Кавказ аръяғы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кавказ аръяғы[1][2][3][4][5] (әзерб. Cənubi Qafqaz, әрм. Հարավային Կովկաս, груз. სამხრეთი კავკასია; рус. Закавка́зье йәки Көньяҡ Кавказ — Оло Кавказдың Төп Кавказ һырты йәки Һыу айырғыс һыртының көньяғында ятҡан, Көнсығыш Европа һәм Алғы Азия сигендә урынлашҡан геосәйәси төбәк.
Remove ads
Географияһы

Кавказ аръяғына Оло Кавказдың көньяҡ битләүенең күпселек өлөшө, Колхида уйһыулығы һәм Курск уйпатлығы, Кесе Кавказ, Әрмән таулығының[6] төньяҡ-көнсығыш өлөшө, Ленкоран уйпатлығы булған Талыш тауҙары ҡарай.
Кавказ аръяғы сиктәрендә Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия дәүләттәре урынлашҡан. Төбәккә шулай уҡ өлөшләтә танылған дәүләттәр: Рәсәй һәм тағы бер нисә ил бойондороҡһоҙлоғон таныған Абхазия Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия, шулай уҡ танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы инә. Кавказ аръяғы төньяҡта Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш, көньяҡтан — Төркиә һәм Иран, көнбайышта — Ҡара диңгеҙ, көнсығышта Каспий һыуҙары менән йыуыла. Кавказ Аръяғы майҙаны 190 мең км² тәшкил итә[7].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

