Крашенинников Фёдор Павлович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Крашенинников Фёдор Павлович (27 ғинуар (8 февраль) 1898 йыл — 16 февраль 1979 йыл) — театр актёры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1937—1963 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Республика Рус драма театры актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949, 1955).
Remove ads
Биографияһы
Фёдор Павлович Крашенинников 1898 йылдың 27 ғинуарында (яңы стиль буйынса 8 февралендә) Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) Кувыков ауылында тыуған.
1926 йылда А. В. Луначарский исмендәге дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай. Артабан 1937 йылға тиклем Мәскәү һәм Ташкент ҡалаларындағы Ленсовет исемендәге театрҙарҙа эшләй.
1937—1963 йылдарҙа — Өфөләге Республика рус драма театрында эшләй.
1947 йылдан алып Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыта.
Фёдор Крашенинников 1979 йылдың 16 февралендә Ленинград ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Мальволио («Двенадцатая ночь», У.Шекспир);
- Вурм («Коварство и любовь», Ф.Шиллер);
- Скалозуб («Горе от ума», А. С. Грибоедов);
- Паратов («Бесприданница», А. Н. Островский);
- Стива («Анна Каренина», Л. Н. Толстой романы буйынса);
- Окаёмов («Машенька», А. Н. Афиногенов);
- Забелин («Кремлёвские куранты», Н. Ф. Погодин);
- Доктор («Всеми забытый», Н.Хиҡмәт) һ.б.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һылтанмалар
- http://www.gasrb.ru/shegere850.html 2017 йыл 12 май архивланған.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads