3 сентябрь

көнө From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

3 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 246-сы (кәбисә йылында 247-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 119 көн ҡала.

сентябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30          
2025 йыл
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Remove ads

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн.
    • ДНК-ның үҙенсәлеге асылған көн.
    • Бекон көнө.
    • Һаҡал көнө (сентябрҙең беренсе шәмбеһе).
    • Күкрәксәнең тыуған көнө.
Милли
Һөнәри
Remove ads

Тарихи ваҡиғалар

  • 1875: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы бинаһы төҙөлөшөндә тантаналы шарттарҙа тәүге нигеҙ ташы һалына.
  • 1880: Петербургта инженер Фёдор Пироцкий Рәсәй империяһындағы (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта донъялағы) тәүге электр трамвайын халыҡҡа эшләтеп күрһәтә.
  • 1945: Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамлана.
  • 1947: Туймазы девон нефтенең тәүге партияһы 183 километрлыҡ «Туймазы — Өфө» магисталь торба үткәргес буйлап Черниковкалағы нефть эшкәртеү заводына килә. Был Урал—Себер төбәгендәге магистраль нефть һәм уның продукттары үткәргестәре системаһын булдырыуға башланғыс һала.
  • 1947: Хәҙерге «Транснефть–Урал» йәмғиәте ойошторола.
  • 1957: Нефтекама ҡалаһына нигеҙ һалына.
Remove ads

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы (1922—25.03.2003), Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
  • Пирожок Пётр Иванович (1927—11.12.2020), тау инженеры-геолог. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1985—1996 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Хмельницкий өлкәһе Белогорье районының Семёнов ауылынан.
  • Ғилманов Миңлебай Саҙри улы (1927—2017), төҙөүсе. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Күмертау ҡалаһындағы 325-се механикалаштырылған күсмә колоннаның элекке ташсыһы һәм бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Октябрь Революцияһы, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Көсөгән ауылынан.
  • Йыһангирова Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (1937), почта хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Ҡариҙел почта бүлексәһенең элекке оператор-контролеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
  • Кадиков Зәки Нурихан улы (1937), ауыл хужалығы, совет һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1976 йылдан Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1980—1984 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Рәтүш ауылынан.
  • Мөҙәрисов Рим Төхбәй улы (1937), механизатор. 1951 йылдан Благовар районы «Октябрь» колхозы механизаторы, шул иҫәптән 1964—1997 йылдарҙа — сөгөлдөр комбайны машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың 2-се Сулпан ауылынан.
  • Ҡоломбәтов Фәрит Йәнбәк улы (1942—29.12.2012), инженер. 1971—1977 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының инженер-контролёры, төҙәтеү оҫтаханаһы мөдире; 1985—1997 йылдарҙа — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
  • Дауытов Ирек Хәмзә улы (1952), табип, педагог. 1984—1986 йылдарҙа Салауат медицина училищеһы уҡытыусыһы, 2000—2003 йылдарҙа — директоры; 1988—2000 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» производство берекмәһе медсанчасының табип-травматологы; 2004 йылдан — ҡала дауаханаһының хирургик профилле көндөҙгө стационары мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
  • Вайссвеккер Ольга Петровна (1972), музыкант-балалайкала уйнаусы, педагог. 1994 йылдан Татарстан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары дәүләт ансамбле артисы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Ҡазан педагогия институты, 1999—2001 йылдарҙа — Ҡазан консерваторияһы, артабан балалар музыка мәктәптәре уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Remove ads

Был көндө вафат булғандар

Remove ads

Йыл көндәре

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads