Камчатка крайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Камча́тка крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Алыҫ Көнсығыш федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Петропавловск-Камчатский ҡалаһы.
Remove ads
География

Камчатка крайы төньяҡта — Чукот автономиялы округы, төньяҡ-көнбайышта — Магадан өлкәһе һәм көньяҡта Беренсе Курил боғаҙы аша — Сахалин өлкәһе менән сиктәш. Край Камчатка ярымутрауын һәм уға яҡын ятҡан материк территорияларҙы, шул иҫәптән утрауҙарҙы биләй. Көнсығыш ярҙарын Тымыҡ океандың Беринг диңгеҙе (яр буйының оҙонлоғо 2000 км ашыу), ә көнбайыш ярҙарын Охот диңгеҙе (яр буйының оҙонлоғо яҡынса 2000 км) һыуҙары йыуа. Майҙаны — 464 275 км².
Remove ads
Тарих
Камчатка крайы 2007 йылдың 1 июлендә Камчатка өлкәһе һәм Коряк автономиялы округының берләшеүе һөҙөмтәһендә ойошторолған[5].
Халҡы
100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 316 116 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 0.68 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 77.8 % (2015).
Камчатка өлкәһендә 1989 йылда — 959, 2002 йылда — 575 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[17].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads