Кордильер

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кордильерmap
Remove ads

Кордильер (исп. Cordilleras, ингл. American Cordillera) — оҙонлоғо буйынса ер шарының иң бөйөк тау системаһы, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың көнбайыш ситтәре буйлап төньяҡ киңлектең 66°-нан (Аляска) көньяҡ киңлектең 56°-на (Утлы Ер) тиклем һуҙылған.

Ҡыҫҡа факттар Кордильер, Характеристикалар ...

Кордильерҙың бөтә системаһы ике өлөшкә бүленә — Төньяҡ Америка Кордильеры Һәм Көньяҡ Америка Кордильеры (йышыраҡ Анд тауҙары тип атайҙар). Үҙәк Америкала Кордильер икегә бүленә; бер тармаҡ Антиль утрауҙары буйлап үтә, икенсеһе Панама армыты аша Көньяҡ Америка территорияһына күсә[1].

Оҙонлоғо — 18 мең километрҙан ашыу, киңлеге — Төньяҡ Америкала 1600 километрға тиклем һәм Көньяҡ Америкала 900 километрға тиклем. Кордильер Канада, АҠШ, Мексика, Үҙәк Америка дәүләттәре, Венесуэла, Колумбия, Эквадор, Перу, Боливия, Аргентина һәм Чили биләмәләре аша үтә. Бөтә оҙонлоғонда тиерлек Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың бассейндар араһында һыу айырғыс, шулай уҡ ныҡ айырылған климат сиге булып тора[1].

Бейеклеге буйынса Кордильер тик Гималай һәм Үҙәк Азия тау системаларынан ҡалыша. Иң бейек түбәләре: Төньяҡ Америкала — Денали тауы (элекке исеме Мак-Кинли; 6190 м), Көньяҡ Америкала — Аконкагуа тауы (6961 м[2])[1].

Кордильер Американың бөтә географик бүлкәттәрендә (антарктика һәм субантарктиканан башҡа) урынлашҡан һәм ландшафттарҙың күп төрлөлөгө һәм бейеклек бүлкәттәре менән айырылып тора. Аляскала ҡар сиге 600 метр бейеклектә, Утлы Ерҙә —500—700 метр, Боливияла һәм Көньяҡ Перула 6000—6500 метрға тиклем күтәрелә. Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Анд тауҙарының көньяҡ-көнсығышында боҙлоҡтар океан кимәленә тиклем төшә, эҫе бүлкәттә улар иң бейек түбәләрҙе генә ҡаплай. Боҙлоҡтарҙың дөйөм майҙаны — яҡынса 90 мең км2 (Төньяҡ Американың Кордильерында — 67 мең км2, Андта — яҡынса 20 мең км2)[1].

Remove ads

Барлыҡҡа килеү теорияһы

Кордильерҙың төп тау барлыҡҡа килеү процестары Төньяҡ Америкала юра осоронда башлана, Көньяҡ Америкала аҡбур осоро аҙағында һәм башҡа материктарҙа тау системалары барлыҡҡа килеү менән тығыҙ бәйләнештә үтә. Кордильерҙың формалашыуы тамамланмаған, быны йыш ҡына ер тетрәүҙәр һәм интенсив вулканизм (80-дән ашыу әүҙем вулкандар бар). Кордильер рельефын формалаштырыуҙа шулай уҡ дүртенсе боҙланыу дәүере (бигерәктә төньяҡ киңлектең 44°-тан төньяҡҡа табан  һәм көнбяҡ киңлектең 40°-тан көньяҡҡа табан өлөштәрендә) мөһим роль уйнай[1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads