Көсөк-Маяҡ

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Учалы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Көсөк-МаяҡБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 135 кеше[1].

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Ҡара йылға буйында яҫауыл Көсөк Мортазин нигеҙ һалған Көсөк ауылы барлыҡҡа килә. Ул 1774 йылдың 13 июнендә Пугачев полковнигы Тиләү улусы башҡорто Әмин Ибраев һәм яҫауыл Яһаҡ Абдулғәсимов менән берлектә биш йөҙлөк баш күтәреүселәр отряды менән «Ҡатау-Иванов заводына һөжүм итәләр».Уның улы 1796 йылғы Моратша билдәле, ул зауряд яҫауыл булып хеҙмәт иткән. V ревизия был ауылда 55 ир-ат һәм 43 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 12 йортто асыҡлай. 1859 йылда 50 йортта 242 кеше иҫәпләнә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу унда 300 кеше йәшәгән 60 йортто теркәй. 1842 йылда 206 кеше йәшәгән 23 йортта 150 ат, 175 һыйыр, 240 һарыҡ булған. Май аҙағынан алып июль аҙағына тиклем күсенеп йөрөгәндәр. Игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ҡара йылғала ике тирмән булған[2].

Remove ads

Хәҙерге осор

Көсөк-Маяҡ ауылында 1991 йылда М. Л. Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы музей ойошторола. 1993—2005 йылдарҙа — Милли музей филиалы, 2006 йылдан алып — үҙаллы статуста.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь135746154,845,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 71 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙаҡҡол): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 41 км[4]

Урамдары

  • Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)[5].

Билдәле шәхестәр

  • Мортазин Дауыт Лот улы (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
  • Мортазин Ибраһим Ғаззали улы (? — 1920) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 28-се полкы командиры (1920).
  • Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935).
  • Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).
  • Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы (1883—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads