Архангел (Архангел районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Архангел (рус. Архангельское) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 5697 кеше[1].. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203810001. Ауыл 1753 йылда Архангел баҡыр иретеү заводы ҡасабаһы тип һалынды[2].

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Транспорт

Ауылда ӨфөБелорет, Архангел—КрасноусолПетровск автомобиль юлдары мөһим роль уйнай.

Архангел баҡыр иретеү заводы

Архангел баҡыр иретеү заводы, 1753 йылда Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке аҫаба башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) буйында И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан нигеҙ һалына.

Хужалары

  1. Твердышевтар һәм Мясниковтар
  2. 1783 йылдан алып Е. И. Козицкая
  3. 1824 йылдан — графиня А. Г. Лаваль
  4. 1851 йылдан — А. И. Коссаковская
  5. 1886 йылдан — С. С. Коссаковский
  6. 1889 йылдан — ҡаҙна ҡарамағында.

Архангел тау сәнәғәте округына ингән. 1753 йылда эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була, 1857 йылға ҡарай — 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 һыу тәгәрмәсе иҫәпләнә. Заводҡа 7 рудник ҡарай. XVIII быуат аҙағында Архангел баҡыр иретеү заводында яҡынса 67 мең дисәтинә ер биләй. 1772 йылда заводта 454 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә, XIX быуат уртаһына ҡарай — 1465 крәҫтиән иҫәпләнә (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре (рус.)баш.).

Эшләү дәүерендә яҡынса 1,1 млн бот баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, максималь — 17,4 мең бот (1865 йыл). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775 йылдар) (рус.)баш. барышында завод яндырыла, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1776 йылда тергеҙелә. 1860 йылда Архангел баҡыр иретеү заводында сыуалыштар була (яҡынса 450 кеше ҡатнаша), эш хаҡын арттырыу, завод хөкүмәте баш-баштаҡлыҡтарын бөтөрөү талаптары ҡуйыла. 1891 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1892 йыл) завод ябыла (яна). Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Архангел районының шундай уҡ исемдәге ауылы урынлашҡан[2][3].

Remove ads

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар531026602650
1959 йыл 15 ғинуар479121512640
1970 йыл 15 ғинуар459620742522
1979 йыл 17 ғинуар549426432851
1989 йыл 12 ғинуар528124342847
2002 йыл 9 октябрь564126792962
2010 йыл 14 октябрь581927343085

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads