Куньлунь Ред Стар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
«Куньлунь Ред Стар» (ҡыт. 紅星崑崙) — Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндың 2016 йылда ойошторолған шайбалы хоккей клубы. 2016/2017 йылдар миҙгеленән башлап Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай. Уйындарын Шоуган Арена боҙ һарайында үткәрә.
Үҙ тарихында КХЛ-да тәүге миҙгелендә үк плей-офф уйындарына эләгә, шунда беренсе еңеүен яулай.
Remove ads
Тарихы
2015 йылдың декабрь айында КХЛ директорҙары кәңәшмәһенең ағзаһы Роман Ротенберг Континенталь хоккей лигаһына Ҡытайҙы алыу тураһындағы пландарҙы әйтә[1][2]. Ротенберг аныҡ команда исемен атамай, әммә уның Ҡытай етәкселеге тарафынан яҡшы финанслауына шикләнмәүен билдәләй.
2016 йылдың 17 мартында РХФ президенты Владислав Третьяк, КХЛ директорҙары кәңәшмәһе рәйесе Геннадий Тимченко һәм яңы клубтың директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе Нгок Ян Юу ҡатнашлығында ниәттәр тураһында килешеү төҙөлә һәм клубтың «Куньлунь Ред Стар» тип аталыуы билдәле була[3][4]. Әммә Ҡытай хоккей федерацияһының генераль сәркәтибе Лисинь Тун Ҡытай хоккей клубының КХЛ-ға тиҙ арала инеүе тураһында әлегә уйламауҙарын белдерә[5].
2016 йылдың 24 июнендә «Куньлунь Ред Стар» хоккей клубы Лигаға рәсми ҡабул ителә. Команда составын күпселектә Рәсәй, Европа илдәренең уйынсылары тәшкил итәсәк, шулай уҡ унда Ҡытайҙың үҙ хоккейсылары буласағы тураһында хәбәр ителде. Тәүҙә команданы билдәле Майк Кинэн етәкләйәсәк[6] һәм уға Илья Ковальчук[7] килеүе тураһында мәғлүмәт була, әммә ул дөрөҫкә сыҡмай[8]. Артабан команданың генераль менеджеры итеп Владимир Кречин ҡуйыла, ә баш тренер вазифаһына Владимир Юрзинов килә[9]. Командаға алынған тәүге уйынсы — Финляндиянан ҡапҡасы Томи Кархунен[10].
2016 йылдың 24 июлендә «Куньлунь» үҙ тарихында тәүге уйынын уҙғара һәм «Трактор» хоккей клубына 0:2 иҫәбе менән отола[11]. 6 августа Пекин командаһы «Барыҫ» хоккей клубын 3:1 иҫәбе менән отоп, үҙ тарихында тәүге уйынын еңә[12]. 8 августа Ҡаҙағстан Республикаһы президенты кубогында «Куньлунь» менән «Барыҫ» тағы осраша. Астана командаһының уйынсыһы Дамир Рыспаев дәғүәселәргә ташлана. «Куньлунь» һөжүмсеһе Марцинко уйындан һуң дауаханаға оҙатыла, ә уйын өсөнсө минутта туҡтатыла, сөнки Владимир Юрзинов командаһын боҙҙан алып китә. Ҡытай командаһы техникалы еңелеүгә дусар була[13]. Тольяттиҙа миҙгел алдынан үткән «Лада» кубогында «Ред Стар» икенсе урынды яулай.
2016 йылдың 1 сентябрендә команда КХЛ-да тәүге рәсми уйынын үткәрә һәм Хабаровскиҙа «Амур» хоккей клубын 2:1 иҫәбе менән еңә[14]. Шон Коллинз клубтың рәсми уйында тәүге шайбаһын керетә. 27 сентябрҙә «Куньлунь» «Харбин» хоккей клубы нигеҙендә Ҡытай хоккей лигаһында сығыш яһаған фарм-клубын төҙөй[15].
207 йылда КХЛ йондоҙҙар уйынына саҡырыу алған Чед Рау «Куньлунь» тарихында тәүге шундай хоккейсы. Ул командаһы менән турнирҙы еңә. Ә Ҡытай командаһы иһә даими миҙгелде конференцияла һигеҙенсе урында тамамлай һәм плей-оффта ҡатнашырға хоҡуҡты ала. Гагарин кубогының беренсе раундында «Куньлунь» Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Миҙгелдең һуңғы уйынынан һуң Владимир Юрзинов команданан китеүе тураһында иғлан итә[16]. Клуб етәкселеге билдәле Канада белгесе Майк Кинэнды баш тренеры итеп ҡуя[17].
2017 йылдың май айында команданың Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» исемле фарм-клубы төҙөлә. Шул уҡ йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһында «Куньлунь Ред Стар Юниор» хоккей клубы төҙөлә. 3 декабрҙә команданың баш тренеры Майк Кинэн насар һөҙөмтәләр өсөн эш урынын бушата. Баш тренерҙың ваҡытлыса вазифаһын башҡарыусы тип Бобби Карпентер ҡуйыла[18]. Команда Көнсығыш конференцияһында 12-се урында миҙгелде тамамлай.
2018 йылдың 23 февралендә «Куньлунь» баш тренеры итеп Юсси Тапола ҡуйыла. Командағы өс яңы ҡапҡасы килә, шулар араһында Александр Лазушин. Яңы уйынсылар араһынан Патрик Лунд, Олли Палола, Вилле Лаюнен һәм Вели-Матти Савинайнен айырылып торалар. Тик команда тағы ла Гагарин кубогының плей-офф уйындарына эләгә алмай. 2019/2020 йылдар миҙгелендә команданы АҠШ белгесе Курт Фрэйзер етәкләй. Ошо миҙгелдә «Куньлунь» Шэньчжэнь ҡалаһында 6 осрашыу үткәрә.
Remove ads
Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһау һөҙөмтәләре
У — үткәргән уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны, ЕО — овертаймда еңеүҙәр, ЕБ — буллиттарҙа еңеүҙәр, БО — буллиттарҙа отолоуҙар, ОО — овертаймдарҙа отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар һаны, М — йыйылған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән һәм үткәргән шайбалар нисбәте, ДМ — даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урыны
Remove ads
Стадион
«Куньлунь Ред Стар» өйҙәге уйындарын Пекиндағы 18 мең кеше һыйҙырышлы МастерКард-Центр аренаһында үткәрергә тейеш ине. Был спорт ҡоролмаһында 2008 йылда Олимпия уйындарының баскетбол буйынса турниры үтә. Тәүҙә уйындарҙың был аренала үтәсәге шик аҫтында ла була, сөнки аҙнаның биш көнөндә ул Ҡытайҙа ныҡ популярлыҡ яулаған баскетболға бирелә, өҫтәүенә аренаның үҙенең боҙо менән һыуытҡыс ҡоромалдары булмай[19]. Тик был мәсьәлә хәл ителә.
«Куньлунь» алмашлап уйындарын Шанхайҙа «Фэйян» боҙло һарайында ла үткәрә. 2018/2019 йылдар миҙгеленән алып Пекинда 3000 кеше һыйҙырған Шоуган Аренала уйындарын уҙғара.
Бағыусылар
Команданың генераль менеджеры Владимир Кречин «Советский Спорт» гәзитендәге интервьюһында, энергетика һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшләгән өс ҙур компания команданың бағыусыһы була, тип әйтә[20].
Етәкселек
- Директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе - Билли Нгок.
- Президент, директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе урынбаҫары — Ао Менг.
- Хоккей операциялары буйынса вице-президент — Скотти Макферсон.
- Финанс директоры — Малкольм Фо
- Вице-президент — Мэнсфилд Йех
- Административ һәм хоҡуҡ һорауҙары буйынса вице-президент — Йупинг Хе
Тренер штабы
- Баш тренер — Курт Фрэйзер
- Тренер — Юрки Ахо
- Тренер — Алексей Ковалев
- Ҡапҡасылар тренеры — Сакари Линдфорс
- Физик әҙерлек буйынса тренер — Матиас Сарвела
- Видео-тренер — Михаил Быков
Баш тренерҙар
«Куньлунь Ред Стар» командаһының бөтә баш тренерҙары:
|
Составы
Remove ads
Капитандар
Ҡаҙаныштар
«Лада» кубогының көмөш миҙалсыһы (Тольятти, 2016)
И. Ромазан мемориалы еңеүсеһе (Магнитогорск, 2017)
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
- 2018 йылдың 7 авгусында легендарь һөжүмсе Уэйн Гретцки команданың глобаль илсеһе була. Хоккейсы командаға медиакиңлектә үҫешергә ярҙам итәсәк һәм «КРС — Гретцки» хоккей мәктәбен асасаҡ[21].
Статистик мәғлүмәт
- Тәүге уйын: 0:2 «Трактор» (24 июль 2016)
- Тәүге гол кереткән уйынсы: Туукка Мянтюла (2 август 2016, «Амур» 3:5)
- Тәүге еңеү: 3:1 «Трактор» (6 август 2016)
- Тәүге рәсми уйын һәм еңеү: 2:1 «Амур» (1 сентябрь 2016)
- Рәсми уйында тәүге гол кереткән уйынсы: Шон Коллинз (1 сентябрь 2016)
- Ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырған тәүге ҡапҡасы: Андрей Макаров (17 август 2016)
- Бер уйында ике гол индергән тәүге уйынсы: Чед Ро (6 август 2016, «Барыҫ» 3:1)
- Иң ҙур айырма менән еңеү: 5:0 «Медвешчак» (28 ғинуар 2017)
- Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 5:0 «Медвешчак» (28 ғинуар 2017)
- Иң ҙур айырма менән еңелеү: 1:8 СКА (18 ноябрь 2017)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

