Кейековтар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кейековтар — дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусының Иҫке Соҡор ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) башҡорттарынан.

Ҡыҫҡа факттар Нәҫел китабы теркәлгән губерна:, Башлап ебәреүсе: ...

Кейековтарҙың башҡорт нәҫеле 1802 йылдағы Ырымбур губернаһы нәҫел китабына яҙылған.

Remove ads

Дөйөм характеристика

Башҡорт нәҫеле Кейековтарҙың нигеҙләүсеһе Шәрип Кейеков — прапорщик (1776), тархан. Баяр конфедераттарына ҡаршы походында, Пугачевтың Крәҫтиән һуғышын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1797 йылға тиклем Ғәйнә һәм Ирәкте волостарының старшинаһы, шул уҡ ваҡытта 1750—1797 йылдарҙа — Уҫы даруғаһында баш старшинаһы була. Көмөш һәм ҙур алтын миҙалдары менән бүләкләнә, һуңғыһының ал яғында императрица профиле төшөрөлгән һәм «Башкирский главный старшина Шариф Кийков жалован сей медалью за верность, за храбрость, за его службу. 1774 г.» тип яҙылған[1].

Thumb
Кейековтарҙың шәжәрәһе

Шәриф Кейековтың улдары араһында билдәлеләре:

  • Абдулла Шәрипов (1746—1828) йорт старшинаһы званиеһында хеҙмәт иткән.
  • Бикташ Кейеков (1752—1829);
  • Ниғмәтулла Кейеков (1773—?) — йорт старшинаһы. 1802 йылда 14-сө класс чинын алған. 1825 йылдан алып Х Башҡорт кантоны башлығы.

Абдулла Шәриповтың 7 улы араһынан иң билдәлеләре:

  • Төхвәтулла Абдулов (1768—1842) — поход старшинаһы. Башҡорт командаһын Ырымбур сик һыҙығына алып барыу һәм кире алып ҡайтыу — уның бурысы булған;
  • Ҡорбанғали Абдулов (1780—?) — яҫауыл. Уның улдары Фәйруша (1811—?; Уның улдары Уйылдан, Абдулханнан, Исмәғил, Мозафар, Хөсәйен), Ғәлиулла (1814—?; уның улдары Шаһиҙулла, Хәбибулла), Зәйнулла (1819—1847; Зәйнулла улы Мөхәмәтҡәйүм);
  • Абдулхалик Абдулов (1787—1816) — йорт старшинаһы. Уның улдары Абдулхәким (1812—?; Абдулхәким балалары Ғайса, Сәҙрислам, Сәҙритдин, Садыр-иксан), Йыһанша (1814—?; Уның улдары Мөфәррәх, Мөхәмәтлатиф, Мөхәмәтсадыҡ);
  • Ғәбделсәлих Кейеков (1797—1849). Уның улдары Мөхәммәтфазыл, Мөхәммәтғәли, Мөхәммәтрәхим, Абдулла, Абрахман һәм Мөхәммәтзариф.
  • Ғәйнетдин Кейеков (1803—?). Уның улдары Камалетдин, Баһауетдин, Солтанәхмәт, Абдулмосауир, Яҡуп, Йософ һәм Муса.

Ниғмәтулла Кейековтың 10 улы араһынан иң билдәлеләре:

  • Ғөбәйҙулла Кейеков (1794—1840). Уның улдары Арыҫланбәк, Арыҫланбей һәм Хәмиҙулла.
  • Мөхәмәтша Кейеков (1810—?) — зауряд-хорунжий, башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы. Уның улдары Шаһыбал һәм Нурмөхәммәт.
  • Мөхәмәтша Кейеков (1815—?) — урядник, йорт старшинаһы.

Төхвәтулла Абдулловтың улдарынан Ғибәтулла (1790—1847), Мөхәммәтғәли (1793—1823), Нәсибулла (1798—?) билдәле.

Ғәбделсәлих Кейековтың алты улы араһынан иң билдәлеләре:

  • Мөхәмәтғәли Кейеков (1826—1889) — шағир, мәғрифәтсе. Ғәли Соҡрой псевдонимы исеме аҫтында билдәле. Уның ҡатыны — Мәрфуға Ямалетдинова (1831—?).

Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улының улы:

Remove ads

Әҙәбиәт

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads