Йәһүд календары

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Йәһүд календары (йәһ. הלוח העברי, ха-лу́ах ха-иври́) — йәһүдтәрҙең йыллыҡ календары, Израилдә (григориан менән бергә) рәсми календарь. Был календарь буйынса йәһүд байрамдарын билдәләйҙәр, синагогаларҙа Тораның тура килгән өлөштәрен уҡыйҙар, тыуған көндәрен һәм вафат булған туғандарының хәтер көндәрен билдәләйҙәр, рәсми һәм коммерция документтарында дата ҡуялар. Йәһүд даталарын һанағанда Ай фазалары артынан күҙәтеүе урынына математиканы хәҙерге ҡулланыу 359 йылда Гилель Икенсе ҡарары менән раҫланған. Йәһүд эраһы беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 6/7 октябрендә башлана[1]

Ҡыҫҡа факттар Календарь, Календарь хаҡында мәғлүмәт ...

Календарь ай-ҡояшлы булып тора, шунлыҡтан һәр бер календарь датаһы һәр ваҡыт шул уҡ йыл миҙгеленә генә түгел, ә Айҙың шул уҡ фазаһына тура килә. Айҙар Рош Ха-Шана (йәһүд яңы йылы) һымаҡ һәр ваҡыт яңы Айҙа башлана. Песах байрамы һәр ваҡыт яҙ башындағы һилалда (тулы Айҙа) билдәләнә.

Remove ads

Тарихы

Йәһүд календары тарихында өс төп дәүерҙе айыралар:

  • библия (тәүрәт), Моисейҙан Ездра һәм Неемияға тиклем (беҙҙең эраға тиклем 1500—450 йылдар),
  • тәүрәттән һуңғы (беҙҙең эраның 70 йылда икенсе Иерусалим ғибәҙәтханаһы емерелеүенә тиклем),
  • талмуд, Талмуд төҙөгәнгә тиклем (беҙҙең эраның 70—500 йылдар).

Тәүге дәүерҙә айҙарҙың башланыуы һәм байрамдар тик йәш Ай күренгәс һәм Ҡояштың торошо буйынса билдәләнгән, икенсеһендә — өлөшләтә Айҙың күренеүе һәм Ҡояштың торошо буйынса, өлөшләтә хисаплауҙар буйынса, өсөнсө дәүерҙә — тик хисаплауҙар буйынса.

Remove ads

Календарь ҡоролошо

Йәһүд календарында ябай йыл (йәһ. שנה פשוטה, шана́ пшута́) 12 Ай айҙарынан тора; кәбисә йылында (Ҡалып:Lang-he2, шана́ меубе́рет) өҫтәмә ай өҫтәлә. Ябай йәки кәбисә йылы артабанғыса булыуы мөмкин:

  • дөрөҫ (Ҡалып:Lang-he2, ке-сидра́), бөтә 12 айҙар алмашлап 30 һәм 29 көндән торған саҡта;
  • етәрлек (Ҡалып:Lang-he2, шлема́), ғәҙәттә 29 көндән торған хешван айы 30 көндән торған саҡта;
  • етмәҫлек (Ҡалып:Lang-he2, хасера́), ғәҙәттә 30 көндән торған кислев айы 29 көндән торған саҡта.

Шулай итеп йыл 6 төрлөсә оҙайлы буйлыуы мөмкин:

Ентеклерәк мәғлүмәт Йылдар төрө, Ябай йылдағы көндәр ...

Песах байрамы нисан айының 15-ндә байрам ителә[2][3][4], ә нисан айы яҙғы ай булырға тейеш, шунлыҡтан Ай календары йылын Ҡояш календарының йылы менән тура килтерер өсөн йәһүд календарында 19 йыл циклы (бәләкәй цикл) ҡабул ителгән, бында 7 йыл кәбисә. 19-йыллыҡ циклда кәбисә йлдарының һандары — 3, 6, 8, 11, 14, 17, 19.

Йәһүд йылының дауамлығы (дөрөҫ, етәрлек йәғни етмәҫлек булыуына ҡарамаҫтан) дауамлығы тишрей айының 1-се көнөнә тура килгән көн (Рош Ха-Шана, йәғни Яңы йыл) менән билдәләнә. Иудаизмдың положениеларына ярашлы, Йом Кипур (10 тишрей) йомаға йәки йәкшәмбегә тура килә алмай (сөнки Йом Кипурҙа шәмбегә, ә шәмбелә Йом Кипурға әҙерләнеп булмай); шуға күрә Рош Ха-Шана шаршамбы йәки йома була алмай. Хошана Раба байрамы (21 тишрей) шәмбегә тап килә алмай (сөнки был көндә башҡарылған ҡайһы бер йолалар шәмбелә тыйылған эш булараҡ ҡарала); шунлыҡтан, Рош Ха-Шана йәкшәмбе көнө була алмай. Шулай итеп, яңы йыл тик дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна йәи шәбе көнөнә тура килә ала. Рош Ха-Шана аҙнаның ҡулайлы көнөнә тура килһен өсөн, кәрәк саҡта алдағы йылды бер көнгә оҙонайталар.

Барлыҡ йәһүд календарының нигеҙенә яңы Айҙың билдәләүе һалынған, ул йәһүд хисаплауҙары буйынса беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 7 октярендә дүшәмбе көнөндә 5 сәғәттә һәм ярты тәүлектең 204 өлөшөндә (йәғни 17 сәғәт 11 минут 20 секунд) башланған. Йәһүд календарҙары хисаплауҙарында сәғәт 1080 өлөшкә бүленә (7-нән тыш барлыҡ бер һанлы бүлеүселәргә бүленгән), ә һәр бер өлөшө — 76 мәлгә[5].

Караимдар шулай уҡ йәһүд календарын файҙаланалар, тик улар сәғәтте дөйөм нигеҙҙә бүләләр һәм башҡаса яңы Айҙы билдәләйҙәр.

Remove ads

Йәһүд календары һәм дини байрамдар

Иудаизмға ярашлы, календарҙа йылдың тәүге айы — нисан, бынан барлыҡ дини байрамдарҙың хисабы башлана. Әммә йылдар хисабы 7-се айҙан (тишрей) башланып Рош Ха-Шана билдәләнгән ваҡытта бара.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ай (йәйәлә — Боронғо Ғәһедтә телгә алынған иҫкесә атамаһы), Көндәр иҫәбе ...

* Кәбисә йылында Адар беренсе (Адар алеф) 30 көндән тора, ә Адар икенсе (Адар бет) — 29 көндән, шул уҡ ваҡытта ябай кәбисә булмаған йылда Адар алеф 29 көндән тора[6]

Ентеклерәк мәғлүмәт Йәһү йылы, Григориан йылдары ...

Ҡалып:Месяцы еврейского календаря

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads