Кобелев Александр Иванович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кобелев Александр Иванович (5 март 1910 йыл — 14 октябрь 1975 йыл) — 3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы 951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры, подполковник, Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Кобелев Александр Иванович[1] 1910 йылдың 5 мартында Моторное ауылында (хәҙер Өфө һыҙатына инә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Ауыл мәктәбен, Ырымбур ҡалаһында шоферҙар һәм тракторсылар курсын тамамлай. Шофер булып эшләй. 1934 йылда Батайск граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбен (ГВФ) тамамлай. Батайск һәм Тамбов граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбендә инструктор-лётчик булып эшләй.

1940 йылда Тамбов ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1948 йылдан подполковник Кобелев А. И. — запаста, әммә граждандар авиацияһы самолеттарында осоуын дауам итә. Өфө ҡалаһында йәшәй.

1975 йылдың 14 октябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Remove ads

Батырлығы

«951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры (3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы) капитан Кобелев А. И. 1944 йылдың майына хәрби объекттарҙы, оборона һыҙығын, дошман ғәскәрҙәре тупланмаһын штурмлауға 115 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 2 августағы указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, капитан Кобелев Александр Ивановичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3470) тапшырыла.

Remove ads

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads