Көньяҡ Осетия

From Wikipedia, the free encyclopedia

Көньяҡ Осетия
Remove ads

Көньяҡ Осетия Республикаһы — Азиялағы дәүләт.

Көньяҡ Осетия Республикаһы
осет. Республикæ Хуссар Ирыстон
рус. Республика Южная Осетия
Ҡалып:Көньяҡ Осетия байрағы Thumb
Көньяҡ Осетия байрағы Көньяҡ Осетия гербы
Thumb
Гимн: Көньяҡ Осетия гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 21 декабрь 1991 (Грузиянан иленән)
Рәсми телдәр осетин теле, урыҫ теле
Баш ҡала Цхинвал[1]
Иң ҙур ҡалалары Цхинвал, Квайса
Идара итеү формаһы Президент республикаһы
Президент
Парламент Рәйесе
Хөкүмәт Рәйесе
Анатолий Бибилов

Пётр Гассиев[2]
Эрик Пухаев[3]

Территория
  • Барыһы
   % һыу.
167 урын
3900 км²
үп түгел
Халыҡ
  • Барыһы (2015)
  Тығыҙлыҡ
 
53 532
13,73 кеше/км²


Валюта Рәсәй һумы
Телефон коды ++7 9971,
+7 9976,
+7 99744,
+7 995344[4]


Көньяҡ Осетия (осет. Республикæ Хуссар Ирыстон [resˈpublikæ ˈχussar iˈrəston], груз. სამხრეთ ოსეთის რესპუბლიკა [ˈsɑmχrɛtʰ ɔˈsɛtʰɪs rɛsˈpʼublɪkʰɑ]) йәки Алания дәүләте (осет. Паддзахад Алани) — өлөшләтә танылған дәүләт[5]. Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәгендә урынлашҡан. Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. (осет. Республикæ Хуссар Ирыстон), легитимлылығы БМО-ның биш ағза иле (Рәсәй, Венесуэла, Никарагуа, Науру, Сүриә) һәм танылмаған һәм өлөшләтә танылған дүрт дәүләт тарафынан танылған. Күпселек илдәр уны Грузияның бер өлөшө тип иҫәпләй.

Грузияның административ-территориаль бүленеше мәғлүмәттәре буйынса, республика урынлашҡан территория Грузияның Шида-Картли, Мцхета-Мтианети, Имерети и Рача-Лечхуми һәм Түбәнге Сванетия өлкәләренең бер өлөшөнә ҡарай. Грузия Конституцияһында — «элекке Көньяҡ Осетия автономиялы өлкәһе», башҡа бер төркөм документтарҙа «Цхинваль төбәге» тип атала. 2007 йылдың 10 майында ҡабул ителгән «Элекке Көньяҡ Осетин автономиялы өлкәһендә низағты көйләү өсөн тейешле шарттар булдырыу тураһында» законына ярашлы[6], элекке Көньяҡ Осетин автономиялы өлкәһе территорияһында ваҡытлыса административ берәмек булдырыла, ул ваҡытта Грузия тарафынан контролдә тотола. 2008 йылдағы һуғыштан һуң ваҡытлы хакимиәт формаль рәүештә генә йәшәй, шуға күрә 2015 йылда уны бөтөрөргә тәҡдим итәләр[7].

1922—1990 йылдарҙа Көньяҡ Осетия Грузия ССР-ы составында автономиялы өлкә була. Көньяҡ Осетия Хөкүмәте административ-территориаль йәһәттән республика биләмәһен 4 районға бүленгән тип ҡарай: Цхинваль, Лениногорск, Знаур һәм Дзау. Грузия Юғары Советы уның территорияһын Ахалгор, Гори, Джав, Карели, Они һәм Сачхер административ райондарына бүлә. Көньяҡ Осетия Рәсәйҙең сәйәси, иҡтисади һәм хәрби ярҙамына таяна[8][9].

Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон Венесуэла[10][11], Науру, Никарагуа[12],, Рәсәй[13] һәм Сүриә[14] таный.

Remove ads

Этимология

Урыҫ хәрбиҙәре, ә һуңынан граждандар хакимиәте тарафынан «Көньяҡ Осетия» термины «Таулы Осетияһы», «Көньяҡ Осетияның тау һыҙаты», «Көньяҡ осетиялылар» һ. б. терминдары менән бер рәттән XIX быуат башында ҡулланыла башлай. Хәрби һәм граждан эштәре менән идара итеүсе генерал-лейтенант Карл Кнорринг 1802 йылдың 26 мартында Рәсәй императорына докладында осетиндар йәшәгән Оло һәм Бәләкәй Лиахви тарлауығының таулы райондарын «Осетия», ә грузиндар ултырған тау алды һәм уйһыу зоналарын «Грузия» тип атай[15].

Тиҙҙән был исемде Рәсәйҙең башҡа чиновниктары ла ҡуллана башлай, шул уҡ 1802 йылда төҙөлгән отчеттарҙың береһендә осетиндар йәшәгән райондарҙы «Осетия» тип атайҙар[16]. 1830 йылда оппозицион топонимик пар: «Көньяҡ Осетия» һәм «Төньяҡ Осетия» барлыҡҡа килә. «Тифлисские ведомости» гәзитендә баҫылған аноним автор мәҡәләһендә Оло һәм Кесе Лиахви, Ксани һәм Меджуда тарлауыҡтарының таулы райондары биләмәһе «Көньяҡ Осетия» тип атала[17].

Генерал-фельдмаршал Паскевичтың Тифлис хәрби губернаторы генерал-адъютант Стрекаловҡа 1830 йылдың 24 майында ебәргән хатында ла шул турала һүрәтләнә. Унда «Осетияның өҫкө өлөшө» йәки "Үрге Осетия"нан тыш Осетияның аҫҡы өлөшө йәки Оло һәм Кесе Лиахви тарлауығының тау һыҙатын үҙ эсенә алған «Көньяҡ Осетия» иҫкә алына[18][19].

«Көньяҡ Осетия» топонимы 1922 йылда, Грузин ССР-ының Көньяҡ Осетин автономиялы өлкәһе ойошторолғас, айырым административ сиктәре булған административ-территориаль берәмекте билдәләгәндә ҡулланыла башлай.

Әлеге ваҡытта Грузия властары рәсми документтарҙа һәм сығыштарҙа Көньяҡ Осетияны атау өсөн «Цхинваль өлкәһе» атамаһын файҙалана. Был термин Эдуард Шеварднадзе президентлыҡ иткән осорҙа ҡулланыла; шулай уҡ грузин матбуғатында Звиад Гамсахурдия президентлығы осоронда ҡулланылған «Самачабло» (грузин кенәздәре Мачабели фамилияһы буйынса) атамаһы ла һаҡлана.

2015 йыл аҙағында Көньяҡ Осетия президенты Леонид Тибилов, Рәсәй өлкәһенә оҡшатып, «Көньяҡ Осетия-Алания» тип аталһын өсөн республика исеменә өҫтәмә индерергә тәҡдим итә. Исем алмаштырыу актуаллеге осетин халҡы йәшәгән территорияның ике дәүләткә бүленеүенә бәйле[20].

2017 йылдың 9 апрелендә үткәрелгән референдумда халыҡтың күпселеге, тауыш биреүселәрҙең 78 проценты, Конституцияға «Көньяҡ Осетия Республикаһы» һәм «Алания дәүләте» (осет. Paddzahad Alani) атамаларын оҡшаш тип таныған төҙәтмәләр индереүҙе хуплай. «Көньяҡ Осетия Республикаһы референдумы тураһында» Конституция законына ярашлы, был ҡарар Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә, дөйөм мотлаҡ булып һанала һәм өҫтәмә раҫлауға мохтаж түгел[21][22][23].

Remove ads

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Thumb
Көньяҡ Осетия картаһы
Thumb
Сба тарлауығы
Thumb
Көньяҡ Осетия. Йыһандан күренеш

Төньяҡтан Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы, ә көнбайыштан, көньяҡтан һәм көнсығыштан Грузия менән сикләнә.

Көньяҡ Осетия территорияһының 89,3 проценттан ашыуы диңгеҙ кимәленән 1000 метр һәм унан да күберәк бейеклектә урынлашҡан. Рельефы таулы.

Республиканың иң юғары нөктәһе — Халаца тауы, 3938 м.

Төп Кавказ һырты территорияны һалҡын төньяҡ елдәренән һаҡлай, шуға күрә Кавказдағы уртаса температуранан юғарыраҡ: ғинуарҙың уртаса температураһы +4,5 °C, июлдә — +20,3 °C[24].

Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 598 мм[24].

Республиканың иң ҙур күлдәре — Келистба, Эрцо, Цителихат һәм Кведи.

Көньяҡ Осетияның иң ҙур йылғалары — Оло Лиахва, Ксани һәм Кесе Лиахва.

Көньяҡ Осетия Республикаһының иң көньяҡ ҡасабаһы — Орчосан ауылы, иң көнбайышы — Переу.

Майҙаны — 3900 км².

Ситке географик нөктәләр:

Remove ads

Тарихы

Дәүләт-сәйәси ҡоролошо

Дәүләт ҡоролошо

Тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр

2008 йылдың авгусында Рәсәй Көньяҡ Осетияның Грузиянан бойондороҡһоҙлоғон тәүгеләрҙән булып таный. Һуңыраҡ Рәсәй Федерацияһы өлгөһөнә Никарагуа[25], Венесуэла һәм Науру (16.12.2009)[lower-alpha 1] эйәрә. Сит илдә Көньяҡ Осетияның бер нисә дипломатик вәкиллеге һәм консуллыҡ учреждениеһы асыла.

Көньяҡ Осетияла 4000 кешенән торған 4-се Рәсәй хәрби базаһы 2009 йылдан урынлаштырыла.

[[Файл:Vladimir Putin and Leonid Tibilov, March 2015-3.jpeg|thumb|300px|right|{{center|Көньяҡ Осетия президенты Л. Тибилов һәм Рәсәй Президенты В. Путин Хеҙмәттәшлек һәм интеграция тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң. 2015 йылдың 18 марты]]

Австралияның сит ил эштәре министры Кевин Радд 2012 йылдың 31 ғинуарында Сергей Лавров менән осрашыуҙа, Грузиянан ситләшкән ике республика — Көньяҡ Осетия һәм Абхазияның бойондороҡһоҙлоғон таныған Вануату, Науру һәм Тувалу утраулы дәүләттәренә Рәсәй яғынан финанс ярҙамы «уның башланғыстарына дипломатик ярҙамға алмашҡа» үтеүенә борсолоу белдерә. Азия-Тымыҡ океан төбәгенең утраулы дәүләттәренә Рәсәй яғынан ярҙам күрһәтеү үтә асыҡ булырға тейеш, тип белдерә Кевин Радд[27].

Лавровтың Фиджиға сәфәре алдынан Австралия сәйәсмәндәренең ҡайһы берҙәре уның ысын маҡсаты Абхазия һәм Көньяҡ Осетия өсөн бойондороҡһоҙлоҡто таныуҙы һатып алыу, тип белдерә. Лавров был ғәйепләүҙәрҙе ҡәтғи кире ҡаға[27].

2015 йылдың 28 ғинуарында Көньяҡ Осетияны үҙен-үҙе иғлан иткән Луганск Халыҡ Республикаһы таный[28]. ЛНР рәсми рәүештә Осетия Республикаһы тарафынан 2014 йылдың 18 июнендә таныла[29].

Шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһы менән үҙ-ара танылыу һәм дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.

2015 йылдың 18 мартында Көньяҡ Осетия Рәсәй Федерацияһы менән союздашлыҡ һәм интеграция тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя[30].

2018 йылдың 29 майында Көньяҡ Осетияны Сүриә таный[31].

2022 йылдың 31 мартында Көньяҡ Осетия президенты Анатолий Бибилов, референдум аша Рәсәй Федерацияһына ингән осраҡта, Көньяҡ Осетия Төньяҡ Осетия менән берләшә ала, тип белдерә[32].

Шул уҡ көндө Төньяҡ Осетия башлығы Сергей Меняйло республикаларҙы берләштереү мөмкинлеген хуплай[33]. 13 майҙа Анатолий Бибилов 2022 йылдың 17 июленә референдум тәғәйенләнеүе тураһында иғлан итә[34].

Remove ads

Административ бүленеше

Тораҡ пункттар

Халҡы

Халыҡ һаны

Милли составы

Телдәр

Осетин теле

Русский язык

Грузин теле

Иҡтисад

Газ менән тәьмин итеү

Һыу менән тәьмин итеү

Транспорт

Автомобиль транспорты

Цхинвалдең йәмәғәт транспорты

Тимер юл траспорты

Авиация траспорты

Мәғариф

Ҡораллы көстәр

Сиге

Көньяҡ Осетия — Грузин сигенең оҙонлоғо яҡынса 400 км тәшкил итә. Көньяҡ Осетия менән Грузия сиген һаҡлау өсөн 20 сик буйы заставаһы булдырылған. Грузия менән сиктә 900 һаҡсы тора.

2015 йылдың 18 февралендә Көньяҡ Осетия менән Рәсәй араһындағы дәүләт сиге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла[35].

Дин

Грузин православие сиркәүе

Георгий ата эшмәкәрлеге (Александр Пухатэ)

Ҡануни сиркәүҙәргә мөнәсәбәте

Храмдар

Медицина

Киң мәғлүмәт саралары

  • «Ир» дәүләт телерадиокомпанияһы[36];
  • «АЛАНИЯинформ» мәғлүмәт агентлығы[37];
  • «Рес» дәүләт мәғлүмәт агентлығы[38];
  • «Sputnik Көньяҡ Осетия»[39];
  • «ЮОГУ ТВ»[40];
  • «Көньяҡ ҡала радиоһы»[41];
  • «Көньяҡ Осетия» гәзите[42];
  • «Хурзарин» гәзите[43];
  • «Республика» гәзите[44];
  • «Фидиуӕг» журналы[45].

Мәҙәниәт

Архитектура һәм һынлы сәнғәт

Музейҙар

Театр

Көньяҡ Осетияла туризм

Һәйкәлдәр

2008 йылда мәҙәни мираҫтың 11 объекты юҡ ителә[46]. Көньяҡ Осетияла бөтәһе мең ярымдан ашыу тарихи ҡомартҡы урынлашҡан, уларҙың күбеһе ҡарауһыҙ һәм һаҡһыҙ ҡалған. Иң боронғолары VI быуатҡа ҡарай. Һәйкәлдәрҙең береһе лә ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтында түгел[47].

Көньяҡ Осетия рәссамдар союзы эшләй[48].

Дәүләт байрамдары

Байрам, эш көнө булмаған көндәр:

  • 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө (1992 йылдың 23 февралендә Көньяҡ Осетия ҡораллы көстәре ойошторола)[49].
  • 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
  • 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт көнө
  • 9 май — Еңеү көнө
  • 12 июнь — Рәсәй көнө
  • 27 июнь — Көньяҡ Осетия йәштәре көнө
  • 29 май — Көньяҡ Осетия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү актын ҡабул итеү көнө
  • 26 август — Көньяҡ Осетия бойондороҡһоҙлоғон Рәсәй таныған көн[50]
  • 20 сентябрь — Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоҡ көнө

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Референдум в Южной Осетии (1992)
  • Паспорт гражданина Республики Южная Осетия
  • Индекс автомобильных номеров Южной Осетии

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads