Кравчук Игорь Александрович

хоккейсы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кравчук Игорь Александрович (укр. Кравчук Ігор Олександрович; 13 сентябрь 1966 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Почёт ордены кавалеры (2011).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Игорь Александрович Кравчук 1966 йылдың 13 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

«Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв).

Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983 й. алып), Үҙәк армия спорт клубы (1987 й. алып) командаларында, Милли хоккей лигаһы клубтарында (Канада, 1992—2003) уйнай. Олимпия уйындары чемпионы (1988, 1992), көмөш (1998) һәм бронза (2002) призёры. Донъя (1990), Европа (1991), СССР (1988—89) чемпионы, Европа чемпиондары (1987—88), СССР (1988) Кубоктарын яулаусы, донъя чемпионатының бронза призёры (1991), «Известия» («Хәбәрҙәр») гәзит приздарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1988—90). Йәштәр араһында донъя (1986) һәм үҫмер спортсылар араһында Европа (1984) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы. СССР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2002) йыйылма командалары ағзаһы. Почёт ордены менән бүләкләнгән (2011).

Remove ads

Карьера

Хоккейсы булғанда

  • 1983—1987 Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Салауат Юлаев
  • 1987—1992 Флаг СССР/ ЦСКА
  • 1992—1993 АҠШ флагы Чикаго Блэкхокс
  • 1993—1996 Канада флагы Эдмонтон Ойлерз
  • 1996—1997 АҠШ флагы Сент-Луис Блюз
  • 1997—2000 Канада флагы Оттава Сенаторз
  • 2000—2002 Канада флагы Калгари Флэймз
  • 2003 АҠШ флагы Флорида Пантерз
                                            --- Regular Season ---  ---- Playoffs ----
Season   Team                        Lge    GP    G    A  Pts  PIM  GP   G   A Pts PIM
--------------------------------------------------------------------------------------
1982-83  Salavat Yulayev Ufa         Russi  10    0    0    0    0
1984-85  Salavat Yulayev Ufa         Rus-1  50    3    2    5   22
1985-86  Salavat Yulayev Ufa         Russi  21    2    2    4    6
1986-87  Salavat Yulayev Ufa         Russi  22    0    1    1    8
1986-87  Salavat Yulayev Ufa         Rus-1  20    2    2    4   10
1987-88  CSKA Moscow                 Russi  47    1    8    9   12
1988-89  CSKA Moscow                 Russi  22    3    4    7    2
1989-90  CSKA Moscow                 Russi  48    1    3    4   16
1990-91  CSKA Moscow                 Russi  41    6    5   11   16
1991-92  CSKA Moscow                 Russi  30    3    8   11    6
1991-92  Chicago Blackhawks          NHL    18    1    8    9    4  18   2   6   8   8
1992-93  Chicago Blackhawks          NHL    38    6    9   15   30  --  --  --  --  --
1992-93  Edmonton Oilers             NHL    17    4    8   12    2  --  --  --  --  --
1993-94  Edmonton Oilers             NHL    81   12   38   50   16  --  --  --  --  --
1994-95  Edmonton Oilers             NHL    36    7   11   18   29  --  --  --  --  --
1995-96  Edmonton Oilers             NHL    26    4    4    8   10  --  --  --  --  --
1995-96  St. Louis Blues             NHL    40    3   12   15   24  10   1   5   6   4
1996-97  St. Louis Blues             NHL    82    4   24   28   35   2   0   0   0   2
1997-98  Ottawa Senators             NHL    81    8   27   35    8  11   2   3   5   4
1998-99  Ottawa Senators             NHL    79    4   21   25   32   4   0   0   0   0
1999-00  Ottawa Senators             NHL    64    6   12   18   20   6   1   1   2   0
2000-01  Ottawa Senators             NHL    15    1    5    6   14  --  --  --  --  --
2000-01  Calgary Flames              NHL    37    0    8    8    4  --  --  --  --  --
2001-02  Calgary Flames              NHL    78    4   22   26   19  --  --  --  --  --
2002-03  Florida Panthers            NHL     7    0    1    1    4  --  --  --  --  --
--------------------------------------------------------------------------------------
         NHL Totals                        699   64  210  274  251  51   6  15  21  18
Remove ads

Спорт ҡаҙаныштары

  • Олимпия уйындары (Калгари 1988)
  • Олимпия уйындары (Альбервиль 1992)
  • Олимпия уйындары (Нагано 1998)
  • Олимпия уйындары (Солт-Лейк-Сити 2002)
  • Донъя чемпионаты (Швейцария 1990)
  • Донъя чемпионаты (Финляндия 1991)
  • Канада Кубогы (1987)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987)
  • СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988)
  • Почёт ордены (2011).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads