Крайова

Румыниялағы ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Крайоваmap
Remove ads


Крайова (румын. Craiova) — Румыния ҡалаһы, төбәктә Олтения төбәгендә урынлашҡан, Долж жудецаһының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Муниципиялағы халыҡ һаны — 304,142 мең кеше (2005). 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 97,48 % халыҡ — румындар, 1,5 % — сиған, 1 проценты — башҡа милләттәр. Күпселек халҡы православие христиандары.

2016 йылдарҙа ҡала халҡының һаны 387151 кеше тәшкил итә[9].

Remove ads

Этимология

Ҡаланың килеп сығыуы күпселек славян сығышы менән аңлатыла, уларҙа kral' — краль (король)[10][11]. Артабан атама мадьярса  kilkary[12], румынса crai, әммә славян суффиксы «ov» һаҡланған «Craiova»[10].

Географияһы

Крайова муниципияһы илдең көньяҡ өлөшөндә, Жиу (румын. Jiu) йылғаһы ярында урынлашҡан. Крайова Олтенияның иң үҙәгендә тора, Бухарестан 227 км алыҫлыҡта һәм Дунайҙан 8 км-ҙа урынлашҡан

Тарих

7 сентябрь, 1940 йыл, ҡалала Крайовский солох килешеүе төҙөлгән, уның шарттары буйынса Румыния Болгарияға Көньяҡ Добруджаны бирә һәм килешеүҙә ҡатнашҡан ике (этник әҙселектәрҙең халҡын) халыҡты алмаша һәм тирәләге территорияларҙың яңы сиктәре менән ризалаша.

1944 йылдың 5 октябрендә СССР ҡатнашлығында, Болгария хөкүмәте һәм Югославияның милли азатлыҡ комитеты араһында килешеү төҙөлә.

Иҡтисад

Automobile Craiova

Мәҙәниәт

Бухарестан һуң Крайова тарихи архитектура ҡомартҡылары һаны буйынса илдә икенсе урынды биләй. Унда университет һәм Электротехника институты бар.

Белем

  • Крайова университеты

Транспорт

Ҡаланан көнсығышта, ҡала үҙәгенән 7 км алыҫлыҡта, Крайова халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан. ИАТА коды — CRA, ИКАО коды— LRCV.

Туғанлашҡан ҡалалары

Крайова ҡалаһының туғандаш ҡалалар түбәндәгесә:

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads