Катар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Катарmap
Remove ads

Ҡа́тар, Ҡатар дәүләте (ғәр. دولة قطر Дәүләт Ҡа́тар) — Яҡын Көнсығышта Ғәрәбстан ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт (әмирлек). Көньяҡтан Сәғүд Ғәрәбстаны менән сиктәш, башҡа яҡтан Фарсы ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.

Ҡыҫҡа факттар

Төньяк-көнбайышта Бахрейн утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән диңгеҙ сиге бар. Баш ҡалаһы — Доһа ҡалаһы.

Ҡатар – донъялағы иң бай илдәрҙең береһе, Халыҡ-ара валюта фонды тикшереүҙәре буйынса эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса был ил лидерҙар рәтендә.

Ҡатар — тәбиғи газ запасы буйынса 3-сө, тәбиғи газ эспортлау буйынса 6-сы урында, щулай уҡ нефть һәм нефть продукттарын экспорлау буйынса 21-се урында тора. Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһына инә.

Remove ads

Тәбиғәте

Ил сүллектә урынлашҡан. Төньяғында һирәк кенә оазистары булған ҡомло тигеҙлек; урта өлөшөндә ташлы сүллек, тоҙло тупраҡлы урындары бар; көньяғын ҡом тауҙары биләп алған. Климат ҡоро континенталь тропик. Йәйен температура йыш ҡына 50 °C-ҡа күтәрелә. Ярымутрау һыуға бик ярлы. Даими йылғалар юҡ. Эсәр һыу диңгеҙ ҙыуын сөсөләндереү юлы менән алына. Ер аҫтындағы сөсө һыуҙар төньяҡ өлөшөндә ята. Хайуандар донъяһы бик ярлы, күберәк һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр.

Remove ads

Тарихы

VII быуаттан Ғәрәп хәлифәте бойондороҡлоғанда тора. XIII-XIV быуаттарҙа Бахрейн әмирлеге бойондороҡлоғонда; XVI быуаттар — португалдар, һуңынан Ғосман империяһында. 19161971 йылдарҙа британ протекторатына бойһона. Ҡатар «Аль-Джазира» телеканалы аша бөтө донъяла, “асыҡ” ғәрәп йәмғиәте булып, танылау ала. Аҡса берәмеге – Ҡатар риалы. Милли байрамы – 18 декабрь (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө). Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттә.

2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Ҡатар дәүләте абсолют монархия булып тора.

Remove ads

Дәүләт ҡоролошо

Thumb
Тамим ибн Хәмәд Әл Сани, Ҡатар Әмире

2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Ҡатар — абсолют монархия иле.

Әмир Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани, тәхет вариҫы булараҡ, ҡан ҡойоуһыҙ түңкәрелеш һөҙөмтәһендә атаһы әмир Хәлифә бин Хәмәд Әл Таниҙы тәхетенән төшөрөп, 1995 йылдың 27 июненән дәүләт Башлығы булып тора.

  • 24 июнь, 2013 йыл. Ҡатар Әмире шәйех Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани үҙенең улы, вариҫлыҡ принцы шәйех Тәмим файҙаһына тәхеттән баш тартырға ҡарар итеүе тураһында иғлан итә[2].
  • 25 июнь, 2013 йыл. Шәйех Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани үҙ иле халҡы алдында махсус мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Әмир тәхеттән баш тартыуы һәм власты үҙенең ун өс йәшлек улы — вариҫлыҡ принцы шәйех Тамим бин Хәмәд Әл Таниға тапшырыуы тураһында иғлан итә. Хакимдың алмашыныуы — милли масштабтағы ваҡиға. Шул уңайҙан 25 июнь Ҡатарҙа ял көнө тип иғлан ителә[3].

Әмир премьер-министрҙы, Министрҙар Советы һәм Консультатив совет ағзаларын тәғәйенләй. Әмирҙең власы тик шәриғәт ҡанундары менән генә сикләнә.

Консультатив совет (ғәр. مجلس الشورى, 45 кешенән торған Мәжлес әш-Шура, уларҙың 30-ы һайлана) эшләй.

Ҡатарҙа сәйәси партиялар, профсоюздар ойоштороу, демонстрациялар үткәреү тыйыла[4].

Административное деление

Thumb
Ҡатарҙың административ картаһы

Ҡатар 8 муниципалитетҡа бүленгән[5] (ғәр. بلديات — баладийят).

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Муниципалитет ...
Remove ads

Халҡы

Thumb
Возрастно-половая пирамида населения Ҡатара на 2020 год
Ентеклерәк мәғлүмәт 31 ғинуарға ...
Thumb
Доһа ҡалаһындағы Ислам сәнғәте музейы
Thumb
Катарҙағы мәсет

2015 йылға халыҡтың 11,6 процентын Ҡатарҙар, 88,4 процентын иммигранттар тәшкил итә[8]. Ҡатарҙа шулай уҡ Пакистан (18 %), Һиндостан (18 %), Иран (10 %), башҡа илдәрҙән (14 %) килеп төпләнгән халыҡ та йәшәй. Рәсми теле — ғәрәп теле, инглиз теле лә киң таралған. Дәүләт дине — ислам сөнни йүнәлешендәгеләр, ирандар — шиғыйҙар. 2020 йылға: мосолмандар 65,2 %, индустар 15,9 %, христиандар 13,7 %, буддистар 3,8 %, йәһүдтәр 0,1 %, халыҡ диндәрен тотҡандар 0,1 %, башҡалар 1 %, атеистар 1 %[8].

2020 йылдың декабрендә Ҡатарҙың халҡы 2 846 118 кеше тәшкил итә. Ҡала халҡы — 99,3 % (2021 год)[8]. Халыҡтың төп өлөшө баш ҡала Доһала йәки уның тирәләй, ярымутрауҙың көнсығышында йәшәй[8]. 2021 йылға тыуым коэффициенты суммаһы — ҡатын-ҡыҙҙар һанына 1,9 тыуым[8]. Белем — 93,5 %; ир-егеттәр — 92,4 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 94,7 % (2017 йыл)[8]. Халыҡтың 15 йәшкә тиклемгеләре 12,84 %, 15 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләре — 85,97 %, 65 йәштән өлкәндәре 1,19 % тәшкил итә[8]. 2021 йылда тыуым 1000 кешегә 9,38 кеше, үлем 1000 кешегә 1,42, иммиграция 1000 кешегә 4,3 кеше, халыҡ һанының үҫеше 1,23 % тәшкил итә[8]. Сабыйҙар үлеме 1000 яңы тыуған 1000 балаға 6,7 бала тәшкил итә[8]. 2021 йылға халыҡтың ғүмер оҙонлоғо 79,58 йәш, ир-егеттәрҙә — 77,47 йәш, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 81,74 йәш булыуы көтөлә[8]. С 2020 йылға халыҡтың уртаса йәше — 33,7 йәш (ир-егеттәр — 35 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 28,2 йәш)[8].

2017 йылға халыҡ һаны яҡынса 2,64 миллион кеше тәшкил итә, уларҙың 99,38 проценты ҡалала йәшәй (2,62 млн кеше тирәһе)[9].

Thumb
Линия горизонта Дохи
Remove ads

Иҡтисады

Нефть һәм газ запастары ҙур ғына булыуына бәйле Ҡатар — донъяла бер кешегә иҫәпләгәндә иң юғары килем алыусы ил.

Нефть һәм газ сығарыу тулайым эске продукттың (ВВП) 50 проценттан ашыуын, экспорт хаҡының 85 процнгтын һәм дәүләт бюджетының 70 процентын бирә. Нефть һәм газ Ҡатарҙы бер кешегә тулайым эске продукт буйынса донъяла иң алдынғы ил тип билдәләй.

Тулайым эске продукт (ВВП) структураһында сәнәғәт (75 %)алдынғы урында тора, ә хеҙмәтләндереү өлкәһе 25 %, ауыл хужалығы 0,1 % тәшкил итә.

Thumb
Катарҙавғы автострадалар

Нефть эшкәртеү, нефть-химия, химия, металлургия сәнәғәттәре (Умм-Сәидтәге иң эре ҡорос иретеү комплексы сит илдән килтерелгән сырьела эшләй) ныҡ үҫешкән. Ҡатарҙың төньяҡ өлөшөндә North, йәки Төньяҡ гигант нефть-газ конденсаты ятҡылығы урынлашҡан.

Ауыл хужалығы әллә ни үҫешмәгән, илдең аҙыҡ-түлеккә булған ихтыяжын ни бары 10 процентҡа ғына ҡаплата. Ер эшкәртеү эштәре оазистарҙа алып барыла (хөрмә пальмалары, йәшелсәләр һәм емеш-еләк үҫтереү). Күсмә һәм ярымкүсмә тормош алып барған ҡәбиләләр дөйәләр, һарыҡтар һәм кәзәләр үҫтереү менән мәшғүл.

2008 йылдағы экспорт — 55 млрд долл.: шыйығайтылған газ, нефть продукттары, ашламалар, ҡорос.

Төп һатып алыусылар — Япония 40,8 %, Көньяҡ Корея 16,3 %, Сингапур 11,8 %, Таиланд 4,6 %, Һиндостан 4,4 %.

2008 йылдағы импорт — 21,2 млрд долл.: машиналар һәм ҡорамалдар, транспорт саралары, аҙыҡ-түлек, химик продукттар.

Төп тәьмин итеүселәр — АҠШ 12,3 %, Германия 9,2 %, Италия 9,1 %, Япония 8,1 %, Франция 6,3 %.

Ҡатарҙың банк системаһына 16 коммерция банкы инә (сит ил банкылары бүлексәләрен (филиалдарын) да индереп).

Американың Forbes баҫмаһы төҙөгән рейтингта (2012 год) Ҡатар «бер кешегә уртаса килем» күрһәткесе буйынса беренсе урынды биләй, ул АҠШ-тың 88 222 долларын тәшкил итә[10].

Нефттән тыш Ҡатар тәбиғи газдың ғәйәт ҙур запасына эйә. 1997 йылда диңгеҙҙә урынлашҡан донъялағы иң эре тәбиғи газ ятҡылыҡтарының береһе Төньяҡ (өлөшләтә Иран милке лә) ятҡылығы эшкәртелә башлай, унда донъялағы тәбиғи газ запастарының 15 проценты тупланған тип иҫбат ителгән.

Ҡатар туризмды үҫтерә, илдә Туризм буйынса идаралыҡ булдырылған.

2021 йылдың марптынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме айына 1000 Ҡатар риалын ($274,65) тәшкил итә. Әгәр эш биреүсе работнигын торлаҡ һәм туҡланыу менән тәьмин итмәһә, уға өҫтәмә рәүештә йәшәү өсөн 500 Ҡатар риалын ($137,32) һәм туҡланыу өсөн 300 Ҡатар риалын ($82,39) түләй[11][12][13][14][15].

Remove ads

Ҡораллы көстәре

Һаны — 12 330 кеше (11 800 по JCSS)

Ҡоро ер көстәре

Дөйөм һаны — 8500 кеше. 1 полк Әмир гвардияһы (3 пехота батальоны), 1 бронетанк полкы (1 танк һәм 1 механизацияланған батальондар, 1 артиллерия дивизионы), 6 айырым батальон (1 танк, 1 махсус тәғәйенләнештәге (сокр. состава) һәм 4 мотопехота батальоны), 1 полк ялан артиллерияһы, 2 айырым артиллерия дивизионы (миномёт һәм танктарға ҡаршы), 1 зенит батареяһы.

Бронетехника[16]:

  • 44 АМХ-30S
  • 62 Леопард 2
  • БРМ, БМП и БТР — 400 ед (в том числе 160 VAB)
  • 6 БРЭМ

Артиллерия:

  • 28 155-мм Мк F-3
  • 24 PzH 2000
  • 12 155-мм G-5
  • 4 180-мм РСЗО «Астрос» (SS-40/SS-30)
  • 84-мм еңел «Карл Густав» орудияһы
  • 40-мм М203 пехотаға ҡаршы гранаталар ташлағыстар
  • Миномёттар — 45-49 (15 — 120-мм; 4 самоходных VRM)
  • 100—150 ПТРК «Хот» һәм «Милан» (шул иҫәптән VAB базаһында 24 үҙйөрөшлө)

Хәрби-һауа көстәре

Һаны — 2100 кеше. Составы: 1-се истребителдәр ҡанаты (7-се истребитель-бомбардировчиктар («Мираж-2000-5») һәм 11-се штурмлаусы («Альфа Джет» һәм «Хок») эскадрильялар); 2-се вертолёт ҡанаты (6-сы («Газель»), 8-се (караптарға ҡаршы, «Командо») һәм 9-сы («Командо») эскадрильялары); транспорт эскадрильяһы; һауа оборонаһы көстәре.

  • Хәрби самолёттар: 9 «Мираж 2000-5EDA» һәм 3 «Мираж-2000-5DDA»
  • Уҡыуо-хәрби самолёттары: 6 «Альфа Джет», 15 «Хок» Мк100, 3 «M-346»
  • Транспортные самолёты: 7 единиц
  • Вертолёттар: 30 берәмек тирәһе (шул иҫәптән 10-12 SA-342L «Газель» с ПТУР «Хот»)
  • зенит-ракета дивизионы (9 ЗРК «Роланд»)
  • ПВО (24 ПЗРК «Мистраль», 12 ПЗРК «Стингер», 6—10 ПЗРК «Блоупайп», 20 ПЗРК «Стрела-2»)

Хәрби-диңгеҙ көстәре

Һаны — 1730 кеше (1800 по JCSS и Jane’s)

Караптар составы:

  • Ракета катерҙары: 7 берәмек
  • Патруль катерҙары: 50-нән артыҡ берәмек
  • Яр буйы оборонаһы: 4 батарея (12х4 ПУ) ПКР ММ-40 Exocet

Башҡа хәрби формированиялар: ҡораллы полиция — 8000 (БТР, вертолёттары, катерҙары бар; техника юғары һанап үтелгән)

АҠШ менән хеҙмәттәшлек

1992 йылдан алып Ҡатар АҠШ менән хәрби өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Абу Наклах аэропортына яҡын урынлашҡан аль Удейд[en] хәрби базаһында дислокацияланған 609-сы Һауа һәм йыһан операцияларына идара итеү үҙәге[en] АҠШ хәрби көстәренең Үҙәк командованияһы (АҠШ армияһының ошондай дүрт сит илдәге үҙәктәренең береһе)[17].

Remove ads

Тышҡы сәйәсәте

Ислам террористик ойошмалары менән бәйләшентәре

Thumb
Ливия революцияһы мәлендә Бенгазиҙа элеп ҡуйылған Ҡатар флагы

Ҡатар һуңғы йылдарҙа төрлө илдәрҙең эксперттары, киң мәғлүмәт саралары һәм сәйәси эшмәкәрҙәре тарафынан бер нисә тапҡыр[18][19][20][21][22] Аль-Каида, Братья-мусульмане, Талибан, ХАМАС, Ислам дәүләте һәм Джабхат Фатх аш-Шам кеүек исламдың сөнни йүнәлешендәге террористик ойошмалары террористарына ярҙам күрһәтеүҙә ғәйепләнә.

Ҡатарҙағы дипломатик кризис

2017 йылдың 5 июнендә бер-бер артлы бер нисә ил — күршеләре Бахрейн, Сәғүд Ғәрәбстаны, шулай уҡ Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Йемен, Ливия, Мавритания, Коморы, Мальдивы һәм Маврикия террористик ойошмалар (атап әйткәндә, «Фронт ан-Нусра») менән бәйләнештә булығаны, төбәк дәүләттәренең эске эштәренә тығылыуы һәм «Аль-Каида», «Братьев-мусульман» һәм «Ислам дәүләте» идеологияһын таратыуға бәйле Ҡатар менән мөнәсәбәттәрен өҙөүҙәре тураһында иғлан итә. Иордания үҙенең Ҡатарҙағы дипломатик вәкиллеген ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул итә[23]. Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Ҡатар подданныйҙарының 14 көн эсендә уларҙың дәүләте территорияһынан китеүен, һәм үҙҙәренең Ҡатарҙағы подданныйҙарының да шул ваҡыт эсендә кире ҡайтыуын талап итә[24] (ранее эти же страны кратковременно высылали Ҡатарских дипломатов в 2014 году)[25]. Бынан тыш күрше илдәр Ҡатарға ҡарата тулы блокада булдыра[25][26].
Шулай уҡ Йемендәге Граждандар һуғышында хуситтарға ҡаршы операцияла Ҡатарҙың ҡатнашыуын юҡҡа сығара[27].

2017 йылдың 6 июнендә Ҡатар күршеләрен диалогҡа саҡыра, Кувейт әмире аралашсы булараҡ сығыш яһай[28].

Remove ads

Мәғариф

Thumb
Студенческий центр в Образовательном городе

Ҡатарҙа 1952 йылда дәүләт мәғарифы системаһы булдырыла.

Дәүләт бик күп мәктәптәр, университеттар, колледждар һәм фәнни-тикшеренеү һәм уҡыу үҙәктәрен аса.

Мәҙәниәт

Ҡатарҙағы ижтимағи тормош төп мәҙәни формалар буйынса үҫешә, Ҡатар мәжлестәрендә (йыйылыштарында) шиғыр һөйләү һәм тарих тураһында әңгәмәләр кеүек ысулдар ҡулланыла.

Бынан тыш Ҡатарҙа ынйыға һунар традицияһын байрам итеү һәм музыка тыңлау бөгөнгө көндә лә бик популяр.

Ҡатарҙың Аль Арда кеүек фольклор бейеүҙәре төрлө байрамдар һәм саралар мәлендә киң ҡулланыла.

Ҡатарҙа борондан каллиграфия һәм архитектура һынлы сәнғәттең өҫтөнлөклө формалары булып тора. Әммә һуңғы ун йылда, Ҡатар нәфис сәнғәт йәмғиәте булдырыуға бәйле, һынлы сәнғәттең үҫеше киңерәк ҡолас ала бара.

Ҡатар музейҙары идаралығы мәҙәниә!тте үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, Ҡатарҙа музейҙар һәм галереялар бик күп, шул иҫәптән Ислам сәнғәте музейы һәм Матхаф ғәрәп хәҙерге заман сәнғәте музейы ла киң ҡолас йәйеп эшләй.

Ҡатар 2011 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетына ҡушыла һәм Эз-Зубара Бөтә донъя мираҫы объектын һаҡлаусы, археологик ҡаҙыныу эштәрен алып барыусы булып тора. Бынан тыш Ҡатар урындағы һәм халыҡ-ара мәҙәни сараларҙы үткәрә һәм уларға аҡса бүлә.

Remove ads

Киң мәғлүмәт саралары

Thumb
Дохала «Әл Джазира-Джази́ра» телеканалы студияһы

QGBTC[en] дәүләт телерадиокопанияһы (Qatar General Broadcasting and Television Corporation) Qatar TV[en] телеканалын һәм Qatar Radio[en] радио каналын үҙ эсенә ала[29]. Шулай уҡ Доха ҡалаһында урынлашҡан бөтә ғәрәп донъъяһындағы иң эре Әл-Джазира мультимедия холдингы Ҡатар әмире Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани указы буйынса 1996 йылда булдырыла.

2013 йылдан Мысыр киң мәғлүмәт саралары өсөн Ҡатарҙан тапшырыуҙар алып бурыуҙы сикләй[25].

Remove ads

Спорт

Thumb
Дохала үткәрелгән футбол матчы
Thumb
Бейеклеккә һикереүсе Мутаз Эсса Баршим Ҡатарға өс олимпия миҙалын алып ҡайтҡан
  • Ҡатар 2022 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғына эйә була, климат шарттары үтә эҫе булғанға күрә, был чемпионат көҙ аҙағы һәм ҡыш башында үткәрелә[30]. 2013 йылдың ғинуарында 2022 йылда донъя чемпионатын үткәреү илен һайлағанда ФИФА ағзаларын "һатып алыу" ихтималлығы тураһында ғауға ҡуба.
  • 2021 йылдың 21 ноябрендә«Лусаил» автодромында беренсе тапҡыр «Формула-1» ярышының Ҡатар гран-приһы өсөн ярыштар булып үтә. Ярыш этаптарын үткәреү тураһындағы Килешеү 2023 йылдан башлап 10 йылға иҫәпләнә.
  • 1984 йылдан башлап Ҡатар мотлаҡ йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә Ҡатар спортсылары 8 миҙал яулай: 2 алтын, 2 көмөш һәм 4 бронза. Һигеҙ миҙалдың өсәүһен Судандан килгән бейеклеккә һикереүсе спортсы Мутаз Эсса Баршим яулай. Әлегә Ҡатар Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡаны булманы.
  • Ҡатар 1988 һәм 2011 йылдарҙа Футбол буйынса Азия кубогы өсөн ярыштарҙы үҙендә үткәрә.
  • Нассер Аль-Аттия — «күп профилле» спортсы, сөнки ул үҙ иле өсөн спорттың ике төрөндә — автоуҙыштарҙа һәм стенд атышында уңышлы сығыш яһай: 2011 йылда Ралли Дакарҙа юлһыҙ ерҙән йөрөгән автола еңеү яулай, ә киләһе йылында Лондонда Йәйге Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ була.
  • Дохала йыл һайын [[Ассоциация теннисистов-профессионалов|Профессинал теннисыларҙың аоссоциацияһы ] һәм Ҡатын-ҡыҙҙар теннис ассоцияцияһының (WTA) теннис турнирҙары үткәрелә.
  • Йыл һайын Ҡатарҙа Бриллиант лигаһының еңел атлетика этаптары үткәрелә.
  • 2014 йылда Ҡатарҙың баскетбол 3×3[en] буйынса йыйылма командаһы Мәскәүҙә үткән донъя чемпионатында донъя чемпионы исемен яулай.
  • 2015 йылда Ҡатар ир-егеттәр араһында гандбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә, уның барышында илдең күптән түгел генә спортсы булып киткән йәштәрҙән торған йыйылма командаһы икенсе урын яулай[31] .
  • 2015 йылдың октябрендә Дохала һәүәҫкәрҙәр араһында бокс буйынса донъя чемпионаты үтә.
  • Шул уҡ 2015 йылда Ҡатар Бөтә донъя роботтар олимпиадаһын ҡабул итә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads