Третьяк Владислав Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Третьяк Владислав Александрович
Remove ads

Третьяк Владислав Александрович (25 апрель 1952 йыл) — совет хоккейсыһы, ҡапҡасы, тренер, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы. 2006 йылдан — Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең отставкалағы полковнигы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

1969 йылдан 1984 йылға тиклем ЦСКА һәм шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы ҡапҡаларын һаҡлай. СССР чемпионаттарында — 482, донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындарында 117 уйын үткәрә. Канада кубогы турнирҙарында 11 матчта ҡатнаша.

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан IV һәм V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.

Remove ads

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Владисла́в Алекса́ндрович Третья́к 1952 йылдың 25 апрелендә Мәскәү өлкәһенең Орудьево ауылында тыуған. Спорт яратып үҫә. Өлкән ағаһынан күреп, «Динамо» бассейнында йөҙөү менән шөғөлләнеп ҡарай, һуңынан һыуға һикереү менән мауыға (биш метрлыҡ вышканан һикерә). Ата-әсәһе менән бергә ял һайын Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына һырғалаҡҡа йөрөй.

11 йәшендә Ленинград проспектындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ЦСКА шөғөлләнә башлай. Тренерҙар, кандидаттарҙы һайлағанда, артҡа шыуа белеүселәргә өҫтөнлөк бирә, ә Владислав артҡа яҡшы ғына шыуа белгән була. Шул арҡала Мәскәү клубына ҡабул итеүсе дүрт малай араһына инә. Башта Третьяк һөжүм итеүсе позицияһында уйнай, әммә хоккей формаһы барыһына ла етмәүе арҡаһында, ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерә. Был ваҡытта командала ҡапҡа һаҡсыһы булмай. Малай тренеры Виталий Георгиевич Ерфиловҡа килеп, әгәр ысын форма бирһәгеҙ, ҡапҡа һаҡсыһы булам, тип белдерә.

Шул уҡ ваҡытта атаһы улына, сәкән тотҡан хоккейсы һепертке тотҡан урам һепереүсеһенә оҡшаған, тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Владиславҡа 15-16 йәш тирәһендә, уйындары өсөн тәүге аҡсаларын алып ҡайта башлағас ҡына, ризалыҡ бирә[4].

1967 йылдың йәйендә йәш ҡапҡа һаҡсыһы менән ЦСКА тренеры Анатолий Тарасов ҡыҙыҡһына. Третьяк профессиональ уйынсылар менән шөғөлләнә башлай. «Мин Песчаная урамында ЦСКА пансионатында йәшәүем, легендар хоккейсыларҙың сисенеү бүлмәһендә кейем алыштырырға рөхсәт итеүҙәре менән ғорурлана инем», — тип яҙа Третьяк[5]. Июль уртаһында команда көньяҡҡа юллана һәм унан Владислав үҫмерҙәр командаһына ҡайта.

Үҙ командаһы составында Третьяк Мәскәү чемпионы була һәм иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы призын ала. Быға тиклем Владислав икенсе голкипер булған ССС-ҙың йәштәр йыйылма командаһы Европа чемпионатында икенсе урын ала. Сығышты уңышһыҙ, тип табалар. Уның ҡарауы, икенсе йылына СССР йыйылма командаһы Гармиш-Партенкирхенда уңыш ҡаҙана. «20»-се һан аҫтында уйнай[6].

1968/69 йылдар миҙгелендә ЦСКА-ла «Спартак»ка ҡаршы матчта тәүге тапҡыр уйнай.

Йыйылма командала беренсе уйыны— 1969 йылда «Известия» гәзите призына турнирҙа Финляндия менән матч.

Remove ads

1970 йылдар

Тренерлығы

Ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлеге

Башҡортостан менән бәйләнештәре

  • Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк менән осрашты[7].
  • Рөстәм Хәмитов һәм Владислав Третьяк "Көйәрмән көнө"ндә булды. Байрам барышында республика етәксеһе Владислав Третьякты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне[8].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads