Картвель телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Картвель телдәре (йәки көньяҡ-кавказ; груз. ქართველური ენები) — көньяҡ Кавказда, башлыса Грузияла таралған телдәр ғаиләһе.
Башҡа телдәр менән генетик бәйленеше билдәләнмәгән. Элегерәк гипотетик кавказ телдәре йәки иберий-кавказ телдәре макро-ғаиләһенә индергәндәр. Был гипотеза фәнни йәмғиәт тарафынан кире ҡағылһа ла, Грузияла киң таралған. Картавель телдәренең ностратик макро-ғаиләгә ҡарауы тураһында ла гипотеза бар[1]. Был гипотеза бәхәсле һәм күп кенә белгестәр тарафынан тәнҡитләнгән һәм кире ҡағылған. Гипотезаның йомғаҡтарын компаративистар ҡабул итмәй, һәм тулыһынса яңылыш һәм ышанысһыҙ тип иҫәпләй[2][3].
Remove ads
Классификация

- Көньяҡ картавель тармағы
- грузин теле — телде белеүселәр 3,6 млн.[4] (шул иҫәптән Картли, Кахети һәм Имерети диалекттары).
- Заин (колхида) төркөмө
- Төньяҡ картавель (сван) тармағы
Боронғо Грузияның әҙәби теле лә картавель телдәренә инә.
Грузияла киврули, Израилдә ивр. גרוזינית יהודית (грузинит йехудит) йәки ивр. גאורגית יהודית (георгит йехудит) тип аталған грузия йәһүдтәре телен дә картавель телдәренә ҡарай тип иҫәпләйҙәр. Лингвистарҙың күпселеге был телде иврит һәм арамей телдәренән бик күп һүҙҙәр үҙләштергән грузин теле диалекты тип иҫәпләй. Йәһүд яҙмаһын ҡулланалар.
Хәҙерге картавель телдәренән тик грузин теленең генә яҙмаһы бар. XIX быуаттан лаз теленә (Германия һәм Төркиәлә латиница нигеҙендә) һәм мегрель теленә (Грузияла грузин яҙмаһы нигеҙендә) яҙма булдырылды, тик әлегә киң таралау тапманы.
Remove ads
Грамматик үҙенсәлектәре
Картавель телдәрендә 11-ҙән 15-кә тиклем модаль-заман формалары бар. Исемдәрҙең һәм башҡа һүҙ төркөмдәренең грамматик заты юҡ. Аблаут [9] (Тамыр һүҙҙәрҙәге һуҙынҡыларҙың морфологик сиратлашыуы. Мәҫәлән, ғәрәп телендә китаб — көтөб (күплек төшөнсәһе) бар. Егермешәрле иҫәп системаһы бар. Латин, грек, ғәрәп, фарси, төрки телдәренән ингән һүҙҙәр бар. [10]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
