Клио

From Wikipedia, the free encyclopedia

Клио
Remove ads

Клио́ (бор. грек Κλειώ}}, һүҙмә-һүҙ — «дан бүләк итеүсе»[1], латин. Clio) — боронғо грек мифологияһында тарих музаһы. Зевс менән хәтер алиһәһе Мнемозинаның (Hes. Theog.) ҡыҙы[2]. Диодор Сицилийскийға ярашлы, шиғриәттә данлау маҡталыусыларға бөйөк дан бирә (клеос) тигән мәғәнәнән алынған[3].

Туғыҙ Олимпия музаһының береһе. Фараздарҙың береһе буйынса, Геяның ҡыҙы[4].

Клио Афродитаны Адонисҡа мөхәббәте өсөн ҡыҙарта, тегенеһе шуға үс итеп Афродитаны Пиерға ғашиҡ иттерә, һәм ул Гиацинт (Гиакинф) исемле ул таба[5][6]

Совет тарих энциклопедияһына ярашлы, тәүге әҙер ул, күрәһең, героик йыр музаһы, дан тураһында алдан хәбәр биреүсе (провозвестница), ә классик осорҙан һәм эллинизмдан башлап — тарих ҡурсалаусыһы[7][2].

Thumb
Муза Клио статуяһы

Клио хөрмәтенә 1865 йылда асылған (84) Клио астероиды аталған.

Remove ads

Иконографияһы

Зиһенле, дәртле, тәрән фекерле йәш ҡатын булып һүрәтләнә[7]. Иртә традиция буйынса ул грифель һәм папирус йәки пергамент төргәге, йәки футляр, төргәктәр өсөн ҡумта менән һүрәтләнә[8].

1593 йылда итальян яҙыусыһы Чезаре Рипа үҙенең «Иконология» китабында Клионы һүрәтләү өсөн түбәндәге аллегорик атрибуттар тәҡдим иткән:

  • Лаврҙан үрелгән венок (ҡаһарманлыҡ һәм изгелек билдәһе)
  • Торба (музыка уйын ҡоралы, дан символы)
  • Тарихи әҫәр томы

Вермеерҙың «Рәссам оҫтаханаһы» картинаһы (1667) — һынлы сәнғәттә Клио атрибуттарын ҡулланыуҙың сағыу миҫалы.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads