Кибернетика

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кибернетика
Remove ads

Киберне́тика (от бор. юнан. κυβερνητική  «идара итеү сәнғәте»[4]) — ҡатмарлы идара итеү системаларында, шул иҫәптән машиналар, тере организмдар йәки йәмғиәттә, информация алыу, һаҡлау, үҙгәртеү һәм тапшырыуҙың дөйөм законлылыҡтары тураһындағы фән[5].

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Алдағы ...
Remove ads

Күҙәтеү

Thumb

«Кибернетика» терминын башлап фәндә ҡулланышҡа Ампер үҙенең «Опыт о философии наук, или аналитическое изложение естественной классификации всех человеческих знаний» (беренсе китабы 1834 йылда, икенсеһе 1843 йылда сыға) тигән фундаменталь хеҙмәтендә индерә. Андре Мари Ампер кибернетиканы граждандарына төрлө байлыҡ-мөмкинлектәр тыуҙырыусы дәүләт менән идара итеү тураһында фән тип билдәләй. Кибернетиканың хәҙерге ваҡыттағыса аңлатмаһын тәү башлап Норберт Винер 1948 йылда бирә: кибернетика — идара итеү процесстары һәм мәғлүмәтте машиналарҙа, тере организмдарҙа һәм йәмғиәттә тапшырыуҙың дөйөм законлылыҡтары тураһында фән[6].

Thumb
Пример кибернетического мышления. С одной стороны, компания рассматривается в качестве системы в окружающей среде. С другой стороны, кибернетическое управление может быть представлено как система.

Кибернетика кире элемтә , ҡара йәшник һәм концепттарҙың сығарылмаларының (производный)( идара итеү һәм тере организмдарҙа , машиналарҙа һәм ойошмаларҙа, шулай уҡ үҙ-үҙеңде ойоштороуҙағы) коммуникацияһын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Ул иғтибарҙы шуға йүнәлтә- берәй нимә (һанлы, механик йәки биологик сифатлы) мәғлүмәтте эшкәрткәндә уның тәьҫирен тоя, тәүге ике мәсьәләне яҡшыраҡ сисер өсөн үҙгәрә, йәки уны үҙгәртеп була [7]. Стаффорд Бир уны эффектив ойоштороу фәне тип атай , ә Гордон Паск был билдәләмәне киңәйтә- унда «төрлө сығанаҡтарҙан булған» мәғлүмәт ағымын ( йондоҙҙарҙан башлап, мейегә тиклем) индерә.


1956 йылда кибернетикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Л. Куффиньяль (англ.) тәҡдим иткән билдәләмә буйынса кибернетика — «хәрәкәттең эффектлылығын тәьмин итеү сәнғәте »[8].

Тағы бер билдәләмәне Льюис Кауфман (англ.) тәҡдим итә: «Кибернетика — үҙ-үҙҙәре менән тәьҫир итешеүсе һәм үҙ-үҙҙәрен тыуҙырыусы системалар һәм процесстарҙы тикшереп, өйрәнеү».

Ожегов һүҙлеге буйынса: «Кибернетика — наука об общих закономерностях процессов управления и передачи информации в машинах, живых организмах и обществе».[9]

Хәҙерге заман кибернетикаһы , идара итеү системалары, электр сынйыры теорияһы, машиналар төҙөү, математик моделләштереү, математик логика, эволюцион биология, неврология, антропология кеүек төрлө өлкәләрҙә тикшеренеүҙәрҙән тыуған . Был тикшеренеүҙәр 1940 йылда, башлыса Мэйси конференцияларында (англ.) (ғалимдарҙың осрашыуҙары) барлыҡҡа килгән.

Тикшеренеүҙең башҡа өлкәләре , кибернетиканың үҫешенә тәьҫир иткән йәки уның тәьҫирендә үҫешкән идара итеү теорияһы, уйындар теорияһы , системалар теорияһы ( кибернетиканың математик аналогы), психология (бигерәк тә нейропсихология, бихевиоризм, тирә-йүнде күреп белеү психологияһы- познавательная психология) һәм философия.

Remove ads

Билдәле ғалимдар

  • Ампер, Андре Мари (17751836)
  • Вышнеградский, Иван Алексеевич (18311895)
  • Норберт Винер (Norbert Wiener) (18941964)
  • Уильям Эшби (Ashby) (19031972)
  • Хайнц фон Фёрстер (19112002)
  • Клод Шеннон (19162001)
  • Грегори Бейтсон (19041980)
  • Клаус, Георг (19121974)
  • Китов, Анатолий Иванович (19202005)
  • Ляпунов Алексей Андреевич (19111973)
  • Глушков Виктор Михайлович (19231982)
  • Бир Стаффорд (19262002)
  • Берг, Аксель Иванович (18931979)
  • Тихонов, Андрей Николаевич (19061993)
  • Соболев, Сергей Львович (19081989)
  • Полетаев, Игорь Андреевич (19151983)
Remove ads

Ҡарағыҙ

Ҡыҫҡа факттар
  • Информация
  • Управление
  • Кибернетический подход
  • Винер, Норберт
  • Бир, Энтони Стаффорд
  • Общая теория систем
  • Платон

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads