Крайстчерч (аэропорт)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Крайстчерч (аэропорт)map
Remove ads

Крайстчерч халыҡ-ара аэропорты (ингл. Christchurch International Airport, (IATA: CHC, ICAO: NZCH)) — граждандар аэропорты, Яңы Зеландияның төньяҡ-көнбайышына табан 12 км-ҙа торған Крайстчерч ҡалаһы аэропорты[3].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...

Аэропорттың төп осоу-ултырыу һыҙаты яҫылығына кентерберий фены Nor’westerға перпендикуляр рәүешендә йүнәлтелгән. Икенсе осоу-ултырыу һыҙаты фен йүнәлешенә табан параллель рәүешендә осоу-ултырыу һыҙатына ҡарата 90 градуслы мөйөш яһап урынлашҡан. Был һыҙат көслө елдәр ваҡытында Boeing 767 самолеттарын хеҙмәтләндереү өсөн ҡулланыла.

Хәҙерге ваҡытта пассажирҙар ағымы үҫешкәнлектән, эске авиа ташыуҙар өсөн аэропорттың икенсе терминалының бинаһы төҙөлә . Проект хаҡы 200 миллион аҡш долларына тигеҙ, төҙөлөш 2011 йылда тамамланырға тейеш, тик ҡайһы бер иҫке биналарҙы һүтеү 2012 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк[4].

Remove ads

Тарих

1936 йылда Крайстчерч аэропорты ҡаланың Хэрвуд районындағы аэродромынан башланып китә. 1946 йылда аэродромда буласаҡ еңел моторлы самолеттар өсөн тәүге ангарҙар, һыу сығарыу башняһы, аэродром хеҙмәтсәндәр өсөн бер нисә эш бинаһы һәм ҙур булмаған пассажирҙар терминалы төҙөлә. 1950 йылдар башында ике осоу-ултырыу һыҙаты һәм уларға ике параллель руль менән идара итеү юлдары , ә 1960 йылда яңы пассажирҙар терминалы файҙаланыуға тапшырыла. Ошо мәлдән алып аэропортҡа даими рәүештә яңына-яңы үҙгәрештәр индерелеп тора, аэропорт инфраструктураһы объекттары камиллаштырыла, яңы объекттар баррлыҡҡа килә , автомобиль парковкаһы киңәйтелә, осоу-ултырыу һыҙаты, руль менән идара итеү яңы юлдары өҫтәлә, телескопик траптар өҫтәлә.

  • 1937 йылда беренсе осоу-ултырыу һыҙаты һәм пассажирҙар терминалы (майҙаны 60 квадрат метр) төҙөлә;
  • 1962 йыл —осоу-ултырыу һыҙаты 2442 метрға тиклем арттырыла, был реактив самолеттарҙың пассажирҙарын ҡабул итеү өсөн эшләнеәл;
  • 1966 йыл — халыҡ-ара терминалының пассажирҙар ташыу ҡанат бинаһы файҙаланыуға тапшырыла;
  • 1975 йыл — эске авиалиниялар терминалының пассажирҙар зонаһы киңәйтелә, дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил итә;
  • 1984 йыл — төп осоу-ултырыу һыҙаттары арттырыла һәм 845 метрҙан 3287 метрға тиклем оҙонайтыла;
  • 1987 йыл— пассажирҙар терминалы майҙаны арттырыла (Ansett New Zealand һәм Air New Zealand авиакомпанияларының рейстарын хеҙмәтләндереү өсөн) ;
  • 1988 йыл — яңы халыҡ-ара терминал (майҙаны 28 мең квадрат метр) файҙаланыуға тапшырыла;
  • 2004 йыл — яңы халыҡ-ара пассажирҙар терминалының биш секторы һәм пассажирҙарҙың самолетҡа сығыу зонаһында дүрт телескопик траптар эксплуатацияға тапшырыла[5].
Remove ads

Аэропортты реконструкциялау

Хәҙерге ваҡытта Халыҡ-ара Крайстчерч аэропортын реконструкциялау һәм киңәйтеү алып барыла, уның бөтә инфраструктуралары киңәйтелә Төҙөлөш планы буйынса 570 машиналыҡ бер нисә ҡатлы ҡыйыҡлы парковка төҙөлә. Ул 2006 киләһе йыл башында файҙаланыуға тапшырыла. Элекке биләмәһе аэровокзал бинаһын төҙөү өсөн ябыла. 2009 йылдың октябрендә һауа хәрәкәте менән идара итеүсе 45 метрлыҡ диспетчер вышкаһы асыла.

2009 йыл башында яңы пассажирҙар терминалы төҙөлә башлай, ул иҫкергән эске авиалиниялар терминалына алмашҡа төҙөлә һәм инфраструктураһы киңәйтелә иҫкергән алмаштыра. Генераль планға ярашлы яңы терминалда түбәндәге объекттар булырға тейеш:

  • эске һәм халыҡ-ара рейсҡа теркәлеү дөйөм залы;
  • ваҡлап һатыу, барҙар, кафелар һәм ресторандар өсөн ҙур майҙан;
  • эске авиалинияларҙың рейстарын хеҙмәтләндереү залы;
  • эре халыҡ-ара рейс һәм эске зоналары яңы багаж алыу;
  • халыҡ-ара рейстар зонаһында таможня контроле секторы ;
  • самолеттар туҡтала торған урындарҙы яҡшы трафик менән тәьмин итеү һәм телетраптар юлы;
  • элекке эске авиалиниялар терминалы тулыһынса һүтеп алып, яңы терминал өсөн майҙанды киңәйтеү. Барлыҡ был эштәр 2011 йылдың уртаһына тамамланырға тейеш, бары тик ҡайһы бер конструкцияларҙы һүтеп алыу буйынса эштәрҙе 2012 йылда тамамлау планлаштырыла.[6].
Remove ads

Авиакомпания һәм тәғәйенләнеш пункттары

Thumb
Крайстчерч аэропортының эске авиалиниялар терминалының бинаһы
Thumb
Аэропорттың эске авиалиниялары алдындағы перрон

Air ChathamsОкленд, Данедин, Куинстаун, Веллингтон Чаттэм-Айлендс

Ентеклерәк мәғлүмәт Авиакомпания, Тәғәйенләнеш пункттары ...

Статистика

Крайстчерч халыҡ-ара аэропорты Яңы Зеландияның ҙурлығы буйынса икенсе урында торған коммерция аэропорты.

Отчет осоронда 2008 йылдың 1 июленән алып 2009 йылдың 30 июненә тиклем Крайстчерч халыҡ-ара аэропорты менән 5 908 077 кешефайҙаланған[7].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads