Көмәрле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Көмәрле (рус. Кумурлы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 335 кеше[3]. Почта индексы — 453036, ОКАТО коды — 80203834004.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Рәсми тел ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны2002—2009 халыҡ үҙгәреше
20022009кеше%
319335+16+5,02

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 27 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Благовещенка): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 38 км

Урамдары

  • башҡ. Александр Матросов (урамы) — рус. Александра Матросова (улица)
  • башҡ. Ветерандар (урамы) — рус. Ветеранов (улица)
  • башҡ. Инйәр (тыҡрығы) — рус. Инзерский (переулок)
  • башҡ. Кирсанов (урамы) — рус. Кирсанова(улица)
  • башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус. Мира (улица)
  • башҡ. Муса Гәрәев (урамы) — рус. Мусы Гареева (улица)
  • башҡ. Яр буйы (урамы) — рус. Набережная (улица)
  • башҡ. Салацуат Юлаев (урамы) — рус. Салавата Юлаева (улица)
  • башҡ. Табын (урамы) — рус. Табынская (улица)
  • башҡ. Үҙәк (урам) — рус. Центральная (улица)
  • башҡ. Шайморатов (урамы) — рус. Шаймуратова (улица)
  • башҡ. Мәктәп (урамы) — рус. Школьная (улица)
  • башҡ. Көньяҡ (тыҡрыҡ) — рус. Южный (переулок)[4]

Тарихы

Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Күрпәс-Табын улусының Көмәрле һәм Ҡыҙыляр ауылдары Күлсәйет тип аталған. Күлсәйет, күрәһең, был ауылдарҙың иртәрәк атамаһы. Әгәр Көмәрле ауылы, Күлсәйет ауылы кеүек үк, XIX 60-сы йылдарында барлыҡҡа килһә, Ҡыҙылъяр (Күлсәйет) быуат аҙағында хасил була.

1816 йылда Күлсәйеттә (Көмәрлелә) 118 кеше һәм 23 йорт була. VIII рәүизгә халыҡ һаны кәмегән (60). 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 165 кеше һәм 32 ихата була.

Тәүге төпләнеүсе билдәле түгел. Әммә улдарының исемдәре, йәше VII ревизияла яҙыла. Дәүләкән Күлсәйетов 1756—1813 йылдарҙа йәшәй. Уртансы улы Ялсы 1758 йылда тыуған. Кесе Әүҙәким 1762—1815 йылдарҙа йәшәй.

60 кешенең (12 йорт) 60 аты, 50 һыйыры, 40 һарығы, 20 кәзәһе булған. 1843 йылда ауыл халҡы 64 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Хужалыҡтарында 700 умарта булған[5].

Remove ads

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • «Орнамент» Архангел районы Көмәрле ауылы йөҙлөктәре. 2011 йыл[9]

Билдәле шәхестәре

  • Йосопова Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы (5.01.1949), педагог, журналист, йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа Архангел районы Абҙан урта мәктәбе директоры, 2003—2009 йылдарҙа «Инйәр» район гәзите мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың почётлы гражданы[10].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads