Конакри
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Конакри́[1][2] йәки Ко́накри[3][4] (франц. Conakry [kɔnakʁi]) — Гвинеяның баш ҡалаһы (1958 йылдан) һәм шул уҡ исемле административ төбәктең административ үҙәге. Атлантик океан буйындағы порт. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 2 164 182 кеше тәшкил итә; 1996 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса унда 1 092 936 кеше иҫәпләнгән[5]. Административ рәүештә биш коммунаға (Калум, Диксин, Матам, Ратома һәм Матото) һәм 97 кварталға бүленә.

Remove ads
Этимологияһы
Ҡала 1885 йылда утрауҙа урынлашҡан ауыл урынында барлыҡҡа килә һәм уның «һыу артында», «икенсе ярҙа» тип аңлатылған Конакри атамаһын мираҫ итеп ала. Күрәһең, был исемде материктың яр буйында йәшәүселәр биргәндер[6].
Географияһы
Ҡала Калум ярымутрауында һәм материк менән дамба аша тоташтырылған Томбо (Толебо) утрауында урынлашҡан. Әйткәндәй, дамба үҙе 1891 йылда уҡ төҙөлгән. Хәҙер утрау ҡаланың үҙәк өлөшө булып тора.
Уртаса бейеклек 100 метрҙан артмай. Бысраныу кимәле юғары.
Климаты
Климаты субэкваториаль булараҡ ҡылыҡһырлана. Ҡоро миҙгел һәм ямғырҙар миҙгеле асыҡ айырыла. Декабрҙән апрелгә тиклем ҡоро миҙгел дауам итә. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ нормаһы 3800 миллиметр самаһы тәшкил итә; иң дымлы айҙар — июль һәм август айҙары.
Remove ads
Тарихы
Конакри ҡасабаһы Томбо утрауында барлыҡҡа килә һәм әкренләп Калум ярымутрауының тар һыҙатын биләй. Легендаға ярашлы, атамаһы Cona исеменән һәм nakiri һүҙенән килеп сыҡҡан — сусу телендә «башҡа яр» тип аңлатыла. 1880-се йылдарҙа Бөйөк Британия утрауҙы Францияға биргәнгә ҡәҙәр, унда 500-ҙән кәм кеше йәшәгән[7]..
1880-се йылдарҙа (бер мәғлүмәттәр буйынса, 1884 йылда, икенселәре буйынса — 1885 йәки 1887 йылда) француз хакимиәте тарафынан ҡалаға нигеҙ һалына һәм ул бер нисә балыҡсылар ҡасабаларын берләштерә. 1890-сы йылдарҙан уҡ Француз Гвинеяһы колонияһының административ үҙәге булып тора. 1958 йылдың 2 октябренән, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң, — Гвинея Республикаһының баш ҡалаһы.
1970 йылда Гвинея-Бисауҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәште баҫтырыу сиктәрендә Португалия армияһы бер көнгә баш күтәреүселәрҙең инфраструктураһын юҡ итеү, португал хәрби әсирҙәрен азат итеү, шулай уҡ Амилкар Кабралды тотоу һәм Әхмәт Секу Туре хакимлығын бөтөрөү маҡсаты менән ҡаланы баҫып ала. Һөҙөмтәлә улар Кабралды ҡулға ала алмаған, Секу Тура хакимлығын да бөтөрә алмаған. Һуңынан португалдар илдән сығып киткән. Баҫып инеү репрессиялар, атап әйткәндә, судтан тыш язалар тулҡыны өсөн сәбәпсе була.
Remove ads
Иҡтисад һәм транспорт
Конакри — илдең төп иҡтисади үҙәге, унда эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының күбеһе тупланған. Металл эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, химия, туҡыу, ағас эшкәртеү сәнәғәте, балыҡсылыҡ үҫешкән. Конакри порты аша Гвинеяның тышҡы сауҙаһының күп өлөшө бара, боксит, банан, кофе, ананас, алма, цитрус, ер еләге, балыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек сығарыла.
Тимер юл станцияһы һәм Конакри халыҡ-ара аэропорты (Гбессия) бар, бер нисә автобус маршруты Конакриҙы күрше төбәктәр менән тоташтыра. Ҡалала такси йөрөй.

Remove ads
Архитектура һәм иҫтәлекле урындар
XIX быуат аҙағында алып ҡалала әүҙем төҙөлөш башлана, заманса биналар 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Ҡалала Политехник институт, «Камайен» ҡунаҡханаһы, Ғилми үҙәк (1982 йылда төҙөлгән) һәм 25 мең урынлыҡ Милли стадион (уларҙың төҙөлөшөндә Советтар Союзы ҡатнашҡан), шулай уҡ Милли музей бар. Диксин коммунаһында Ботаника баҡсаһы бар.
Толебо утрауында Президент һарайы, монумент һәм виллалар урынлашҡан, уларҙа халыҡ-ара ойошмалар, илселектәр, банктар һәм башҡа ойошмалар урынлашҡан. Төп иҫтәлекле урындарҙың береһе — Көнбайыш Африкала иң ҙур Бөйөк (йәки Оло) мәсет.
Баш ҡаланың көнсығыш өлөшөндә Милли сәнғәт музейы урынлашҡан, төньяҡ өлөшөндә Халыҡ һарайы урынлашҡан, унда театр тамашалары бара. Бынан тыш, ҡалала Гвинея Демократик партияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Иң эре баҙар — Мәҙинә.

Remove ads
Мәғариф һәм фән
- Гбессия үҙәк колледжы
- Сент-Мари колледж-лицейы
- Гамаль Абдель Насер университеты (башта Политехник институт)
- Милли география институты
- Гвинея милли китапханаһы
- Гвинея милли архивы
- Кофи Аннан университеты
Галерея
- Ҡала урамдарының береһе
- Халыҡ һарайы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads