Крашенинников Николай Александрович
рус яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Крашенинников Николай Александрович (14 ноябрь 1878 йыл — 11 октябрь 1941 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы. Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында байтаҡ әҙәби әҫәр авторы.
Remove ads
Биографияһы
- Николай Александрович Крашенинников 1878 йылдың 14 ноябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Илек ҡәлғәһендә (хәҙерге Соль-Илецк (Тоҙтүбә) ҡалаһы) тыуған.
- 1905 йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
- 1905-1907 йылдарҙа «Новое слово» (Мәскәү) журналының мөхәррир-нәшер итеүсеһе.
- 1941 йылдың 11 октябрендә Өфөлә вафат була.
Ижады
«Туташтар» («Барышни», 1911), «Сафлыҡ» («Девственность», 1913), «Инсафлыҡ» («Целомудрие», 1925) романдары; «Мөхәббәт тураһында әкиәт» («Сказка о любви», 1912) повесы, «Бәләкәй Тася тураһында» («О маленькой Тасе», 1908) пьесаһы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
Ижадында Башҡортостан темаһы
Николай Крашенинников әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө Башҡортостанға арналған. «Урман ҡарауылсыһы» («Лесной сторож», 1899) исемле тәүге хикәйәһендә, «Һүнә барған Башҡортостан» («Угасающая Башкирия», 1907) китабына ингән очерктарында колониаль сәйәсәт һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә һәм хәйерселеккә төшкән башҡорт халҡының ауыр тормошо, башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәле һүрәтләнгән. Әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын тыуҙыра, уларҙың рухи байлығын аса. «Әмилә» («Амеля», 1915) романының нигеҙендә - рус дворян мөхитендә тәрбиәләнгән, ләкин үҙенең тыуған далаларына өҫтөнлөк биргән башҡорт ҡыҙы тарихы.
1941 йылда Николай Александрович социалистик Башҡортостан тураһында хикәйәләр һәм очерктар серияһы яҙыу өсөн Өфөгә килә, тик уларҙың «Яңы ер» («Новая земля») тип исемләнгән тәүгеһен генә яҙып өлгөрә[4].
Яҙыусының әҫәрҙәрен башҡорт теленә Сәләх Кулибай, Назар Нәжми, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харисов һәм башҡа әҙиптәр тәржемә иткән.
Николай Крашенинниковтың «Рәхиләнең һыҡтауы» («Плач Рахили») пьесаһы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Рәхиләнең күҙ йәше» спектакле ҡуйыла.
Хәтер
- Николай Крашенинников исеме Өфөләге бер урамға бирелгән.
Әҫәрҙәре
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1951;
- Под солнцем Башкирии: рассказы. М., 1936;
- Невозвратное: повести. Уфа, 1987.
Әҙәбиәт
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 76-77 с. ISBN 5-295-02294-3.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads