Крайстчерч

From Wikipedia, the free encyclopedia

Крайстчерчmap
Remove ads

Крайстчерч[3][4] (ингл. Christchurch, маори Ōtautahi) — Яңы Зеландияның Көньяҡ утрауындағы Кентербери төбәгенең үҙәге булып торған ҡала. Инглизсә атамаһының тәржемәһе — «Христос сиркәүе».

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Ҡала исеменән маори теленән Те Фенуа О Те Потики-Таутахи (маори Te Whenua o Te Potiki-Tautahi) тип атала, әммә ҡыҫҡартылған исеме Отаутаха (маори Ōtautahi) күпкә киң таралған.

Remove ads

Тарих

Археологтар мәғлүмәттәре буйынса, был урындың беренсе кешеләре булып моа йәнлегенә һунарсылар була. XIII быуатта был күсенеүселәрҙең исеме тарихта һаҡланып ҡалмаған, XVI быуатта улар Төньяҡ утрауынан күсеп килгән маори иви вайтахалар тарафынан юҡ ителгән. Ҡәбиләләр араһындағы һуғыштарҙа артабан иви ҡәбиләһе нгати-мамоеҡәбиләһе тарафынан, ә былары, үҙ сиратында, нгай-таху ҡәбиләләре тарафынан юҡ ителгән.1840 йылда аҡ тәнлеләр был территорияларҙы баҫып алған.

1840 йылда ауылға нигеҙ һалыусылар булып Сидней ҡалаһынан килгән кит һунарсылары тора, улар бында йылдың айырым миҙгелендә генә килгәндәр һәм кит аулау араһында ял итергә туҡталғандар.

1848 йылда Лондонда Кентербери архиепискобы Джон Самнер рәйеслегендә Кентербери ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Уның маҡсат- Яңы Зеландияның Көньяҡ утрауында англия колонияһын булдырыу тора Ауылға шул уҡ йылдың 27 мартында — Крайстчерч тигән исем бирелә. Ҡалаға нигеҙ һалынған көндөң рәсми датаһы тип был көн һанала. Ысынбарлыҡта иһә колонистар тулған дүрт караптың беренсеһе ҡала бухтаһына 1850 йылдың 16 декабрендә килеп туҡтай. Караптар Англиянан барлығы 792 кешене был ҡалаға күсереп килтерә[5].

Биләмә тиҙ үҫешә, 1856 йылдың 31 июлендә уға (Яңы Зеландияла беренсе булып) рәсми рәүештә ҡала статусы бирелә, ә 1863 йылда пассажирҙар йөрөтөүсе Ferrymead Railway тимер юлы асыла, ул әле лә эшләй.

2011 йылдың 22 февралендә ҡалала көслө ер тетрәү була. Унда һәләк булыусыларҙың һаны 185 кешегә етә[6]. 1931 йылдан алып был иң көслө ер тетрәү була. Яңы Зеландия хөкүмәте ҡаланы яңынан тергеҙеү өсөн 14 миллиард доллар аҡса бүлеүҙе планлаштыра[7][8].

Remove ads

Географияһы һәм климаты

Географик мәғлүмәт

Ҡала Көньяҡ утрауының көнсығыш яр буйында , Кентербери тигеҙлегенең үҙәгендә, Эйвон һәм Хиткот йылғаларының Пегас ҡултығына ҡойған ерҙә урынлашҡан. Крайстчерч көньяҡтан вулкан сығышлы Порт-Хилс тау теҙмәләре менән, төньяҡтан — Ваймакарири йылғаһы менән сикләнгән.

Крайстчерч һигеҙ пар ҡала -антиподы араһына инә һәм галисий ҡалаһы Ла-Коруньяның антиподы булып тора.

Һыу торбалары һыуы сифаты буйынса ҡала донъяла беренсе урында тора, бында экологик таҙа Көньяҡ Альп битләүҙәренән һыу туранан-тура торбалар буйынса ҡалаға килтерелә.

Климат

Крайстчерч һәм уның яҡын райондарында уртаса диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә, һауа температураһы йәйге осорҙа (декабрь — февраль) +15 °С-ҙан + 25 °C-гә тиклем һәм һауа температураһын ҡышҡы осорҙа (июнь — август) +5 °С-ҙан +15 °C-гә тиклем. Төндәрен ҡыш айҙарында һауа температураһының 0 °C-гә тиклем төшөүе мөмкин. Ҡышҡы осорҙа ҡала һауаһы бер аҙ бысранырға мөмкин, хәйер, уның бындай проблемалары башҡа илдәрҙең эре индустриаль ҡалалары менән сағыштырырлыҡ түгел, уларҙан байтаҡҡа яҡшыраҡ.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Халыҡ

Thumb
Крайстчерч сәнғәт галереяһы

Крайстчерч халыҡ статистикаһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 2013 йылда ҡалала 341 мең кеше , агломерацияһында — 379 мең кеше йәшәй. Көньяҡ утрауындағы ҙурлығы буйынса (Оклендтан һуң) икенсе урынды биләүсе ҡала.

Халыҡтың раса- этник составы:

  • аҡ тәнлеләр — 75,4 % (2001 — 89,8 %)
  • азиаттар — 7,9 %
  • маори — 7,6 %
  • полинезийсылар — 2,8 % (шул иҫәптән яҡынса 1/2 — самоансылар)

Халыҡтың 86 % өйҙә инглиз телендә һөйләшә.

Иҡтисад

Thumb
Кентербери провинция советы

Ҡала һәм төбәк иҡтисадының төп тармағы булып ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм туризм тора. Һуңғы йылдарҙа ҡалала юғары технологиялы предприятиелар булдырыла һәм фәнни тармаҡтар ныҡ үҫешә, шул иҫәптән, биотехнологиялар һәм әҙерләү программалары менән тәьмин итеү. Бының өс сәбәптәренең береһе булып ҡала университететтары (Кентербери университеты, Линкольн университеты, Отаго университетының Медицина мәктәбе) тора.


XХ быуаттың беренсе яртыһында Крайстчерч Яңы Зеландияның төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе була (Окленд менән бер рәттән), ҡалала туҡыу предприятиелары, аяҡ кейеме һәм металлургия сәнәғәте эшләй, әммә 1990 йылдар аҙағында уларҙың күбеһе Ҡытай һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә күсерелә.

Remove ads

Транспорт

Крайстчерч халыҡ-ара аэропорт (IATA: CHC, ICAO: NZCH) менән хеҙмәтләндерелә, йылына 5,56 миллион кеше аэропорт менән файҙалана. Яңы Зеландияның бөтә ҡалаларына регуляр авиарейстар башҡарыла, шулай уҡ Брисбен, Перт, Сидней, Бангкок, Сингапур, Нанди, Мельбурн, Дубай, Голд-Кост һәм Токио ҡалаларына самолеттар даими оса.

Диңгеҙ порты ҡаланың юлдашы булған Литтелтон ҡалаһында тора, ул (Окленд портынан һуң) пассажирҙар һәм йөк әйләнеше күләме буйынса илдә икенсе урынды биләй.

Йәмәғәт транспорты автобустарҙың маршрут селтәре Metro тарафынан һәм бер трамвай линияһы тарафынан хеҙмәтләндерелә.

Remove ads

Ер тетрәүҙәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ. Яңы Зеландияның иң ҙур бәлә-ҡазалары
  • 4 сентябрь 2010 ҡала көслө ер тетрәү кисерә, уның магнитудаһы 7,0 балл тәшкил итә.
  • 22 февраль, 2011 йыл тағы ла бер ер тетрәү була, уның магнитудаһы - 6,3. Ер тетрәү ҡорбандары һаны күп була һәм ҙур емереүҙәргә килтерә.
  • 13 июнь, 2011 йыл. 6,0 магнитудалы ер тетрәү була. Уның эпицентры ҡаланан 13 км алыҫлыҡта тора, ер аҫтындағы үҙәге 9 км тәрәнлектә ята. Ер тетрәүҙән 40-тан ашыу кеше зыянлана[9].
Remove ads

Иҫтәлекле урындары

  • Изге Причастие соборы
  • Крайстчерч кафедраль соборы

Туғанлашҡан ҡалалары

Билдәле шәхестәре

  • Катрина Кинан (ингл. Katrina Keenan), Яңы Зеландия спортсыһы һәм тренеры (япон милли йыйылма командаһы) крикет буйынса, Яңы Зеландия милли йыйылма командаһы уйынсыһы.
  • Литч, Майкл (тыуа 1988), Яңы Зеландиянан сыҡҡан япон регбисы, Япония регби буйынса йыйылма командаһы капитаны.
  • Бойд Уэбб (тыуа 1947) — Лондон ҡалаһында йәшәүсе фотограф, скульптор; сюрреализмға яҡын стилистикала эшләй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads