Каллиопа

From Wikipedia, the free encyclopedia

Каллиопа
Remove ads

Каллио́па (бор. грек Καλλιόπη «һүҙгә маһир, телгә оҫта») боронғо грек мифологияһы — эпик шиғриәт[2], фән һәм философия музаһы. Диодор этимологияһы буйынса, исемен матур һүҙҙе (καλή һәм εὐέπεια) тантаналы иғлан итеүҙән алған[3].

Зевс һәм Мнемосинаның өлкән ҡыҙы. Аполлон (йәки Эагрҙан тыуған Орфей һәм Линаның әсәһе[4]). Тағы бер фараз буйынса, Рестың әсәһе[5]. Икенсе версия буйынса, Аполлондан Гомерҙы тапҡан[6]. Ҡайһы берҙә корибанттар әсәһе тип атала.

Гесиодҡа ярашлы, музалар араһында ныҡ айырыла, батшалар артынан эйәрә[7]. Уны Алҡман[8], Стесихор[9] телгә алалар. Каллиопаға Вергилий[10] мөрәжәғәт итә. Баҡыр Дионисий элегияларында шиғриәтте «Каллиопа тауышы» тип атаған[11].

ИҒәҙәттә балауыҙ табличка һәм яҙыу таяҡсығы, стилус, менән һүрәтләгән. Эпизефир Локриһында хөрмәт ителгән[12].

1852 йылда асылған астероид Каллиопа исеме менән (22) Каллиопа аталған. Музаның исеме менән каллиопа музыка ҡоралы аталған.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads