Каракис Иосиф Юльевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Каракис Иосиф Юльевич (29 май 1902 йыл, Балта — 23 февраль 1988 йыл, Киев) — совет архитекторы, төҙөүсе, рәссам һәм педагог, украин совет төҙөүселәренең иң һөҙөмтәлеһе[2][3]. Донъя кимәлендәге архитектор[4][5][6][7].
Remove ads
Биографияһы


1908 йыл, Балта ҡала
Иосиф Каракис 1902 йылдың 29 майында Балта ҡалаһында Турбовтағы шәкәр заводының хужалашы һәм эшсеһе Каракис Юлий Борисович (1879—1943) һәм Фрида Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Гейбтман) (1882—1968) ғаиләһендә тыуа. Иосиф ғаиләлә өлкән бала була. Ҡустыһы Давид Юльевич Каракис (1904—1970) хәрби табип карьераһын һайлай, полковник дәрәжәһенә тиклем үҫә, Бөйөк Ватан һуғышында армия эпидемиологы[9] (санэпидемотряд начальнигы[10]) була.
1909 — 1917 йылдарҙа Иосиф Каракис Винница реаль училищеһында[~ 1] уҡый, шул уҡ ваҡытта рәссам А. М. Черкасскийҙың киске рәсем дрестәренә йөрөй. 1918 йылдан Винница театрында Матвей Дракала Юра Гнат, Амвросий Бучма һәм Марьяна Крушельницкая труппаһы өсөн рәссам-декоратор булып эшләй[11][12]. 1919 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә. Бер йыл Польша фронтында булғандан һуң 14-се армия штабында хәрби агитатор итеп ҡалдырыла, унда агитпоезд рәссамы булып хеҙмәт итә[13]. 1921 йылдан — Винница губерна сәйәси мәғрифәтселегенең сәнғәт һәм боронғо һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса комиссия рәссамы — ҡала музейы өсөн галерея һәм Немировта княгиня Браницкая йортонда уның тупланмаларынан китапхана булдыра[14].
1922 йылда Халыҡ хужалығы институтының юридик факультетына уҡырға инә. Бер йылдан Киев художество институтының һынлы сәнғәт факультетына инә[15]. Уҡыу ваҡытында театр рәссамы булып эшләй (1925]]—1926 йылдарҙа Николай Бурачек етәкселегендә)[14][12]. Шул уҡ ваҡытта, 1925 йылда, Яков Штейнберг йоғонтоһонда художество факультетының 3-сө курсынан архитектура факультетының беренсе курсына күсә[14][12].
1926 йылда, уҡыған ваҡытында Иосиф Юльевич Киев вокзалын төҙөгәндә үҙенең уҡытыусыһы Вербицкийҙа өлкән техник булып эшләй[12][16], һуңынан — проектлау ярҙамсыһы, шулай уҡ Фәндәр Академияһы һәм Оло Житомир урамы, 17 адресы буйынса беренсе табип йортон төҙөүҙә ҡатнаша[12][16]. 1927 йылда, ата-әсәһенән йәшереп, консерваторияның фортепиано бүлеге студенты, Киев һылыуҡайҙарының береһе тип иҫәпләнгән Анна Ефимовна Копманға өйләнә (1904—1993)[17].
1929 йылда Каракис архитектура факультетын тамамлай[14].
Шул уҡ йылда Я. А. Штейнберг етәкләгән Украина архитекторҙар берлегенә инә[12]. И. Г. Волошинов менән берлектә Ф. П Алешин етәкселегендә үҙенең тәүге бинаһын проектлай, һуңынан ул архитектура ҡомартҡыһына әүерелә[18][19][20]. 1930 йылда И. Каракис Е. В. Холостенко һәм Н. В. Холостенко, М. Г. Гречина, П. Г. Юрченко һәм В. Г. Заболотный менән берлектә «Октябрь» йәмғиәтен ойоштора[12]. Бер йылдан һуң (1931—1932) Л. Н. Кисилевич менән бергә Голосеевола урман-техник институты уҡытыусылары өсөн торлаҡ йорт проектын эшләй[21], ул 1932—1933 йылда төҙөлә. 1931 йылдың ғинуарында И. Каракис армияға саҡырыла, тәүҙә — УНР-13-төң техник часында, һуңынан Украина хәрби округында инженер-архитектор була[13].
Хәрби хеҙмәт менән бер үк ваҡытта, 1931 йылда И. Каракисты бер йыл элек асылған Киев инженер-төҙөлөш институтына (КИСИ), гражданлыҡ ҡоролмаларын проектлау кафедраһына А. М. Вербицкийҙың ассистенты итеп саҡыралар[16]. Шул уҡ 1931 йылда ул үҙенең беренсе бинаһын үҙ аллы проектлай. Ҡыҙыл Армияһы һәм Флот йорто хәҙер архитектура ҡомартҡыһы булып тора. 1931 йылда бинаны проектлаған өсөн архитектор Иосиф Каракис күн пальто менән бүләкләнә[22]. 1932 йылдың мартында И. Ю. Каракис (П. Г. Юрченко һәм С. Татаренко менән авторҙашлыҡта) Мәскәүҙә Курск вокзалын реконструкциялау проекты өсөн Бөтә союз конкурсының өсөнсө премияһына лайыҡ була. Беренсе премия бер кемгә лә бирелмәй[16], икенсе урынды СССР территорияһында 100-ҙән ашыу вокзал авторы И. Явейн ала[16][23]. Әммә вокзал бинаһын 1938 йылда Г. Волошинов реконструкциялай.
Һуғыш осоро (1933—1941)
1930 йылдарҙа Каракис ҡала Советы һәм Хәрби проект оҫтаханаларында эшләй, Киевтың иң яҡшы архитекторҙарының береһе була[24]. И. Каракис КИСИ-ҙың штаттан тыш хеҙмәткәренән штатҡа күсерелә һәи тиҙҙән иң яҡшы уҡытыусыларҙың береһе тип таныла. Уның лекцияларына эләгеү ҙур уңыш тип һанала. Шул уҡ йылда Каракис доцент дәрәжәһе ала[13].
Элекке Советтар Союзы территорияһында һәм сит илдәрҙә украин конструктивизмының ҡыҫҡа дәүере[24][25][26] һәм тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлау өсөн актив көрәшеүсе. Белгестәр фекеренсә, авторҙың 1930 йылдарҙағы торлаҡ һәм йәмәғәт биналарының күп новаторлыҡ идеялары әлегә тиклем яңы һәм мөһим[27], ә архитекторҙың уй-фекерҙәре заманынан күпкә алда йөрөй[28]. Иосиф Каракис — һуңынан архитектура ҡомартҡыһына әүерелгән тиҫтәләгән бина авторы, СССР ваҡытында бик күп ҡалаларҙа уның типовой проекттары тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда, уның проекты буйынса 4500-ҙән ашыу мәктәп бинаһы төҙөлә (төҙөлөш әле лә дауам итә[29])[2][3].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads