Ырымбур

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ырымбурmap
Remove ads

Ырымбур (рус. Оренбу́рг) — Рәсәйҙәге ҡала. Көньяҡ Уралда, Һаҡмар менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Регион ...

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге, 1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы, 1934 йылдан Ырымбур өлкәһенең һәм бер үк ваҡытта Ырымбур районының үҙәге (составына инмәй).

Remove ads

Тарихы

1735 йылда Ырымбур экспедицияһы нигеҙендә Ур йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға.

1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫлыҡта, Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына. Ыр тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Урындағы ҡалған ҡәлғәне Орск тип атайҙар.

Шулай итеп, Ырымбур атамаһы Ыр йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.

Губерна үҙәге (1744—1919)

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге. 1919 йылға тиклем Ырымбур Рәсәйҙең көнсығыштағы иң эре ҡалаһы.

1842 йылда ҡалала башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы йорто Каруанһарай төҙөлә.

1877 йылда Ырымбурға тиклем тимер юлы һалына, Ырымбур тимер юл вокзалы асыла.

1899 йылда ҡалала беренсе электр станцияһы ток бирә[10].

1890—1906 йылдарҙа Урта Азия тимер юлы төҙөлә.

1891—1920 йылдарҙа ҡалала Хөсәйениә мәҙрәсәһе эшләгән. Унда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Авзал Таһиров һәм башҡа күренекле кешеләр уҡыған.

1906 йылда Ырымбур-Ташкент тимер юлы сафҡа индерелә.

1905 йылда Урта Азия тимер юлы оҫтаханаһы заводы (хәҙерге «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Локомотив ремонтлау заводы) төҙөлә.

1905 йылда Татар театры асыла.

Ырымбурҙа башҡорт ҡоролтайҙары

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә[30]. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.

1919 йылда ҡалала Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла. КаруанһарайБашҡорт АССР-ның беренсе Хөкүмәте урынлашҡан йорт.

1920 йылда ҡалала Ҡырғыҙ АССР-ы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.

1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙағстандың беренсе баш ҡалаһы була. 1921—1936 йылдарҙа ҡалала Ырымбур башҡорт педагогия техникумы булдырыла. Уны Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай һәм башҡа күренекле кешеләр тамамлаған.

1920 йылдарҙа Ҡыҙылдар ғәскәрендәге татарҙарға һәм башҡорттарға һәйкәл ҡуйыла.

Урта Волга крайы составында (1929-1934)

1929-1934 Ырымбур ҡалаһы Урта Волга крайы составында була.

Чкалов (1938-1957)

1938—1957 йылдарҙа ҡала совет осоусыһы Валерий Чкалов исемен йөрөткән. Ләкин Валерий Чкалов Ырымбур өлкәһендә тыумаған һәм бер тапҡыр ҙа Ырымбур яҡтарында булмаған.

1939 йылда Ырымбур мамыҡ шәлдәре фабрикаһы асыла[33], Ырымбур — шәлдәр һәм яулыҡтар етештереүсе.

1941 йылда Ырымбурға Ленинградтан 47-се Авиаремонт заводы эвакуацияллана. Ошо завод нигеҙендә Ырымбур машиналар төҙөү заводы асыла (хәҙерге «Стрела» производство берекмәһе). Һуғыш ваҡытында завод 1595 самолёт сығара (Ут-2, Ут-2М, Як-6 (конструктор А. С. Яковлев), Ще-2). Һуғыштан һуң заводта Ми-1 вертолёттар; А-2 (КБ Антонова), Це-25 (конструктор П. В. Цибин), Як-14 (КБ А. С. Яковлева) планерҙар; По-2 (КБ Н. Н. Поликарпова) самолёттар; Ил-10М (КБ С. В. Ильюшина) штурмовик-бомбардировщиктар сығарыла. 1950—1980 йылдарҙа заводта 8К11, 8К63, 8К84 баллистик ракеталарын сығаралар. 1990-сы йылдарҙан Ка-226 вертолёты сығарыла[34].[35].

Ырымбур

1966 йылдың ноябрендә 13-сө скважина газ бирә. Ошо көн Ырымбур нефть-газконденсатлы ятҡылығын асыу көнө[36] тип иҫәпләнә.

1969 ҡалала Һаҡмар ТЭЦ-ы төҙөлә (хәҙерге Рәсәй селтәренең «Оренбурэнерго» ЯСЙ нигеҙ ойошмаһы).

1974 йылда Ырымбур-Зәй (Татарстан) газ торба үткәргесе сафҡа индерелә.

1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының беренсе өлөшө сафҡа индерелә. 1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының икенсе, 1978 йылда өсөнсө өлөштәре сафҡа индерелә.

1978 йылда уникаль Ырымбур гелий комплексы сафҡа индерелә.

1979—1982 йылдарҙа «Инвертор» заводы төҙөлә. Ул атом станциялары өсөн электр, быралау һәм нефть эшкәртеү йыһаздары етештереүсе була[37].

Remove ads

Административ ҡоролошо

Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә[38]: Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә. Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй. Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.

Remove ads

Ырымбурҙың райондары

Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк

  • Бәрҙе (рус. Берды) — Ырымбур ҡалаһының тарихи районы[39]. Административ яҡтан Төньяҡ округта урынлашҡан. Ҡаланың Tөньяҡ-көнсығышында, Һаҡмар ярында ята. Бәрҙе исеме йылға атамаһынан бирелгән. Башҡорт телендә «бәрҙе» — балыҡ төрө[40].Ошо урында 1742 йылдан Бердская станицаһы урынлашҡан. Крәҫтиәндәр Һуғышы ваҡытында ошо урында Емельян Пугачевтың штабы булған. Капитан ҡыҙы әҫәре өсөн мәғлүмәт әҙләгәндә, станицала А. С. Пушкин булып киткән. 1960-сы йылдарҙа Ырымбур ҡалаһына индерелә. Районда Салауат Юлаев урамы бар.
  • Маяк, Подмаячный — Ырымбурҙың Промышленный районындағы биҫтә. Күп енәйәттәр менән билдәле[41][42].
  • Новая слободка — Ырымбур ҡалаһының тарихи районы[43]. Ҡаланың үҙәгендә ята. Хәҙерге Комсомольская, Постникова, Цвилинга урамдары менән сикләнгән.
  • Беловка—Ырымбурҙың тарихи районы. Белов тигән купец исеменән. Ул XX быуатта ошо урында «Вокзал» ҡорамаһы төҙөгән. Унда һәр кис музыка уйнап торған[44]. Беловканың архитектура ансамбле башлыса XVIII—XIX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора[45]. Административ яҡтан Көньяҡ округы Үҙәк районында урынлашҡан.
  • Ростоши — Ырымбурҙын биҫтәһе. Район янында Рәсәйҙең стратегик ракета ғәскәрҙәренең 31-й ракет армияһы урынлашҡан. Микрорайон 1990 йылда «Оренбурггазпром» менән Старые Ростоши ауылында төҙөлә. Нежинское шоссеһы артынан, Юрий Гагарин исемендәге Ырымбур Аэропорты юлына барған янында ята. Бизнесс-кластағы 1500 коттедж бар[46]. Ростоша — урыҫ теленән: уральская равнина, промытая весенней водой и разделяющая невысокие холмы (В. И. Даль). Урамдары: Цветной бульвар, Газпром, Берёзовая ростошь, Долинная, Раздольная, Ростошинская, Садовое Кольцо, Славы, Успенская, Черёмуховая. 2011 йылда биҫтәлә өлкә буйынса Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәтенең Сикте һаҡлау идаралығының Йорттар комплексы асыла[47].
Remove ads

Юғары уҡыу йорттары

  • Ырымбур дәүләт аграр университеты 1930 йылда Ырымбур ауыл хужалығы институты булараҡ асыла.
  • Ырымбур дәүләт медицина академияһы Вөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында, 1944 йылда асыла.
  • Ырымбур дәүләт менеджмент институты 1991 йылда асыла, 2015 йылда ябыла. Ырымбур дәүләт университетына ҡушыла (реорганизация).
  • Ырымбур дәүләт педагогия университеты 1919 йылда Ырымбур халыҡ мәғарифы институты булараҡ асыла.
  • Ырымбур дәүләт университеты
  • Губкин ис.Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты Ырымбур филиалы
  • Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты
  • Кутафин ис. Мәскәү дәүләт юридик академияһы Ырымбур институты
  • Һамар дәүләт тимер юлдар университетының Ырымбур институты
  • Ырымбур юғары зенит ракет училещеһы (хәрби институт), ябылған
  • Ырымбур Ҡыҙыл байраҡлы юғары хәрби авиация училещеһы (хәрби институт), ябылған
  • Ырымбур башҡорт педагогия техникумы, ябылған.
  • Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы(РАНХиГС) филиалы. 1998 йылда асыла.
Remove ads

Сәнғәт һәм мәҙәниәт

  • М. Горький исемендәге драма театры (1997 йылдан баш режиссёр Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы)
  • Дәүләт өлкә музыкаль комедия театры
  • Ҡурсаҡ театры
  • «Пьеро» муниципаль ҡурсаҡ театры
  • Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Татар дәүләт драма театры (1905 йылда асылған)
  • Урыҫ халыҡ академия хоры

2007 йылдың 30 июлендә Ырымбурҙың Милли ауылында башҡорт йорт-музейы асылған.[48]

География

Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.

Климаты

Ырымбурҙың климаты  уртаса континенталдән ҡырҡа континенталгә күсеүсән [49]. Йәй эҫе һәм ҡоро: йылына биш ай уртаса көнлөк температура +15 °C тора; ҡыш артыҡ һыуыҡ түгел, максималь ҡар ҡатламы февралдә (23 см). Аяҙ, болотло һәм яуым-төшөмлө көндәр йылына ярашлы рәүештә - 157, 176 һәм 32. Температура көндөң ваҡытына һәм ел йүнәлешенә ҡарап үҙгәреүсән. Йәйгеһен температура +40 °C-ҡа етеүе мөмкин, +5 °C-ҡа тиклем төшкән сағы ла була. Көҙ иртә, яҡынса сентябрҙең икенсе яртыһында килә, ҡыш ноябрҙә башлана. Яҙ март аҙағында башланыусан, мәгәр һауа торошо тотороҡло түгел, хатта май аҙағында һыуыҡ булғылай. Ҡыш һауа торошо еңелсә һалҡындан ҡаты һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүсән, ҡайһы саҡ епшетеп ала йәки −40 °C-ҡа еткән ҡаты һыуыҡтар була.

Ырымбурҙың йыллыҡ уртаса климат күрһәткестәре:

  • йыллыҡ уртаса температура — +5,0С,
  • йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 4,3 м/с
  • йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 68 %
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Халыҡ үҙгәреүе

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

Милли составы. 2010 иҫәп алыу буйынса Ырымбурҙың милли составы[70]

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ, Һан, кеше ...
Remove ads

Транспорты

Ырымбур — эре транспорт төйөнө.Ҡалала Һамарға, Орскийға, Уральскийға, Аҡтүбәгә, Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юл Ҡазан (ҡала) — Ырымбур — Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.

Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездары Новосергиевка, Аҡбулаҡ, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Һаҡмарға йөрөй.

Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәм Гагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.

Ырымбур тимер юл вокзалы

Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1. Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына. Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.

Ырымбурҙың мәсеттәре

  1. Меновнин мәсете — 1930 йылда ябыла, Меновой двор комплексы менән бергә һүтелгән
  2. 1-се йәмиғ мәсете — 1930 йылда ябыла, йортта кешеләр йәшәй
  3. Каруанһарай (2-се йәмиғ мәсете)
  4. Ырымбур Үҙәк мәсете (3-сө йәмиғ мәсете)
  5. 4-се йәмиғ мәсете—1930 йылда ябыла., йорт хәрби госпиталь биләмәһендә урынлаша
  6. Сөләймәниә мәсете (5-се йәмиғ мәсете)
  7. Хөсәйениә мәсете (6-сы йәмиғ мәсете)
  8. Рамаҙан мәсете (Ырымбур) (7-се йәмиғ мәсете)
Thumb
Ырымбур мамыҡ шәле Рәсәй Почтаһы маркаһы, 2013 йыл,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)
Remove ads

Сәнәғәт

Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:

  1. Полимер торбалар заводы
  2. Интер РАО ЕЭСтын федераль селттәр компанияһы филиалы
  3. Башнефтьтең «Оренбургнефтепродукт» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте АЗСтар һәм базалар
  4. «Гидропресс» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  5. «Нефтемаслозавод» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  6. «Оренбург Водоканал» Яуаплығы Сикләнғән Йәмғиәте («Росводоканал» холдингы составында)

Ырымбур менән бәйле шәхестәр

  • Абдрашитов Шамиль Мунасыпович — лётчик, Советтар Союзы Геройы
  • Авдеев Михаил Васильевич(1821—1876) — урыҫ беллетрист һәм критик
  • Байтурсынов Ахмет (каз. Ахмет Байтұрсынұлы) (1873—1937) — ҡаҙаҡ йәмәғәтсеһе, ғалим.
  • Бардин Гарри Яковлевич — СССР режиссёр-мультипликаторы
  • Берг Аксель Иванович — СССР адмиралы, академиғы, рәсәй радиолокация нигеҙләүсе, СССР-ҙын Ҡурғау министры урынбаҫары.
  • Биксурин Мирсалих Мирсәлим улы - Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр
  • Бларамберг Павел Иванович — урыҫ композитор
  • Борцов Виктор Андреевич —РСФСРҙын халыҡ артисы (1989)
  • Броневой Леонид Сергеевич — СССР актёры
  • Бурба Александр Адольфович (1918—1984) — ғалим-химик, Ырымбур дәүләт университетының беренсе ректоры (1971—1983)
  • Войнов Василий Иванович —врач-нейрохирург, СССРҙын халыҡ табибы
  • Гагарин Юрий Алексеевич, Ырымбур Ҡыҙыл байраҡлы юғары хәрби авиация училещеһында 1955 йылдан 1957 йылға тиклем уҡыған.
  • Горкин Александр Фёдорович —СССР-ҙын Юғары Суды рәйесе
  • Гузеева Лариса Андреевна — РФ атҡаҙанған артисткаһы (1994)
  • Гринцер Сергей Григорьевич — Ырымбур губерна ветеринары (1898—1902), впоследствии торгпред СССР в Италии (1923—1924)
  • Даль Владимир Иванович, урыҫ языусыһы 1833—1841 йылдарҙа Ырымбурҙа йәшәгән
  • Джангильдин Алиби Тогжанович (каз. Әліби Тоқжанұлы Жанкелдин, 1884—1953) — ҡаҙаҡ революционер
  • Доброскок Дмитрий Михайлович — спортсмен
  • Доброскок Александр Михайлович — спортсмен
  • Дутов Александр Ильич (1879—1921) — генерал-лейтенант, атаман
  • Йәлил Муса - татар яҙыусыһы, совет шағиры. Ырымбур өлкәһендә тыуып, Ырымбурҙа Хөсәйениә мәҙрәсәһендә һәм Татар халыҡ мәғариф институтында уҡыны.
  • Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандын халыҡ артисы, композитор, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны авторы Ырымбурҙа тыуҙы.
  • Карпов Владимир Васильевич — Советттар союзы геройы
  • Кузнецов Сергей Борисович —композитор
  • Маленков Георгий Максимилианович, 1953-1955 йылдарҙа СССР-ҙың Министрҙар Советы Рәйесе. Ырымбурҙа тыуған.
  • Мартынюк Георгий Яковлевич — актёр
  • Мильков, Фёдор Николаевич —географ, ландшафтовед.
  • Перовский Василий Алексеевич —губернатор
  • Поляничко Виктор Петрович — 1972—78 йылдарҙа —КПССтыг Ырымбур обкомы башлығы
  • Пряников Александр Алексеевич — телеведущий, шоумен
  • Раевский Иосиф Моисеевич (1901—1972) — актёр, режиссёр
  • Ростропович Мстислав Леопольдович —музыкант, дирижёр. Мстислав һәм Леополдь Растроповичтар ғәиләhe Ырымбурҙа йәшәгән.
  • Семёнов Григорий Михайлович (1890—1946) — казак атаманы
  • Сёмин Юрий Павлович — СССР футболисты
  • Фёдоров Евграф Степанович —минералог
  • Филатова Людмила Павловна — опера йырсыһы
  • Флейшер, Владимир Натанович
  • Черномырдин Виктор Степанович - Ырымбур өлкәһендә тыуып, Ырымбурҙа «Ырымбур газ етештереү заводы» директоры булып эшләгән.
  • Чибилёв Александр Александрович — РФА член-корреспонденты
  • Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (1855-1933) - төркиәтсе, башҡорт этнографы.

Галерея

Шулай уҡ карағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads