Ырымбур губернаһы

Рәсәй империяһындағы губерна From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ырымбур губернаһы (виләйәте) — XVIIIXIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге Ырымбур өлкәһе, өлөшләтә Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренә һәм Ҡаҙағстандың Атырау һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләренә тура килә. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Рәсәй империяһы губернаһы, Исеме ...
Remove ads

Тарих

Борондан төбәкте төрлө ерле төрки халыҡтар биләй: Көньяҡ Урал һәм тирә-яҡтары — башҡорттарҙың борондан тыуған йорто; көнбайышыраҡ — татарҙар ере; башҡорт йортонан көньяҡ-көнсығыштағы далаларҙа ҡаҙаҡтар күсмә тормош итә; Түбәнге Яйыҡ — нуғайҙар биләмәһе булараҡ билдәле.

XVII быуаттың икенсе яртыһынан алып Рәсәй империяһы Көньяҡ Уралда һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә йоғонтоһон көсәйтә килә. Төбәктәге тәүге урыҫтар Иван Грозныйҙың язаларынан ҡасып, Яйыҡ буйына күсеп килә. Пётр I Ырымбур ерҙәрен Рәсәй өсөн мөһим терәк майҙан, Урта Азияға инер өсөн уңайлы ҡапҡа тип күрә. Хәйер, уның ниәттәре Анна Иоанновна осоронда ғына ғәмәлғә аша башлай. Төбәккә казактар күсереп ултыртыла, башҡорт менән ҡаҙаҡ ерҙәре араһында ҡәлғә һыҙаты төҙөлә.

1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторола; 1752 йылға уға Әстрәхән губернаһынан Гурьев ҡаласығы, 1773 йылда Ҡазан губернаһынан Һамар ҡалаһы ҡушыла.

1775 йылың октябренә ҡарата губерна түбәндәге өс провинциянан тора [2]:

1782 йылда Өфө наместниклығы ойошторола; уға ике өлкә (область) — Өфө һәм Ырымбур өлкәләре инә.

Өфө өлкәһенә түбәндәге 8 өйәҙ ҡарай:

Ырымбур өлкәһенә 4 өйәҙ ҡарай:

Шул уҡ ваҡытта Гурьев менән Уральск ҡалалары Әстерхан губернаһына күсерелә; Ырымбур баш ҡала тип билдәләнә. 1796 йылда Өфө наместниклығының атамаһы "Ырымбур губернаһы"на үҙгәртелә, Ырымбур баш ҡалаһы булып ҡала. 1802 йылы баш ҡала Өфөгә күсә. 1850 йылда Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре яңы ойошторолған Һамар губернаһына бирелә. 1865 йылы губерна икегә — Өфө һәм Ырымбур губернаһына — бүленә. Шул уҡ йылда бығаса үҙ махсус (кантон һәм йорт) идаралығы аҫтында булған башҡорттар дөйөм губерна идаралығына күсә.

1919 Ырымбур губернаһынан Силәбе губернаһы бүленә. 1928 йылда төбәк Урта Волга өлкәһенә индерелә, 1934 йылда айырым Ырымбур өлкәһе булдырыла.

Remove ads

Административ бүленеш

Thumb
1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының административ бүленеше

18651919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы 5 өйәҙҙән тора:

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Өйәҙ ...
Remove ads

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны — 1 836 мең; халыҡ тығыҙлығы — 1 кв. км-ға 10 кеше; 6 ҡалала 174 мең кеше тора.

1897 йылға торошло халыҡ иҫәбе (туған тел буйлап)[3]:

Ентеклерәк мәғлүмәт Өйәҙ, урыҫтар ...

Һылтанмалар

Шулай уҡ карағыҙ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads