Кирка (мифология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кирка (бор. юнан. Κίρκη; латинлаштырылған формаһы Цирцея[6]) — грек мифологияһында[7] Гелиос һәм океанида Персеиданың ҡыҙы[8][9] (йәки Персаның[10]). Ҡайһы бер авторҙар буйынса, Аполлон һәм Эфеяның ҡыҙы[11].
Пасифаяның һеңлеһе[12].Геката менән туғандаш, ай алиһәһе, һәм, Геката һәм Медея кеүек, сихырсы[13].
Гомерға ярашлы Эоя утрауында йәшәй[14] (бор. юнан. Αἰαία, Кирка тураһында хикәйәттәрҙә утрауҙың урыны географик яҡтан билдәһеҙ). Йәки Энария утрауында[15], йәки Меония утрауында[16]. Кирканың урыны һуңыраҡ алыҫ көнсығыштан көнбайышҡа, Тиррен яры буйына күсерелә: Италия ярындағы морон уның исеме менән аталған (Лацияла). Тиррен диңгеҙендә йәшәй, Гелиос колесницаһында утрауға килә[17]. Алсиртты үлтергәндән һуң аргонавтарҙы таҙарта[18].
Диодор һөйләүе буйынса Кирка Ээттың һәм Гекатаның ҡыҙы була. Сарматтар батшаһына кейәүгә, уны үлән төнәтмәһе менән ағыулай. Батшабикә булып алғас, батша һарайындағылар менән бик аяуһыҙ мөғәмәлә итә, ошоноң арҡаһында батша власын юғалта. Океан киңлектәренә ҡасып китеп, уны оҙатып йөрөүсе ҡатындар менән бергә утрауҙа, йәки Италиялағы Керкей морононда төпләнә[19]
Кирканың диңгеҙ аллаһы Главкаға өмөтһөҙ мөхәббәте тураһында хикәйәт билдәле, уның һөйгән йәре Скилланы ҡурҡыныс затҡа әйләндереп, Главканан үс ала. Икенсе бер хикәйәт — Кирканың авзондар батшаһы, Сатурндың улы Пикҡа ҡарата мөхәббәте, уны ул тумыртҡаға әйләндерә.
Remove ads
Кирка һәм Одиссей
Диңгеҙ сәйәхәттәре ваҡытында утрауҙа Одиссей ҙа була. Уның бер нисә юлдашы утрауҙы ҡарарға сыға, әммә Кирка уларҙы сусҡаға әйләндерә. Одиссей тылсымсы йортона һәм Гермес бүләк иткән мөғжизәле моли үҫемлеге менән уның сихырын еңә. Кирка, ҡыйыу ҡунаҡта Одиссейҙы танып, уға утрауҙа ҡалырға һәм уның мөхәббәтен уртаҡлашырға тәҡдим итә. Одиссей ризалаша, әммә уның, уға ҡарата яманлыҡ уйламауын һәм сусҡаға әйләндергән юлдаштарына кеше ҡиәфәтен ҡайтарыү буйынса антын ала. Утрауҙа бер йыл рәхәтлектә йәшәгәндән һуң, Одиссей, иптәштәренең талабы буйынса, Кирканан тыуған иленә ҡайтарыуҙы һорай. Алиһәнең ризалығын алғас, ул тәүҙә алдағы һынауҙар тураһында күрәҙәлек итеүсе Тиресийҙан һорашыр өсөн Аидҡа юллана.
Гомер тасуирламаһына ярашлы, Кирканың ағымдарҙың ҡыҙҙары, дүрт хеҙмәтсе-нимфалары була[20] (дүрт ожмах йылғаһы күҙаллана). Аполлоний Родосскийға ярашлы, Крканың йәнлектәре — Эмпедокл һүрәтләгән эволюцияның тәүге емештәре[21].
Тиресийҙан теләгән мәғлүмәттәрҙе алғас, Одиссей Кирка утрауына ҡайта. Кирка Одиссейҙы Сиреналар утрауында, Сцилла һәм Харибда йәшәгән боғаҙҙа һәм Тринакрии утрауында янында көтөп алған хәүеф тураһында иҫкәртә. Одиссей артабан йөҙөүгә китә. Кирка Одиссейға төйөндәрҙе эшләргә өйрәтә[22].
Гесиод буйынса, Одиссейҙан Кирканың улдары Агрий һәм Латин тыуа[23] (Гомер быны телгә алмай.) Икенсе версия буйынса, Кирка Одиссейҙан улы Телегонды таба[24] (йәки Навсифойҙы һәм Телегонды[15]).
Һуңыраҡ Кирка Телемахҡа кейәүгә сыға, әммә Кирканың ҡыҙы Кассифонаға ғашиҡ булғандан һуң, Телемах Кирканы үлтерә[25].
Remove ads
Һуңғы традицияларҙа
Кирка кәшәнәһен Аттика янындағы Фармакусса утрауында күрһәтәләр[26]. Кирканан италий ҡәбиләһе марстар килеп сыҡҡан тип раҫлайҙар, шуға күрә ул йылан тешләүенән һаҡлана[27]. Лациялағы Киркей тауы — һунар итеү урыны[28]. Киркей тауында Кирка ғибәҙәтханаһы булған, унда Одиссей туҫтағын күрһәтәләр[29]. Киркей убаһы Колхидала булған[30].
Эсхилдың «Кирка» сатира драмаһының һәм бер нисә комедияның төп геройы (франц.309-311 Радт). Одиссей менән Кирка Кипсел ҡумтаһында һүрәтләнгән, тип фараз ителә[31].
Аңлатыуҙарынса, ул гетера була һәм ҡунаҡтарҙы әсир итә[32].
Remove ads
Хәҙерге заман сәнғәтенә йоғонтоһо

Кирка әҙәбиәттә
Мифты анализлау һәм аңлатыу әҙәбиәттә осрай, мәҫәлән:
- Овидий «Метаморфозалар», 14 се китап
- Плутарх ... А я помню как мы увидимся"
- "Цирцея» (1916) — Иван Бунин шиғыры
- Цирцея темаһы Дж. Джойстың «Улисс» романының 15 бүлегендә үҫеш.
- Хулио Кортасарҙың «Цирцея» романы (Circe, 1951)
- Роджер Желязныҙың «Проблемы Цирцеи» хикәйәһе (Circe Has Her Problems, 1965)
- Иван Ефремовтың «Час Быка» романында мифты рациональ аңлатыу килтерелә:
Цирцея — матриархаль илаһтарҙан, туранан-тура эротик ынтылыш кимәленә ҡарап: йә аҫҡа — әшәкелеккә, йә өҫкә — алиһәгә, алиһәнең енси магияһы тураһында барлыҡҡа килгән замандарҙың бик шәп мифы. Ул һәр ваҡыт тиерлек дөрөҫ аңлатылмай. Үҙенең енси тойғолары менән хайуандарҙан өҫтөнөрәк күтәрелмәгән кешенең психикаһында ғына ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығы һәм теләктәре әшәкелек тыуҙыра. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттың сексуаль ҡырағайлығына ҡаршы көрәш юлдарын бик һирәк аңлаған, һәм быны белгәндәр Цирцея тип һаналған. Цирцея менән осрашыу, уның Эроста кешеме, юҡмы икәнен белер өсөн, һәр ир өсөн һынау ташы булған. Сексуаль магия Матурлыҡты һәм Эросты түбән аңлау кимәленә генә йоғонто яһай.
- Максим Чертановтың "Цирцея" романы (2004) (Мария Кузнецова псевдонимы).
- Меделин Миллерҙан тарихи фикшн "Circe" (2018) Цирцея тарихына тағы бер аңлатма бирә.
Кирка музыкала

- 1650: «Улисс на острове Цирцеи», Джузеппе Дзампони операһы
- 1675: «Цирцея», Шарпантье музыкаль драмаһы
- 1694: «Цирцея», Анри Демаре музыкаль трагедияһы
- 1734: «Цирцея», Райнхард Кайзер операһы
- 1765: «Телемак, или Остров Цирцеи», Глюк операһы
- 1779: «Цирцея», Мысливечека операһы
- 1783: «Цирцея», Чимарозыа операһы
- 1938: «Цирцея», Цемлинский операһы, тамамланмаған
- 1948: «Цирцея», Вернер Эгк, по Кальдерону
- 1963: «Цирцея», Алан Хованесс балеты (ор. 204), музыкаһы шул уҡ йылда композитор тарафынан иҫәбе буйынса ун һигеҙенсе шул уҡ исемле симфонияға эшкәртелә (ор. 204а)[33].
- 1968: «Кирка», Луиджи Даллапикколаның «Улисс» операһының беренсе актында 3-сө күренеш.
Remove ads
Астрономияла
Цирцея хөрмәтенә 1855 йылда асылған.Цирцея астероиды (34) аталған
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
