Көнбайыш Белоруссия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Көнбайыш Белоруссия (бел. Заходняя Беларусь) — 1921 йылдан 1939 йылдың сентябренә ҡәҙәр Польша Республикаһы составында булған Белоруссия территорияна ҡарата СССР-ҙа ҡулланылған термин. 1939 йылдың 2 ноябрендә СССР составына рәсми рәүештә индерелә[1].
Remove ads
Терминдың барлыҡҡа килеүе
Терминдың барлыҡҡа килеү ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Белоруссия тарихсыһы И. Ковкель буйынса термин 1920 йылда барлыҡҡа килгән һәм был территорияны поляк ғәскәрҙәре менән биләүгә бәйле. Польша тикшеренеүсеһе А. Бергман был атаманың барлыҡҡа килеүен 1923 йылда Көнбайыш Беларусь Коммунистар партияһын төҙөү менән бәйләй. Совет тарихнамәһендә Икенсе донъя һуғышы осоронда «Көнбайыш Белоруссия» төшөнсәһе «Белорус ССР-ының көнбайыш өлкәләре» терминына алыштырыла.
Remove ads
Тарихы
Версаль килешеүе һөҙөмтәләре буйынса, Польшаның көнсығыш сиге Керзон һыҙығы (линияһы) буйынса үтергә тейеш була, быны Польша 1920 йылда таный[2]. 1930 йылғы һайлауҙарҙан һуң Польша Сеймында белорус вәкилдәренең өлөшө кәмей.
1939 йылдың 29 октябрендәБелорусское народное собрание приняло решение о включении Западной Белоруссии в состав СССР.
Польша репрессив сәйәсәте
Польша Хөкүмәте ХХ быуаттың 30-сы йылдары башында санация авторитар сәйәсәтен алып бара башлай, ошо сәйәсәт сиктәрендә милли һәм дини әҙселектәрҙе ассимилиция үткәрелә. Польша властары тарафынан Көнбайыш Белоруссия территорияһында Берёза-Картузскаяла концентрацион лагерь асыла, ул 1934 йылдың июненән 1939 йылдың сентябренә ҡәҙәр эшләй. Совет яҡлы һул партиялар, шул иҫәптән Белорус эшсе-крәҫтиән громадаһы һәм Көнбайыш Беларусь Коммунистар партияһы, ағзаларына ҡарата репрессиялар була.
Совет репрессив сәйәсәте
Минск өлкәһенең Дәүләт архивының ғилми хеҙмәткәре Василий Матох яҙыуынса, Көнбайыш Беларусь территорияһында 21 төрмә була. 1941 йылдың 19 июненән 20 июненә ҡарай төндә 24 412 кеше репрессиялана[3].
Remove ads
Көнбайыш Белоруссиянан эмиграция
Көнбайыш Белоруссиянан сағыштырмаса бәләкәй эмиграция була: Польшаның рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы 1927—1938 йылдарҙа Вильно, Новогрудск, Полесье һәм Белосток воеводаларынан даими рәүештә сит илдәргә йәшәргә 97,6 мең кеше китә[4]. Улар башлыса АҠШ, Аргентина, Латвия, Литва, Чехословакия һәм Францияға юлланалар[5].
Халҡы
1921 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Көнбайыш Беларустең дүрт воеводалыҡтарында (Вильно, Новогрудск, Полесье һәм Белосток) — 1034,6 мең, ә 1931 йылда — 984,1 мең белорус йәшәгән[6]. Бында шуны билдәләп үтер кәрәк, Көнбайыш Белорусь халҡының күп өлөшө үҙ милләтен билдәләмәгән — мәҫәлән, Полесье воеводалағында 1931 йылғы йән иҫәбен алыу буйынса 707 мең кеше (барлыҡ воеводалыҡ халҡының 62,4 %) үҙенең телен «тутэйший» тип атағандар[7].
Remove ads
Административ бүленеше
Көнбайыш Белоруссияның Халыҡ Йыйылышы уҙғарылып Белорус ССР-ына ҡушылғандан һуң, Көнбайыш Беларусь биш өлкәнән торған (1940 йылдың ғинуарына ҡарата):
- Барановичи өлкәһе
- Белосток өлкәһе
- Брест өлкәһе
- Вилейск өлкәһе
- Пинск өлкәһе
1944 йылда Беларусте нацистарҙан азат иткәндән һуң, өлкәләр бүлгеләнә. Көнбайыш Белоруссия территорияһында артабанғы яңынан ойошторолған өлкәләр урынлаша: тулыһынса Гродно һәм өлөшләтә — Полоцк. Вилейск өлкәһенең исеме Молодченск өлкәһе тип үҙгәртелә.
Беларустең Польша менән хәҙерге көнбайыш сиге, Польша файҙаһына бәләкәй генә тайпылыуҙар менән «Керзон һыҙығы» буйлап үтә. 1945 йылғы Ялта конференцияһы һөҙөмтәләре буйынса, Белосток өлкәһе, һәм шулай уҡ Гродно һәм Брест өлкәләренең бәләкәй генә участкалары Польша Халыҡ Республикаһына бирелә. Хәҙерге административ бүленеш буйынса, Көнбайыш Беларусь территорияһында Брест һәм Гродно өлкәләре, Минск һәм Витебск өлкәләренең көнбайыш райондары һәм Гомель өлкәһе Житковичи районының бәләкәй төньяҡ-көнбайыш участкаһы урынлашҡан[8].
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Көнбайыш Украина
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads