Климов Владимир Яковлевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Климов Владимир Яковлевич
Remove ads

Владимир Яковлевич Климов (11 (23) июль 1892 йыл — 9 сентябрь 1962 йыл) — авиация моторҙары эшләү өлкәһендә совет ғалимы, авиация двигателдәре конструкторы, инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры (1944), СССР Фәндәр академияһы академигы (1953). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1940, 1957). Дүрт тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Файл:Климов москва.jpg
Мәскәүҙә В. Я. Климов бюсы (Һалдат урамы, Лефортово)

Владимир Яковлевич Климов 1892 йылдың 11 (23) июлендә Мәскәүҙә тыуа. Сығышы менән Владимир губернаһының ситкә йөрөп эшләүсе крәҫтиәндәренән.

Комиссаров техник училищеһында уҡый. 1918 йылда Н. Э. Бауман исемендәге МВТУ тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1917 йылдың октябрендә Коломна заводтары йәмғиәтендә (Мәскәү) инженер-конструктор булып башлай. 1918 йылдың июленән 1931 йылға тиклем өлкән инженер-лаборант, бүлек начальнигы, ғилми автомобиль лабораторияһы директоры ярҙамсыһы (һуңынан СССР Ғилми автомотор институты (НАМИ) тип үҙгәртелә) була. 1931 йылдан башлап — Үҙәк авиация моторҙар төҙөү институты бензин двигателдәре бүлегенең техник контрольначальниг. Бер үк ваҡытта Мәскәү юғары техник училищеһында, Ломоносов институтында һәм Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа флоты академияһында уҡыта, мәскәү авиация двигателдәрен проектлау институты кафедраһы етәксеһе була.

Файл:Могила академика Владимира Климова.JPG
Климовтың Новодевичье зыяратындағы ҡәбере.

1935 йылда 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводының баш конструкторы итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың авгусында Өфөлә, эвакуацияланған заводта (Өфө моторҙар эшләү заводы) эшләй башлай, авиация двигателдәре баш конструкторы була. Фәнни һәм производство эшмәкәрлеге - истребителдәр авиацияһы һәм ҙур тиҙлекле бомбардировщиктар өсөн авиация двигателдәре проектлау һәм эшләү. 1943 йылда ул эшләгән двигателдәр “ВК” (Владимир Климов) билдәһе менән сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, йыйған аҡсаһын оборона фондына тапшыра.

СССР Юғары Советының икенсе саҡырылыш депутаты (1946—1950).

Владимир Яковлевич Климов 1962 йылдың 9 сентябрендәвафат була.Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында (1-се участка) ерләнә.

2002 йылда Запорожьеның Шевченко раонындағы бер урамға В. Я. Климов исеме бирелә[2]. Шулай уҡ Запорожьела академик Климов паркы бар[3].

Remove ads

Наградалары һәм премиялары

Remove ads

Климовтың хеҙмәте

  • Атлас конструкций авиационных моторов. Ч. 1—2. — М.—Л., 1935—1938.

Хәтер

  • В. Я. Климов исемендәге Фәнни-производство берекмәһе бар. 2017 йылдың 23 октябрендә предприятие территорияһында В. Я. Климовҡа һәйкәл асыла. Завод бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Предприятие йыл һайын Петербургтың 3-4-се курс студенттары араһында Климов исемендәге конкурс үткәрә һәм «Климов» стипендияһын бирә[4].
  • Санкт-Петербургта Выборг районының Оло Сампсониев һәм Кантемир урамдары сатындағы майҙан уның исемен йөрөтә.
  • Мәскәүҙә Баранов исемендәге ЦИАМ урынлашҡан Авиамотор урамы башында В. Я. Климо бюсы ҡуйылған.
  • Новодевичье зыяратында һәйкәле бар.
Remove ads

Сығанаҡтар

  • Климов Владимир Яковлевич. «Герои страны» сайты.
  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
  • В. Я. Климов. Герой Социалистического Труда, генерал-майор инженерно-авиационной службы. — «Техника воздушного флота», 1944, № 11—12.
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Климов Владимир Яковлевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads