Косолапов Филипп Макарович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Косолапов Филипп Макарович (9 ғинуар 1919 йыл — 7 август 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация дивизияһының эскадрилья командиры, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943).
Remove ads
Биографияһы
Филипп Макарович (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Маркович) Косолапов 1919 йылдың 9 ғинуарында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Волков ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта мәктәптең 7 класын тамамлаған. Нефть ҡыуыу заводында эшләй. Өфөлә аэроклуб тамамлай.
1938 йылдың декабренән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1940 йылда Чкалов хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай. Лейтенант М. Ф. Косолапов 1942 йылдың сентябренән хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдың ноябренә тиклем 2-се гвардия истребителдәр авиация полкында хеҙмәт итә. Аҙаҡ, һуғыш аҙағына тиклем, 937-се истребителдәр авиация полкында. Бөтәһе 300-гә яҡын хәрби осош яһай, 33 һауа һуғышында үҙе дошмандың 11 самолетын һәм иптәштәре төркөмө менән — 9 самолетты бәреп төшөрә.
Һуғыштан һуң Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлағай. 1957 йылдан алып полковник Ф. М. Косолапов — запаста. Чернигов ҡалаһында йәшәй.
1994 йылдың 7 авгусында вафат була.
Remove ads
Батырлығы
«1943 йылдың авгусына 2-се гвардия истребителдәр авиация полкының (Көнбайыш фронт 1-се һауа армияһы 2-се истребителдәр авиация корпусы 322-се истребителдәр авиация дивизияһы) эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты М. Ф. Косолапов 107 хәрби осош яһай, 25 һауа һуғышында шәхсән үҙе дошмандың 8 самолетын һәм төркөм составында — 6 самолетты бәреп төшөрә».
Дошман менән алышта күрһәткән ҡыйыулығы һәм хәрби батырлығы өсөн, 1943 йылдың 2 сентябрендә, Косолапов Филипп Маркович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (02.09.1943)[2].
- «Алтын Йондоҙ» Миҙалы,
- Ленин ордены (02.09.1943).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.07.1943)[3].
- 3-сө дәрәжә Кутузов ордены.
- Александр Невский ордены (19.08.1943)[4].
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.01.1943)[6].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1954).
- Миҙалдар.
Хәтер
- Ф. М. Косолапов Зелёна-Гура (Польша) ҡалаһының почетлы гражданы булған.
- Уның исеме Өфө аэроклубын тамамлаусылар — Советтар Союзы Геройҙарыныңмемориаль таҡтаһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads