Клобукова-Алисова Евгения Николаевна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Клобукова-Алисова Евгения Николаевна (24 июль 1889 йыл — 13 ғинуар 1962 йыл) — флорист-систематик, геоботаник.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Евгения Николаевна Клобукова-Алисова 1889 йылдың 24 июлендә Рәсәй империяһының Вятка губернаһы Варзняк ауылында тыуған.

Тәбиғәт ғилеме Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1907) һәм Бестужев Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (19121915) В. Л. Комаровта уҡый.

Бестужев курстарында эшләй башлай, артабан Санкт-Петербургтың Ботаник баҡсаһы гербарийында яҡут флораһы йыйылмаһын төҙөү менән шөғөлләнә.

1917 йылда Алыҫ Көнсығышҡа Никольск-Уссурийский ҡалаһына китә. Бындағы Рус география йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеген ойоштора һәм Алыҫ Көнсығыш флораһын өйрәнеүсе ботаника кабинеты (хәҙерге В. Л. Комаров исемендәге Фәндәр академияһының Горнотаежный станцияһы) ботаник кабинеты менән етәкселек итә. Һуңғараҡ ул Рәсәй Геогрфия йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеге янында барлыҡҡа килгән фәнни учреждение директоры урынбаҫары булып эшләй, шул иҫәптән Супутинка йылғаһы башындағы ҡурсаулыҡта, Мичурин емеш станцияһындаь, Шелководный станцияһындағы йәшелләндереү бүлегендә, китапханала, (100 000 биттән торған) гербарийҙа һәм башҡа урындарҙа эшләй.

1934 йылда сирләү сәбәпле Приморьены ташлап,Өфөгә күсеп килергә мәжбүр була. Бында ул Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһында һәм Өфө ботаника баҡсаһында, Башҡортостан флораһы (4500 гербарий биттән торған) гербарийын йыйыу менән шөғөлләнә.

Remove ads

Фәнгә индергән өлөшө

Көньяҡ-Уссурийский крайының флористик һәм геоботаник тикшеренеүҙәрен үткәрә, күп һанлы ботаника экспедицияларында ҡатнаша: 1918—1930 йылдарҙа — Никольск -Уссурийский тирәһе буйынса, 1918—1934 йылдарҙа— Комаровка йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйынса, 1918—1931 йылдарҙа— Суйфун йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары, 1921 йылда — Сучанский руднигы һәм Сучан йылғаһы буйына, 1924 йылда —Ханка күле һәм Мо , Хантахеза, Лефу йылғаһына, 1927 йылда — Посьет посы районына экспедицияларға сыға. 1918-1930 йылдарҙа ул Владивосток тирәһенә, 1918 йылда станция Свиягино һәм Ипполитовка станцияларына, 1919 йылда Рус утрауына ботаник экспедицияларҙа ҡатнаша[6].

Был экспедициялар нигеҙендә В. Л. Комаров менән бергәләшеп ике томлыҡ «Определитель растений Дальневосточного края» китабын (19311932 йылдарҙа) баҫтырып сығара).

Өфө ботаника баҡсаһының башҡа хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан флораһының йыйылмаһын төҙөй.

Remove ads

Төп хеҙмәттәре

  • Медоносы Уссурийского края по наблюдениям 1919 г., вып. 1. — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919.
  • Обычные представители весенней флоры окрестностей г. Никольска-Уссурийского. — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919. — 98 с.
  • Ботанические исследования в Приморье // Приморье, его природа и хозяйство : Сб. — Владивосток, 1923. — С. 117—122.
  • Euryale ferox Salisb. Из отчёта Южно-Ханкайской ботанической экспедиции 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1924. — В. 7.
  • Южно-Ханкайская ботаническая экспедиция 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1925. — В. 11. — С. 195—206.
  • Малый определитель растений Дальневосточного края. — Владивосток, 1925. — 516 с. [В. менән бергә Лена Т]
  • Определитель растений Дальневосточного края. Л.: Изд. АН СССР, 1931. — Т. I. — 622 с. [В. менән бергә Лена Т]
  • Определитель растений Дальневосточного края. Л.: Изд. АН СССР, 1932. — Т. II. — 553 с. [В. менән бергә Лена Т]

Хәтер

Е. Н. Алисова-Клобукова иҫтәлегенә бер нисә үҫемлек төрөнә уның исеме бирелә: Alnus alisovianaAlnus alisoviana Mandl Ольха АлисовойMandlAlnus alisoviana Mandl Ольха АлисовойОльха Алисовой, Viola alisovianaViola alisoviana Kiss Фиалка АлисовойKissViola alisoviana Kiss Фиалка АлисовойФиалка Алисовой, Lycopus alissoviaeLycopus alissoviae Prob. Зюзник АлисовойProb.Lycopus alissoviae Prob. Зюзник АлисовойЗюзник Алисовой.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads