарҙа климат артыҡ ҡоро түгел. Йылға селтәре Яйыҡтың уң ҡушылдыҡтары булған Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғаларынан тора. Райондың таулы-урманлы көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Яйыҡтың ҙур ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһы башлана.

Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында күлдәр урынлашҡан (Мулдаҡ, Мауыҙҙы, Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Суртанды, Сыбаркүл һ.б.). Ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ятҡылыҡтары бар. Район территорияһында Орсоҡ һәм Дарыулы йылғалары үҙәнендә һибелмә, ә Ярлыҡап ауылы эргәһендә рудалы алтын бар; төньяҡ өлөшөндә марганецрудаһы ятҡылыҡтары (Ниязғол, Йәлембәт, Күсем) табылған; ҡуйы ҡыҙыл, алһыу ҡыҙыл, ҡараһыу шәмәхә төҫөндәге һәм башҡа төр йәшмәнең өҫкә сығып ятҡан урындары билдәле. Урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн Ҡолоҡас туф, брекчияһы (ваҡ таш алыу), Тупаҡ балсыҡ ятҡылығы һәм Красная Башкирия ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығы (кирбес етештереү өсөн), шулай уҡ Йәнгел эзбизташ ятҡылығы эшкәртелә, Мауыҙҙы һәм шифалы ләме булған Мулдаҡ күлдәре тәбиғәт ҡомартҡылары булып иҫәпләнә.

Remove ads

Иҡтисад

Әбйәлил районы — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы биләмәләре 208,5 мең га (район майҙ-ның 48,6 %, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 118,0, көтөүлектәр — 70,2, сабынлыҡтар — 20,2 мең га. Райондың дала зонаһында — яҙғы бойҙай (күберәк көслө һәм ҡаты сорттар), ҡарабойҙай үҫтереү; һөт-ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ; тау-урман зонаһында һөт-ит мал-ғы, ит-йөн һарыҡсылығы, тибен йылҡысылығы, яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло үҫтереү төп тармаҡтар булып тора. Әбйәлил урман хужалығының 121,3 мең га майҙанында 17504 мең м³ үҙағас, шул иҫәптән 8215 мең м³ ылыҫлы ағас бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған бәләкәйерәк предприятиелар (Асҡарҙағы он тартыу комб-ты һәм май заводы), төҙ. материалдары произв-һы бар.

Район територияһы аша Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман, Магнитогорск—Сибай тимер юлдары, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән, Булгаково— Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. «Красная Башкирия» совхозы территорияһында Магнитогорск аэропорты урынлашҡан.

Remove ads

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 74 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 28 урта мәктәп; Таштимер ауыл хужалығы ПУ, 32 дөйөм китапхана, 77 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы эшләй. Асҡар ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Күсем ауылыда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов музейы асылған.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Абзелил» — «Осҡон» гәзите сыға.

Мауыҙҙы күле буйында ләм менән дауалай торған «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм «Ҡараташ» шифахана-профилакторийы урынлашҡан.

Билдәле шәхестәр

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
2010
2016
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 88,6 %, урыҫтар — 8,6 %, татарҙар — 1,6 %, башка — 1,2 %[37].

Remove ads

Ер-һыу атамалары

  • Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы[38]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads