Кобальт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кобальт (лат. Cobaltum, Co) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 27.
Элементтың атом массаһы 58,933194(4)[7]. Ябай матдә кобальт — көмөшһыу-аҡ, бер аҙ һарғылт металл, зәңгәрһыу йәки алһыуыраҡ төҫмөрө бар. Ике кристаллы модификацияға эйә.
Remove ads
Символы
Кобальт элементының символы — Co (Кобальт тип уҡыла).
Исеменең килеп сығышы
«Кобальт» атамаһы нем. Kobold— тау эйәһе, гном тигәндән килеп сыҡҡан.
Кобальт минералдарын яндырғанда уларҙың составындағы мышаяҡтың оксиды бүленеп сығып, кешеләр ағыуланған. Бының сәбәбен таусылар тау эйәһе Кобольдтан күргәндәр һәм элементҡа ла шул исемде биргәндәр.
1735 йылда швед минералогы Георг Брандт элек билдәһеҙ металл тапҡан һәм уны кобальт тип атаған. Ул шулай уҡ тап ошо элементтың берләшмәләре быяланы күк төҫкә буяуын асыҡлаған — уның был үҙенсәлеге менән боронғо Ассирияла һәм Вавилонда файҙаланған булғандар әле.
Remove ads
Тарихы
Кобальт ҡушылмалары кешегә боронғо замандан уҡ билдәле. Боронғо Мысыр ҡәберҙәрендә күк кобальт стакандар, эмалдәр, буяуҙар осрай. Мәҫәлән, Тутанхамон каберендә күк кобальт быяла киҫәктәре табылған; быяла һәм буяуҙарҙы белә тороп әҙерләгәндәрме, әллә осраҡлы килеп сыҡҡанмы — билдәле түгел.
Беренсе күк буяу 1800 йылда әҙерләнгән.
Ятҡылыҡтары
Ер ҡабығында кобальттың масса өлөшө 4·10−3%.
Кобальт запастарының 60 % — Конгола (6 млн т)[8]. Бынан тыш Австралия (1 млн т), Куба (500 мең т), Филиппин (290 мең т), Канада (270 мең т), Замбия (270 мең т), Рәсәй (250 мең т.), шулай уҡ АҠШ, Франция дәүләттәрендә һәм Ҡаҙағстанда[9]. ятҡылыҡтары билдәле.
Кобальт металы хаҡы
2018 йылдың 15 ғинуарынан донъя баҙарында кобальт хаҡы,London Metal Exchange мәғлүмәттәре буйынса, 75 000 долл./т[10]тәшкил итә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads